16 июль
16 июль — рәсми календарь буйынса йылдың 197-се (кәбисә йылында 198-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 168 көн ҡала.
| ← июль → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
| 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
| 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
| 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
| 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Асфальтта һүрәт төшөрөү көнө.
- Йылан көнө.
- Тәмле аш-һыу (ризыҡ) көнө.
- Яһалма интеллект көнө
Гондурас: Инженерҙар көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1909 йыл: Германияла «Audi» компанияһы ойошторола.
- 1920 йыл: Рәсәй Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән персональ пенсиялар булдырыла.
тулы исемлек
- 1925 йыл: СССР-ҙың Хеҙмәт һәм Оброна Советы Рыбинскиҙа авиация двигателдәре заводы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә, хәҙер — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе.
- 1990 йыл: Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы ойошторола.
Был көндә тыуғандар
- Азиев Камил Ғәле улы (1930—9.01.1999), агроном-ғалим, 1957—1999 йылдарҙа Себер ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты (Омск ҡалаһы) хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1981 йылдан — генераль директорҙың селекция эштәре буйынса урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта 1973 йылдан башлап — селекция үҙәге етәксеһе. В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1990), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1988), профессор (1992). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Ҡарғалытамаҡ ауылынан.
- Чумакова Юлия Петровна (1930—20.12.2000), тел белгесе-ғалим. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты, 1975 йылдан — Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1994), профессор (1997). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Спасские Выселки ауылынан.
тулы исемлек
- Петров Пётр Петрович (1950—14.04.2012), архитектор. 1973 йылдан «Башгипросельхозстрой» институты хеҙмәткәре, 1975—2002 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) «Башнефтепроект» институтының архитектура-төҙөлөш бүлеге архитекторы, төп архитекторы, баш архитекторы, 2005 йылдан — проекттарҙың баш архитекторы, бер үк ваҡытта 2003—2005 йылдарҙа «Башкиргражданпроект» институтының архитектура оҫтаханаһы етәксеһе. 1979 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1997). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Сидоркино ауылынан.
- Әсәҙуллин Мөхәмәт Зөфәр улы (1955—1.12.2009), инженер, газ менән тәьмин итеү тармағы хеҙмәткәре. «Баштрансгаз» йәмғиәте генераль директорының элекке урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2003). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы (1960), хәрби табип-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1984 йылдан СССР Ҡораллы Көстәренең яуаплы вазифаларында хәрби хеҙмәткәр, 1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 1997 йылдан — кафедра начальнигы, 2010 йылдан — мобилизацион әҙерлек һәм катастрофалар медицинаһы кафедраһы мөдире. Медицина хеҙмәте полковнигы (2000). Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Уръяҙы ауылынан.
- Колчина Эмма Михайловна (1970), невролог-табип-ғалим. Өфө ҡалаһының Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының неврология бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Дунаев Андрей Павлович (1931—1996), мәғариф хеҙмәткәре. 1949 йылдан Башҡорт АССР-ының Балаҡатай районы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967 йылдан Нөгөш һигеҙ йыллыҡ, 1974—1995 йылдарҙа Ҡарлыхан урта мәктәбе директоры. РСФСР уҡытыусылары съезы делегаты (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987). Сығышы менән ошо райондың Нөгөш ауылынан.
- Карамова Ирина Марсил ҡыҙы (1961), кардиолог-ғалим. 1984 йылдан Республика кардиология диспансеры табибы, 2000 йылдан баш табип урынбаҫары, 2004 йылдан — баш табип; 2012 йылдан Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы; бер үк ваҡытта 1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2015), медицина фәндәре докторы (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2006).
