1 декабрь
1 декабрь (рус. 1 декабря) — рәсми календарь буйынса йылдың 335-се көнө (кәбисә йылында 336-сы). Йыл тамамланыуға 30 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО:
- СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө.
Ер:
- Антарктида көнө.
Португалия: Бойондороҡһоҙлоҡты тергеҙеү көнө.
Румыния: Милли берҙәмлек көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Хәрби дан көнө. Нахимов етәкселегендә рус эскадраһының Синоп мороно янында төрөк эскадраһын тар-мар итеүе (1853).
- Хоккей көнө.
Төбәк байрамдары
Башҡортостан: Сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө
Ҡарағалпаҡстан: Ҡарағалпаҡ теле көнө.
Ер: Неврологтар көнө.
Панама: Уҡытыусылар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Шиномонтажсылар көнө.
Украина: Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1887 йыл: Артур Конан Дойлдың Шерлок Холмс тураһында тәүге китабы «Этюд в багровых тонах» баҫылып сыға.
- 1891 йыл: Джеймс Нейсмит баскетбол уйынын уйлап таба.
тулы исемлек
- 1922: Хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы асыла.
- 1943: Тәһран конференцияһы тамамлана.
- 1959: Өфө ҡалаһында «Башнефтехимремстрой» тресы ойошторола.
- 2005: Пермь өлкәһен һәм Коми-Пермяк милли округын ҡушыу һөҙөмтәһендә Пермь крайы ойошторола.
- 2011: Алма-Атала (Ҡаҙағстан) метрополитен асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Байыҡ сәсән (1710—10.10.1814), башҡорт сәсәне, шағир-импровизатор, азатлыҡ өсөн көрәшеүсе.
- Мөхәмәтйәнова Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы (1950), педагог-ғалим, мәғариф һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1998—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры. Рәсәй Федерацияһы Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, педагогия фәндәре кандидаты. СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тадиашвили Валентин Георгиевич (1921—25.02.1993), архитектор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953 йылдан «БашНИПИнефть» институты архитекторы, 1954 йылдан өлкән архитектор һәм бер үк ваҡытта архитектура төркөмөнөң өлкән инженеры, 1971 йылдан төҙөлөш бүлегенең, 1979—1981 йылдарҙа генплан һәм юл проектлау бүлегенең баш белгесе. Сығышы менән Владикавказ ҡалаһынан.
- Ниғмәтуллина Фәриҙә Хәбибрахман ҡыҙы (1946), педагог, хор дирижёры. 1973—2015 йылдарҙа Салауат музыка училищеһы һәм Салауат музыка колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Юлбаш ауылынан.
тулы исемлек
- Миловзоров Георгий Владимирович (1956), инженер-электромеханик-ғалим. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Яңы Надеждин ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Камалов Азат Әхмәҙулла улы (1937—24.04.2007), тел белгесе-ғалим, топонимист. 1967—1990 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1972 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1990—1992 һәм 1997—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999—2004 йылдарҙа филология кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1997), профессор (1997).
- Юнысов Зәбир Кәбир улы (1937—28.08.2020), ауыл хужалығы хеҙмәтҡәре, йәмәғәтсе. 1976—1997 йылдарҙа Өфө районының Авдон ауылындағы төҙөлөүсе һәм ғәмәлдәге ҡошсолоҡ фабрикаһы директоры, 1998 йылдан Рәсәй Пенсия фондының Өфө районы буйынса идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1982). Өфө районының почётлы гражданы (2014).
тулы исемлек
- Сәғитова Сәбилә Фазулла ҡыҙы (1957), педагог. 2014 йылдан Салауат белем һәм һөнәри технологиялар колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Юлдаш ауылынан.
- Топычканова Екатерина Геннадьевна (1957), малсы. 1975 йылдан Мәсетле районы Ленин исемендәге колхоздың һәм «Ленинский» кооперативының сусҡа ҡараусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән ошо райондың Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Выясновский Андрей Юлианович (1898—1970), психиатр-ғалим. 1954—1959 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, психиатрия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1939), профессор (1940). Сығышы менән Подольск губернаһының Антоновка ауылынан.
