29 ноябрь
29 ноябрь (рус. 29 ноября) — рәсми календарь буйынса йылдың 333-сө көнө (кәбисә йылында 334-се). Йыл тамамланыуға 32 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- Палестина халҡы менән теләктәшлек көнө.
Ер:
- Хоҡуҡ һаҡлаусы ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Үткер хис-тойғолар яратыусылар көнө.
- Электрон ҡотлауҙар көнө.
- «Клиент һәр саҡ хаҡлы» көнө.
- Күперҙәр көнө.
- Ягуарҙар көнө.
- Гитара көнө.
АҠШ:
Албания: Азатлыҡ көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Бәхетле кеше көнө.
- «Ё» хәрефе көнө.
Төбәк байрамдары
Башҡортостан: Совет Рәсәйенең федератив өлөшө булараҡ Башҡортостан автономияһы ойошторолған көн.
Татарстан: Бухгалтерҙар көнө.
- 1775 йыл: Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин Рогервик ҡәлғәһенә ғүмерлек каторгаға алып барыла.
- 1783 йыл: Рәсәйҙә «Ё» хәрефе ҡулланыуға индерелә.
тулы исемлек
- 1899 йыл: «Барселона» футбол клубы ойошторола.
- 1930 йыл: Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районының бөгөнгө «Туймазинский вестник» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1945 йыл: Югославия Республикаһы ойошторола.
- 1946 йыл: Бельгия ЮНЕСКО-ға ағза итеп ҡабул ителә.
- 1947 йыл: БМО Палестинаны ғәрәп һәм йәһүд дәүләттәренә бүлә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғөбәйҙуллин Мансур Мөхәммәтсаҙиҡ улы (1920—10.12.2008), иҡтисадсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—1998 йылдарҙа лаборатория мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1996), профессор (1973), иҡтисад фәндәре докторы (1978), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Аринин Александр Николаевич (1955), политолог-ғалим, сәйәсмән һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. 2000 йылдан Федерализм һәм граждандар йәмғиәте институты (Мәскәү) директоры. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (1983), сәйәси фәндәр докторы (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
тулы исемлек
- Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы (1960), тел белгесе-ғалим. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2010).
- Лотфрахманов Илдар Илдус улы (1965), анестезиолог-реаниматолог-ғалим. 2007 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2015 йылдан Республика кардиология диспансеры табибы. Медицина фәндәре докторы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Козлова Татьяна Николаевна (1931), тренер. 1967 йылдан «Труд» ирекле спорт йәмғиәтенең Өфөләге балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, 1975 йылдан «Зенит» ирекле спорт йәмғиәте тренеры һәм өлкән тренеры; 1987—88 йылдарҙа Бөтә Союз профсоюздар физкультура-спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советы, бер үк ваҡытта 1979—1985 йылдарҙа СССР үҫмерҙәр йыйылма командаһы тренеры. Тау саңғыһы спорты буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1988). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Красноуральск ҡалаһынан.
- Хәсәнов Сәфиулла Ғайса улы (1941), транспорт өлкәһе хеҙмәткәре. 1960—2006 йылдарҙа Сибай автотранспорт предприятиеһы директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған (1992) һәм Рәсәйҙең почётлы (1996) транспорт хеҙмәткәре. Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Хәсән ауылынан.
тулы исемлек
- Арданкин Александр Дмитриевич (1951), педагог, рәссам. 1975 йылдан Салауат ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, 1979—2014 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд өлкәһе Чархин ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлиев Фәрит Рөстәм улы (1947—10.12.2013), педагог, музыкант-баянсы, һәүәҫкәр композитор. 1968—2013 йылдарҙа Әлмәт музыка училищеһы уҡытыусыһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1971). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Хәкимов Камил Тажи улы (1952), төҙөүсе. 1973 йылдан «Салауатстрой» тресының 1-се төҙөлөш идаралығы, 2009 йылдан —Төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары заводы эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Авксентьев Николай Дмитриевич (1878—4.03.1943), Рәсәй империяһының сәйәси эшмәкәре. Өфө дәүләт кәңәшмәһе тарафынан һайланған Бөтә Рәсәй Ваҡытлы хөкүмәтенең («Өфө директорияһы»ның) рәйесе (1918 йылдың сентябрь—ноябрь айҙары).
