Зотов Виктор Никифорович

Виктор Никифорович Зотов (1926 йылдың 31 ғинуары, Баҡалы, Башҡорт АССР-ы1996 йылдың 16 июле, Өфө) — педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия майоры (1953). Гвардия уҡсылар полкының миномёт расчёты командиры. Дан орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975).

Биографияһы

Зотов Виктор Никифорович 1925 йылдың 25 майында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы) Баҡалы ауылында тыуған[1].

Бөйөк Ватан һуғышы башланған 1941 йылда ул үҙ ауылы мәктәбенең VII синыфын тамамлап, фронтҡа киткән ир-егеттәрҙе колхоз эшендә алмаштыра. 1942 йылдың 10 декабрендә ун ете йәше менән барған егет үҙе теләп фронтҡа китә. Дала, 1-се, 2-се, 3-сө Украина фронттарында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяҡтарын ныҡ терәп һуғыша. Пулемет расчеты командиры һәм уның һуғышсылары Ингулец, Буг, Днепр, Висла йылғаларын сыҡҡанда пехотаға әүҙем ярҙамлаша. Яугир һуғыш тарихында киң билдәле Сандомир плацдармында гитлерсыларҙы йән асыуы менән туҡмай һәм дөмөктөрә, Европаның күп илдәрен һуғышып үтә, Одер, Нейсе, Шпрее, Эльба йылғаларын дошманға ҡаршы алышып кисә, Бөйөк Еңеүҙе Влтавала ҡаршылай[2].

Һуғыш шарттарында шулай килеп сыға: батыр яугир Дан ордены менән өс кенә түгел, ә дүрт мәртәбә бүләкләнә: уның III дәрәжәлеһе — икәү, II һәм I дәрәжәлеләре — берәр. Ҡаһармандың йәнә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, биш хәрби миҙалы ла бар[3].

1945 йылдың сентябрендә гвардия өлкән сержанты В. Н. Зотов Мәскәүҙә хәрби-сәйәси училищеға уҡырға инә. Уны бөтөрөп сыҡҡас, рота командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә[2].

1956 йылда Виктор Никифорович Баҡалыға ҡайтып, Октябрьский ҡала халыҡ мәғарифы мөдиренең саҡырыуы буйынса, 8-се урта мәктәп директоры булып эшләй[1].

Артабан 6-сы урта мәктәптә, Өфө эргәһендәге Некрасовка ауылы һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә.

1980—1986 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 43-сө һәм 46-сы урта мәктәптәре директоры булып эшләй.

1976 йылда «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», 1975 йылда «Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.

Ветеран 1996 йылдың 16 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була[1].

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 2 октябрендәге 585-се Ҡарары менән Дан орденының тулы кавалеры Виктор Никифорович Зотовтың исеме Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 46-сы лицейы муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһына бирелгән[4];
  • Баҡалы ауылындағы урам Виктор Зотов исемен йөрөтә, Октябрьский ҡалаһының Геройҙар аллеяһында уға бюст, Өфө ҡалаһында ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Ғ. Һ. Булатов, А. Н. Пинтсон. Зотов Виктор Никифорович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (баш.)
  2. 1 2 Н. В. Уфаркин. Зотов Виктор Никифорович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026.
  3. Зотов Виктор Никифорович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026.
  4. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 2 октября 2020 года № 585 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза, Героев Российской Федерации и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (2 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Кавалеры ордена Славы трех степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — ISBN 5-203-1883-9.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Кн.5. Уфа, 1985.
  • Рощин И. И. Кавалеры ордена славы трех степеней. — М., 1981.
  • Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил. ISBN 978-5- 85051-512-6
  • Яйыҡбаев К. Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.

Һылтанмалар