- Давыдов Борис Валентинович (1923—?), нефтсе-инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947—1983 йылдарҙа «Башнефтегеофизика» тресы электроразведка партияһының инженер-операторы; трестың кадрҙар бүлегенең өлкән инженеры, начальнигы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Удмурт Республикаһының Шалья ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Саҡаев Йәлил Хәнәфи улы (1958), спортсы, тренер, шашка буйынса Ишембай олимпия резервы мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1996) һәм иң яҡшы тренеры (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Рсай ауылынан.
- Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы (1958), музыкант-скрипкасы, педагог, сәнғәт белгесе-ғалим. 1992 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, 2001 йылдан ҡыллы музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2012), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2009), Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре (2017). Төрлө кимәл ижади конкурстар лауреаты һәм дипломанты.
- Ғәлләмов Флүр Фәнәүи улы (1968), иҡтисадсы, йәмәғәтсе. 2001 йылдан «Роскомснаббанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһының 4-се (2008—2013) һәм 5-се (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2011).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәхрәзиев Миңлеғәлим Фәхрәзи улы (1899—1985), Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Абдулла ауылынан.
- Монасипов Миңлеғаффан Хәйрулла улы (1929—21.10.1997), нефтсе, 1954 йылдан Иҫәнғол быраулау контораһы мастеры, өлкән инженеры, участка һәм производство бүлеге начальнигы; Ишембай быраулау контораһының бүлек начальнигы; 1966 йылдан «Башюгнефтеразведка» тресы начальнигы; 1972 йылдан – Ишембай быраулау эштәре идаралығының баш инженеры һәм начальнигы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған (1979) һәм почётлы нефтсеһе (1980). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Урманов Тәлғәт Фәтхетдин улы (1929—2.02.2023), бейеүсе. 1951—1971 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ауылынан.
- Шакиров Фәрүәз Рәхим улы (1929—20.11.2011), инженер, сәнәғәт өлкәһе һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1975 йылдан КПСС-тың Учалы ҡала комитетының беренсе секретары, 1988—1999 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының директор урынбаҫары, тау инженеры. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (2002). Сығышы менән ошо райондың Илсе ауылынан.
- Миһранов Искәндәр Абрар улы(1939), педагог, ауыл хәбәрсеһе, тыуған яҡты өйрәнеүсе, һәүәҫкәр йырсы һәм ҡурайсы. 1965—2000 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—1994 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997), РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1978), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1969), социалистик ярыш еңеүсеһе (1978). райондың Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (1997).
- Дашкина Римма Ғосман ҡыҙы (1944—19.02.2021), бейеүсе, һөйләү жанры артисы. 1967—2003 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауылынан.
- Ишмырҙин Зиннур Йыһанур улы (1949—2016), механизатор. 1970 йылдан Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың машинист-тракторсыһы, 2003—2009 йылдарҙа — ошо уҡ райондың «Таналыҡ» кооперативы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР‑ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (1981). Сығышы менән ошо райондың Бәхтегәрәй ауылынан.
- Шаммасов Хәлил Рәүил улы (1954), спортсы, тренер. Һаңғырау спортсыларҙың йөҙөү буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән, Һуҡырҙар спорты Башҡортостан федерацияһының йөҙөү буйынса тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры. Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1792 йыл: Николай Лобачевский, Рәсәй империяһы математигы.
- 1889 йыл: Василий Блюхер, СССР-ҙың хәрби, дәүләт һәм партия эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы.
тулы исемлек
- 1896: Георгий Жуков, СССР полководецы, Советтар Союзы Маршалы, дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1935: Аллен Вуди, АҠШ кинорежиссёры, яҙыусы, актёр, продюсер.
- 1945: Геннадий Хазанов, СССР һәм Рәсәй актёры, һөйләү жанры артисы.
- 1959: Гарик Сукачёв, СССР һәм Рәсәйҙең рок-музыканты, актёр, режиссёр һәм композитор.
- 1969: Дмитрий Марьянов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1825 йыл: Александр I, Рәсәй императоры.
- 1866 йыл: Джордж Эверест, Бөйөк Британия геодезисы.