Әсәҙуллин Мөхәмәт Зөфәр улы
Мөхәмәт Зөфәр улы Әсәҙуллин (рус. Асадуллин Мухамет Зуфарович, 1955 йылдың 16 июле, Арлар ауылы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 2009 йылдың 1 декабре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — 1 декабрь 2009 йыл, Өфө) — Рәсәй инженеры һәм топ-менеджеры. Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә хөкүмәт премияһы лауреаты. «Баштрансгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары[1] . Техник фәндәр кандидаты.
Биографияһы
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлай (1972)[2]. 1972—1977 йылдарҙа Өфө нефть институтында «газ-нефть үткәргес торбаларҙы, газ һаҡлау урындарын һәм нефтебазаларҙы проектлау һәм файҙаланыу» һөнәре буйынса уҡый.
Институтты тамамлағандан һуң — газ сығарыу буйынса мастер, газ компрессор цехы начальнигы, «Уралтрансгаз» производство берекмәһенең магистраль газ-нефть үткәргес торбалар Арал линия производство идаралығының оператив-производство хеҙмәте начальнигы.
Библиографияһы
Әсәҙуллин Мөхәмәт Зөфәр улы. Стресс-коррозияға дусар булған ҙур диаметрлы магистраль газ торбалары участкаларын асыҡлау һәм ремонтлау: техник фәндәр кандидаты диссертацияһы … : 25.00.19. — Өфө, 2000. — 182 с.: ил.
Әсәҙуллин Мөхәмәт Зөфәр улы. Стресс-коррозияға дусар булған ҙур диаметрлы магистраль газ торбалары участкаларын асыҡлау һәм ремонтлау: техник фәндәр кандидаты автореферат дис … : 25.00.19 / Өфө нефть техн. ун-т. — Өфө, 2001. — С. 23
Магистраль газ торбаларының автомобиль юлдары аша үткәүелдәрен төҙөү һәм ремонтлауҙың әлеге ваҡыттағы технологияһы һәм уларҙы ремонтлау буйынса яңы тәҡдимдәр (реконструкциялау): [З. М. Әсәҙуллин һ. б.]. — М.: Газпром ИРЦ, 2003 (Рот. ЯСЙ Газпром ИРЦ). — 43 с.: ил., табл.; 20 см. — (газ менән тәьмин итеүҙең берҙәм системаһының тематик йүнәлеше: транспорт һәм газды ер аҫтында һаҡлау: Күҙәтеү. информ. / Асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Газпром». Газ сәнәғәтенең информ.-рекл. үҙәге (ЯСЙ «Газпром ИРЦ»)).
«АСМОЛ» яңы быуын изоляциялау япмаһы һәм уның модификацияһы — «ЛИАМ» таҫмаһы: Күҙәтеү. информ. / [З. М. Әсәҙуллин һ. б.]. — М.: Газпром ИРЦ, 2003 (Рот. ЯСЙ «Газпром ИРЦ»). — 44, [1]. с.: ил., табл.; 21 см. — (Серия: транспорт һәм ер аҫтында газ һаҡлау /Асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Газпром», Газ сәнәғәтенең информ.-рекл. үҙәге (ЯСЙ «Газпром ИРЦ»)).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендә премиялар биреү буйынса Советтың тәҡдимен ҡарап, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарар итә:
2003 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендә премияһын һәм «Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә Хөкүмәт премияһы лауреаты» исемен бирергә: …. техник фәндәр кандидаты, баш инженер — «Баштрансгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Әсәҙуллин Мөхәмәт Зөфәр улына; …..- магистраль газ торбалары компрессор станциялары өсөн «Урал» сериялы газ һурҙырып ҡыуҙырыу агрегаттарын төҙөгән һәм производствоға индергән өсөн. (Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 16.02.2004 85-се ҡарары)[3].
- «Почёт Билдәһе» ордены (1993)
Әҙәбиәт
- Әсәҙуллин Мөхәмәт Зуфарович//Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 78. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://www.bashinform.ru/news/105244-novye-shagi-sotrudnichestva-s-oao-quot-gazprom-quot/
- ↑ Выпускники
- ↑ Асадуллин Мухамет Зуфарович. Награды России (16 февраль 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025.