- Биғаев Наил Фазылбәк улы (1938—11.09.1995), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1954 йылдан (өҙөклөк менән) Дүртөйлө районы Свердлов исемендәге колхоздың яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1989—1995 йылдарҙа — колхоз рәйесе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Көйәҙбаш ауылынан.
тулы исемлек
- Луценко Панна Афанасьевна (1938), педагог. 1956 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се, 1976—1998 йылдарҙа 2-се мәктәп уҡытыусыһы, директор урынбаҫары. 1968—1993 йылдарҙа башланғыс класс уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990), СССР-ҙың мәғариф (1984) һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1967) отличнигы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Сибәғәтуллин Нур Ғасим улы (1953), кардиохирург-ғалим. 1978 йылдан Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1982 йылдан бүлек мөдире, 1985—2001 йылдарҙа Өфөнөң 6-сы ҡала дауаханаһы табибы, бер үк ваҡытта 1990 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; 2001 йылдан — Республика кардиология диспансерының, 2008 йылдан — «Татнефть» берекмәһенең Әлмәт ҡалаһындағы медик-санитария часының бүлек мөдире. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2008). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013), Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Суйынсы ауылынан.
- Фәтхелбаянов Рузил Ләбиб улы (1968), автомеханик. 1992 йылдан Дүртөйлө районы «Маяҡ» колхозы механигы, 1996 йылдан — «Коммунальник» предприятиеһы водителе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре (2019). Сығышы менән ошо райондың Солтанбәк ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вахрушев Георгий Васильевич (1894—6.05.1966), геолог-ғалим, йәмәғәтсе. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Президиумының беренсе рәйесе (1951—1956). Геология-минералогия фәндәре докторы (1942), профессор (1943), академик. СССР-ҙың 4-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1954). Ленин ордены кавалеры (1954).
- Әбделҡадир Инан (Сөләймәнов Фәтхелҡадир Мостафа улы; 1899—1.10.1976), төркиәтсе-ғалим, яҙыусы, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. 1918 йылда «Башҡорт» гәзитенең мөхәррире. 1925–1964 йылдарҙа Төркиәләге Төрҡиәт институты, Анҡара университеты, Төрөк мәҙәниәте институты һәм Төркиә хөкүмәтенең Дин эштәре буйынса департаменты хеҙмәткәре. Профессор (1936).
тулы исемлек
- Ольбинский Григорий Моисеевич (1899—13.07.1938), партия органдары хеҙмәткәре. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1935—1937 йылдарҙа ВКП (б)-ның Стәрлетамаҡ район комитетының беренсе секретары. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Белоруссиянан.
- Федорцев Игорь Васильевич (1929—26.09.2018), тау инженеры-ғалим. 1974—2016 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1975—1981 йылдарҙа архитектура-төҙөлөш факультеты деканы, 1984—1988 йылдарҙа — архитектура кафедраһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1973), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе (1998) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Запорожье өлкәһе Кигнасс ҡалаһынан.
- Шалыгин Виктор Васильевич (1954), хәрби хеҙмәткәр, эске хеҙмәт генерал-лейтенанты. 1997—2015 йылдарҙа Хөкүм язаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылынан.
- Помыкалов Анатолий Сергеевич (1959), спортсы. 1979—1992 йылдарҙа күреү буйынса инвалид-спортсыларҙың еңел атлетика буйынса СССР, 1993—1995 йылдарҙа — Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001).
- Вәлиуллин Ринат Риф улы (1969), филолог, рус телендә ижад итеүсе яҙыусы һәм шағир, рәссам. Санкт-Петербург дәүләт университетының итальян һәм испан телдәре уҡытыусыһы. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1835 йыл: Цыси, Цинь Ҡытайының Бөйөк королеваһы.
- 1849 йыл: Николай Крылов, СССР математигы һәм физигы, академик (1929).
тулы исемлек
- 1924 йыл: Валентина Ермакова, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1981).
- 1932 йыл: Сәләхов Таһир Теймур улы, Әзербайжан һәм Рәсәй театр рәссамы, педагог.
- 1973 йыл: Райан Гиггз, Англия футболсыһы.
- 1941 йыл: Зоя Космодемьянская, совет партизаны.
- 2001 йыл: Джордж Харрисон, «The Beatles» төркөмө гитарасыһы.