25 май
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
АҠШ: Ололарҙың һаулыҡ көнө.
Аргентина: Май революцияһы көнө (1810).
Иордания: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Ливан: Азат ителеү көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау көнө.
Төркмәнстан: Ашхабад көнө.
Перу: Клоундар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Филологтар көнө
- Химиктар көнө (майҙың һуңғы йәкшәмбеһе).
- Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1706 йыл: Мәскәүҙә хәҙерге Н. Н. Бурденко исемендәге баш хәрби клиник госпиталь эш башлай.
- 1869 йыл: Венала опера бинаһы асыла.
тулы исемлек
- 1919 йыл: Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында физкультурниктарҙың тәүге парады була.
- 1931 йыл: Өфөлә Башҡортостан коммунистик университеты эшләй башлай.
- 1987 йыл: 15 сәғәт 59 минутта «Себер» атом боҙватҡысы Төньяҡ полюсҡа барып етә.
- 1994 йыл: Хаҡас Республикаһы үҙенең беренсе конституцияһын ҡабул итә.
- 2000 йыл: Дәүләт Третьяков галереяһында «XX быуат сәнғәте» исемле даими экспозиция асыла.
- 2011 йыл: Өфөлә «Леруа Мерлен» гипермаркеты һатып алыусыларҙы ҡабул итә.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Күлбаев Мөхәмәт Сафа улы (1900—23.12.1976), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, металлург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан Бөрйән районы «Ҡыҙыл Байраҡ» промартеле хеҙмәткәре, артабан Белорет металлургия заводы эшсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Амангилдин Фәттәхетдин Ғәйнетдин улы (1910—13.08.2000), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия старшинаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
тулы исемлек
- Зотов Виктор Никифорович (1925—16.07.1996), хәрби хеҙмәткәр, гвардия майоры (1953), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылда запасҡа сыҡҡандан һуң, Октябрьский һәм Өфө ҡалаларында мәктәп директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976), Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы) Баҡалы ауылынан.
- Еркеев Нур Төхвәтша улы (1925—2007), педагог, партия органдары һәм мәғариф хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан Бәләбәй районының Пятилетка мәктәбе уҡытыусыһы, ВКП (б)-ның район комитеты инструкторы, 1952 йылдан Пятилетка һәм Аҡбаҫар мәктәптәре, 1969—1992 йылдарҙа — Баймырҙа урта мәктәбе директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордены кавалеры. Бәләбәй районының почётлы гражданы (2001).
- Йәһүҙина Зәмбилә Ғәзиз ҡыҙы (1925—2006), музыкант. Хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының симфоник оркестры «Флейта» төркөмөнөң элекке артисы һәм концертмейстеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы.
- Мөхтәров Рифҡәт Ғосман улы (1925—2000), мәҙәниәт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961—1979 йылдарҙа РСФСР Художество фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры, артабан Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан республика бүлексәһе президиумы рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылынан.
- Рыбалко Иван Игнатьевич (1925—26.04.2000), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, полковник. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Надеждин ауылынан.
- Бәширов Үзбәк Ғүмәр улы (1930—2021), агроном. 1950 йылдан Кушнаренко районы Шәрип һәм Иҫке Туҡмаҡлы МТС-тарының участка, Ильич исемендәге колхоздың баш агрономы, 1965 йылдан Куйбышев исемендәге колхоз рәйесе, 1976—2000 йылдарҙа — район орлоҡсолоҡ инспекцияһы начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Туҡмаҡлы ауылынан.
- Камил Вәлиев (1930—13.06.2016), йырсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, педагог. 1959—1969 һәм 1978—1991 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 1988—1990 йылдарҙа музыкаль-әҙәби лекторийҙың баш режиссёры; 1969—1973 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 1973—1978 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры, 1997—2007 йылдарҙа Сибай сәнғәт колледжы директоры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987). Республика йәштәр фестивалдәре (1956, 1959) лауреаты. Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2011) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.
- Ғайсина Сәкинә Зыя ҡыҙы (1930), бухгалтер. Госстрахтың Тәтешле район инспекцияһының элекке баш бухгалтеры. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Юдаев Александр Иванович (1930), технолог-инженер, нефтехимия тармағы хеҙмәткәре. 1964 йылдан Салауат нефтехимия комбинатының (хәҙер «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1975—1977 йылдарҙа — генераль директоры; 1977—1986 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Башнефтехимзаводы» производство берекмәһе етәксеһе. РСФСР-ҙың 10-сы (1979—1984) һәм 11-се саҡырылыш (1984—1989) Юғары Советы депутаты. СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1979) һәм химия сәнәғәте отличнигы (1967). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974, 1986) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Сызрань районының Рамено ауылынан.