тулы исемлек
- Мөлөков Рөстәм Миңлерәүеф улы (1971), бейеүсе. 1997—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленың балет артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
- Миркин Борис Михайлович (1937—9.08.2017), ғалим-фитоценолог, агроэколог. 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982—1986 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1970 йылдан Биология институтының геоботаника лабораторияһы мөдире, 2006 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), биология фәндәре докторы (1975), профессор (1976). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
- Нураев Таһир Шәриф улы (1947), ғалим-нефтсе, спортсы. 1975 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы. 1984 йылдан Төмән өлкәһе Ноябрьск ҡалаһындағы быраулау экспедицияһының быраулаусы ярҙамсыһы, 1988 йылдан Пурпей быраулау эштәре идаралығының баш инженеры, 2008—2012 йылдарҙа Ҡазан ҡалаһындағы «Меррико» йәмғиәтенең Быраулау иретмәләре сервисының техник директоры. Техник фәндәр кандидаты (1979). Саңғыла уҙышыу буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1967).
тулы исемлек
- Йәрғәлиев Фәрит Рәшит улы (1952—12.07.2020), рәссам. 1988—2002 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы, 1990—1993 йылдарҙа «Һары бейә» художество төркөмө, 2002 йылдан — «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002).
- Беглов Владислав Иванович (1957), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, акушер-гинеколог-ғалим, йәмәғәтсе. 1981 йылдан Салауат ҡалаһының Перинаталь үҙәге табибы, 1991 йылдан — баш табибы; 2015 йылдан ҡала дауаханыһының баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш (2013—2018) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Нордовка ауылынан.
- Лисовская Наталья Венедиктовна (1962), спортсы, йәҙрә ташлаусы. Олимпия чемпионы һәм өс тапҡыр донъя чемпионы, 1987 йылдан алып ғәмәлдәге донъя рекордсмены (22,63 м). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1984. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әләгәҙ ауылынан.
- Ғибәҙуллин Зәкәриә Рәвғәт улы (1958), инженер-ғалим, шахтёр, йәмәғәтсе. 2012 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры, 2019 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының 5-се (2013—2018) һәм 6-сы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәйҙең (2017) һәм Башҡортостандың атҡаҙанған шахтёры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
- Ниғмәтуллин Рамаҙан Муллағәле улы (1924—19.02.2002), таусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1980 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының экскаватор машинисы. РСФСР-ҙың 7-се һәм 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР-ҙың почётлы таусыһы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Иманғол ауылынан.
- Калабугин Василий Николаевич (1939), быяла эшләүсе. 1963—1999 йылдарҙа «Салауатбыяла» йәмғиәте токаре. 2-се һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны орденыы кавалеры. Сығышы менән Төркмән ССР-ының Фараб ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Искәндәров Рәшит Хөсәйен улы (1959), офтальмолог-ғалим, 1998 йылдан «РИА Медоптик» офтальмология үҙәге директоры. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Күгәрсен районы Түбәнге Һаҙ ауылынан.
- Хәмитов Әмир Айытҡол улы (1959), хирург-ғалим. Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Баймаҡ районынан.
- 1795 йыл: Екатерина Ивелич, Рәсәй империяһы шағиры, эпиграммалар авторы.
- 1860 йыл: Отто Есперсен, Дания тел белгесе, грамматика философияһын төҙөүсе.
тулы исемлек
- 1885 йыл: Николай Коновалов, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1934).
- 1900 йыл: Филипп Голиков, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы.
- 1910 йыл: Александр Аникст, СССР-ҙың әҙәбиәт һәм театр белгесе, сәнғәт фәндәре докторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987).
- 1928 йыл: Андрей Дементьев, СССР шағиры, популяр йыр текстары авторы.
- 1937 йыл: Роговцева Ада Николаевна, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1950 йыл: Валерий Максименко, СССР һәм Рәсәйҙең һынаусы-космонавы.
- 1953 йыл: Павел Глоба, СССР астрологы.
Был көндә вафат булғандар
- 1990 йыл: Михаил Матусовский, СССР шағиры, популяр йыр текстары авторы («Подмосковные вечера», «Школьный вальс» һ.б.).
- 1990 йыл: Валентин Пикуль, СССР яҙыусыһы, популяр тарихи романдар авторы.
тулы исемлек
- 1992 йыл: Татьяна Пельтцер, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы, 1951 йылғы Дәүләт премияһы лауреаты.
- 2007 йыл: Михаил Кононов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2000).
Йыл көндәре