Волков Николай Иванович

Николай Иванович Волков (1924 йылдың 25 майы, Ҡананикольский1983 йылдың 24 октябре, Магнитогорск ҡалаһы, Силәбе өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкы пулемётсыһы, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

1924 йылдың 25 майында Башҡорт АССР‑ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы) Ҡананикольский ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

Башланғыс мәктәпте тамамлай, артабан колхозда эшләй. 1942 йылдың авгусында Башҡорт АССР-ы Йылайыр район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә алына һәм Бөйөк Ватан һуғышы фронтына ебәрелә. 1945 йылдың ғинуарына гвардия сержанты Николай Волков 1-сы уҡсылар ротаһы станоклы пулемёт расчётының беренсе номеры була (175-се гвардия уҡсылар полкы 58-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 5-се гвардия армияһы 1-се Украина фронты). Одра йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә[2].

1945 йылдың 23 ғинуарында Волков ротаһында беренсе булып Оппельндан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай Одра йылғаһын аша сыға һәм йылғаның көнбайыш ярындағы плацдармды (рус.)баш. баҫып алыуҙа, тотоп тороуҙа һәм киңәйтеүҙә әүҙем ҡатнаша. Шул һуғыштарҙа Волков шәхсән ике танкты яндыра һәм күп дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 10 апрелендәге Указы менән немец илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия сержанты Николай Волковҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (8882) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[2]. Шулай уҡ III дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә[1].

Һуғыш тамамланғандан һуң Волков демобилизациялана (рус.)баш.. Тыуған иленә ҡайта, колхозда хисапсы, һуңынан дауаханала завхоз булып эшләй. 1960 йылдан Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. 1983 йылдың 24 октябрендә вафат була, Магнитогорск ҡалаһында ерләнә[2].

Хәтер

  • Николай Волков исеме менән Магнитогорскиҙа урам һәм мәктәп аталған, тыуған ауылында ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Волков Николай Иванович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (8 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Волков Николай Иванович. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 3. Уфа, 1968.