- Авдонин Дмитрий Николаевич (1985), хәрби хеҙмәткәр, гвардия капитаны. 7-се гвардия тау десант-штурм дивизияһының рота командиры. 2022 йылдан Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2025). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғатауллина Лира Даян ҡыҙы (1926—26.01.2003), ғалим-педиатр, йәмәғәтсе. 1958—1985 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967 йылдан госпиталь педиатрияһы, 1970—1981 йылдарҙа балалар ауырыуҙары кафедраһы мөдире. РСФСР-ҙың 7-се саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. 1970—1989 йылдарҙа Балалар табиптарының Башҡортостан республика ғилми медицина йәмғиәте етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1968), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981).
- Садиҡова Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы (1931), яҙыусы, драматург, шағир һәм журналист. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге премияһы лауреаты (2011).
тулы исемлек
- Байтимеров Әбүбәкер Хөсәйен улы (1941), партия органдары һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1978—1984 йылдарҙа КПСС-тың Балаҡатай район комитетының икенсе секретары, 1984—1996 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Балаҡатай район Советы башҡарма комитеты рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996), Балаҡатай районының почётлы гражданы (2012).
- Павлова Галина Әҙһәм ҡыҙы (1946—8.07.2014), ғалим-гастроэнтеролог. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты, шул иҫәптән 2001—2006 йылдарҙа университеттың Дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғайсина Рәсимә Шакир ҡыҙы (1956), хеҙмәт ветераны, Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәре, Башҡортостандың хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Байышева Зилә Вәғиз ҡыҙы (1961), ғалим-тел белгесе. 2009 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғизетдинов Мәхмүт Фәттәх улы (1927—10.07.2006), хеҙмәт алдынғыһы. 1966—1997 йылдарҙа Братск алюмин заводы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Айыухан ауылынан.
- Латипов Ғәбделбар Ғәбдрәүеф улы (1937—09.2004), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1962—1997 йылдарҙа Баҡалы районы Мостафа машина-трактор станцияһының электрик-аккумуляторсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены кавалеры, коммунистик хеҙмәт ударнигы. Сығышы менән ошо ауылдан.
тулы исемлек
- Мирошник Николай Михайлович (1937—16.02.2011), хеҙмәт алдынғыһы. 1961—1997 йылдарҙа Хәйбулла районы «Матрай» совхозы механизаторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1994). Сығышы менән ошо райондың Әлебай ауылынан
- Мәһәҙиева Әминә Сафи ҡыҙы (1937), китапханасы, күп балалы әсә. 1959 йылдан Баймаҡ районы Муллаҡай ауыл китапханасыһы, 1964—1988 йылдарҙа шул уҡ райондың Темәс ауыл китапханаһы мөдире. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976), II дәрәжә «Әсәлек» миҙалыменән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Муллаҡай ауылынан.
- Тимирбаев Андрей Тимиргалиевич (1947), хеҙмәт ветераны. 1975—1999 йылдарҙа Октябрьский руднигы проходчигы, тау мастеры; Норильск тау-металлургия комбинатының тау эшсеһе. СССР-ҙың почётлы таусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Миәҙәк ауылынан.
- Гладких Сергей Николаевич (1962), механизатор, Афған һуғышы ветераны. Мәсетле районының «Ленинский» кооперативы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Томаров Сергей Александрович (1982), спортсы, тренер, ғалим-педагог. 2009 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2011).
- Мөхәмәтйәнов Наил Йәмил улы (1987), спортсы. Билбаулы көрәш буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Донъя чемпионаты чемпионы һәм призёры, Донъя кубогы еңеүсеһе, Рәсәй чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Миәҙәк ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Абдуллин Фәнир Хәкимйән улы (1938), быяла яһаусы. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке мастеры, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Ғабдрахманов Фиҙа Мөхәмәтсафа улы (1938), Тәтешле районы «Танып» колхозының элекке рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
- Ыласынов Милләт Рамазан улы (1938—8.04.1990), механизатор. 1955—1990 йылдарҙа Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозы тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Таҡһыр ауылынан.
- Ғиниәтуллин Рауил Ҡәниф улы (1953), педагог. Ҡариҙел район хакимиәтенең элекке мәғариф бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Волков Николай Иванович (1924—24.10.1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкы пулемётсыһы, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Зубков Сергей Васильевич (1934—2006), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1953—1978 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының «Сталь» колхозы комбайнеры. Ленин (1973) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Преображеновка ауылынан.
тулы исемлек
- Әхмәров Рәйес Ислам улы (1939), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, хирург. 1967—2008 йылдарҙа Күгәрсен районы Мәҡсүт ауыл участка дауаханаһы мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Дөйөм исемлек
Был көндә вафат булғандар
- 1997 йыл: Александр Бурзянцев, рәссам. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1979) рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1986).
- 1984 йыл: Ғабдулла Әхмәтшин, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, драматург, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.