23 июль
23 июль — рәсми календарь буйынса йылдың 204-се (кәбисә йылында 205-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 161 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Киттар һәм дельфиндар көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Яза башҡарыу системаһының социаль иҫәп хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Дачниктар (Дачала йәшәүселәр һәм дачаға йөрөүселәр) көнө.
Көньяҡ Осетия: Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Сингапур: Инженерҙар көнө.
- 1930: Башҡортостан ауыл хужалығы институты (1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты) асыла.
- 1985: Советтар Союзында «Тополь» ракеталары хәрби дежурға ҡуйыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Акимова Галина Николаевна (1950), йырсы, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының вокалсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
- Кирәев Рушан Әхнәф улы (1955—26.05.2021), журналист, СССР Журналистар союзы ағзаһы. Ғалим һәм яҙыусы Кирәй Мәргәндең улы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Сәйетйәғәфәрова Лилиә Хәлим ҡыҙы (1960), педагог, 2001 йылдан Өфөләге 22-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре һәм иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Корольков Борис Фёдорович (1936—6.07.1923), хәрби хеҙмәткәр, осоусы-снайпер, ғалим, авиация генерал-полковнигы. 1985—1988 йылдарҙа СССР Хәрби-һауа көстәре командующийының беренсе урынбаҫары; 1988—1996 йылдарҙа Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы начальнигы. Хәрби фәндәр докторы, профессор. Атҡаҙанған хәрби осоусы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Ғарипов Фәнис Аҡбар улы (1946), сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1992—2006 йылдарҙа Туймазы ҡалаһындағы «Санфаянс» заводы директоры; 2017 йылдан район ветерандар советы рәйесе урынбаҫары. Бер нисә саҡырылыш ҡала советы депутаты. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996), Туймазы районының почётлы гражданы (2018). Сығышы менән ошо райондың Ғәфүр ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлимов Миҙхәт Әбделнасир улы (1932—15.08.2013), төҙөүсе. 1957—1994 йылдарҙа Өфөләге 21-се төҙөлөш тресының 7-се идаралығы штукатуры, бер үк ваҡытта 1962 йылдан — бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978), РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1967).
- Мифтахов Мансур Сәһәрйәр улы (1947), ғалим-химик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), химия фәндәре докторы (1988), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (1992).
тулы исемлек
- Биктимеров Миҙхәт Миәт улы (1957), педагог. 1990—2018 йылдарҙа Дүртөйлө районы Һыуыҡҡул урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, 1994—1997 һәм 2011—2018 йылдарҙа — директоры. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы (1993). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Ташлаҡ ҡасабаһынан.
- Мәхмүдов Рөстәм Рәшит улы (1962), комсомол, именлек һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары, 1986 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1987 йылдан — ВЛКСМ-дың Балтас район комитетының беренсе секретары; 1989—2013 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитеты һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте органдары хеҙмәткәре, подполковник (1998). 2014—201 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте кадрҙар сәйәсәте һәм муниципаль хеҙмәт идаралығының бүлек начальнигы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иванов Пётр Федотович (1943), инженер, муниципаль хеҙмәткәр. 1986 йылдан Туймазы бетон ташыусы автомобилдәр заводы директоры, 1994—1997 йылдарҙа Туймазы ҡалаһы мэры. Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе, Туймазы ҡалаһының почётлы гражданы (1994). Сығышы менән Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе Троицкий районының Сиротино ауылынан.
- Чанышев Ринат Риян улы (1953), инженер-төҙөүсе-ғалим. 2008 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының «Реактив» ғилми-тикшеренеү институты директоры. Техник фәндәр докторы (2003).
тулы исемлек
- Гәрәев Марат Миңләхмәт улы (1958), опера йырсыһы, тенор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998). Мәскәү гуманитар университетының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1910: Пимен (төп исеме Сергей Михайлович Извеков), дин әһеле, 1971—1990 йылдарҙа Мәскәү һәм бөтә Рәсәй патриархы.
- 1915: Михаил Матусовский, СССР шағиры, йыр текстары авторы.
тулы исемлек