Камалов Азат Әхмәҙулла улы
Азат Әхмәҙулла улы Камалов (рус. Азат Ахмадуллович Камалов; 1937 йылдың 1 декабре, Яманһаҙ, Башҡорт АССР-ы — 2007 йылдың 23 апреле, Өфө) — СССР һәм Рәсәй филологы, башҡорт теле белгесе, топонимист. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы (1997—2005). Филология фәндәре докторы (1997). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
Биографияһы
Камалов Азат Әхмәҙулла улы 1937 йылдың 1 декабрендә Башҡорт АССР-ының Матрай районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы) Яманһаҙ ауылында тыуған[1].
1964 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын (2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты) тамамлай[2].
1967—1990 йылдар — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты) эшләй (1972 йылдан — өлкән хеҙмәткәр)[1].
1990—1992 йылдар — Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) филология факультеты уҡытыусыһы[2].
1992—1996 йылдар — Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын (рус.)баш. күтәреү институты хеҙмәткәре[1].
1996 йылда Рәсәй Федерацияһының Милли мәғариф мәсьәләләре институтының Башҡортостан филиалында әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара[2].
1997—2005 йылдар — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999—2004 йылдарҙа филология кафедраһы мөдире[1].
Ғилми эшмәкәрлеге
Топонимика фәне менән дүрт тиҫтә йылға яҡын шөғөлләнеү һөҙөмтәһендә атамалар тарихы һәм этимологияһы (рус.)баш. хаҡында күп мәҡәләләр, китаптар яҙа. Ул ғилми-тикшеренеү эштәрендә Башҡортостан Республикаһының ойконимияһын, гидронимияһын һәм оронимияһын тикшереүгә төп урын бүлә. Башҡорт топонимдарын башҡа төрки телдәр, фин-уғыр һәм иран телдәре менән сағыштырып өйрәнә[1].
1969 йылда, «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «Гидронимия Башкирии» тигән темаға кандидатлыҡ, 1997 йылда, «филология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, «Башкирская топонимия (сравнительное и ареальное исследование)» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].
Ғилми хеҙмәттәрендә башҡорттарҙың этногенезы, ҡәбилә-ырыу составы, хәрби-сәйәси ойошмалары, тамғалары тураһында бай мәғлүмәттәр бирелә. «Атайсал» (2001) китабы миҫалында был айырыуса асыҡ күренә.
Юғары уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмалары әҙерләп нәшер итеүсе ғалим.
Башҡорт топонимикаһы буйынса 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Ҡайһы бер фәнни хеҙмәттәре
- Об основных типах гидронимов Башкирии // Ономастика Поволжья. — 1. — Ульяновск, 1969;
- Данные гидронимии к проблеме этногенеза башкир // Археология и этнография Башкирии: Материалы научной сессии по этногенезу башкир БФАН СССР. — Т. IV. — Уфа, 1971;
- О правописании башкирских топонимов // Вопросы башкирского языкознания. — Уфа, 1973. — С. 216—219. (в соавт.);
- Башкирские топонимы от личных имён (по материалам географических названий бассейна реки Дёмы) // Башкирский языковедческий сборник. — Уфа, 1975;
- Кипчакские элементы в топонимии Башкирии // Всесоюзная тюркологическая конференция 27-29 сентября 1976 г. Секция 1: Советская тюркология и развитие тюркских языков в СССР. — Алма-Ата: Наука, 1976;
- Ялан-катайские башкиры и их топонимия // Происхождение аборигенов Сибири и их языков: Материалы Всесоюзной конференции 3-5 июня 1976 года. — Томск, 1976;
- Некоторые вопросы изучения тюркской географической терминологии: на материале башкирского и алтайского языков // Языки и топонимия Алтая. — Барнаул. 1979;
- Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге (Словарь топонимов Башкирской АССР). — Уфа: Башкнигоиздат, 1980. — 200 с. Авторҙаш;
- Семантика и ареалы башкирских географических терминов // Тюркское языкознание. — Ташкент: Фан, 1985;
- Башкирская топонимия. — Уфа: Китап, 1994. — 302 с.;
- Ареальная характеристика башкирской топонимии Южного и Среднего Урала // Геоэкология в Урало-Каспийском регионе: Тезисы докладов и сообщений международной научно-практической конференции. Ч. 1. — Уфа, 1996;
- Башкирские географические термины и топонимия. — Уфа: Китап, 1997. — 383 с.;
- Историко-этимологический топонимический словарь башкирского языка. — Уфа: Китап, 1997 (в соавт.);
- Атайсал. — Өфө: Китап, 2001. — 544 бит. Авторҙаш;
- Башҡорт теленең тарихи-этимологик топонимик һүҙлеге. — Өфө: Китап, 2007. — 332 бит. Авторҙаш;
- Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге (Словарь топонимов Республики Башкортостан). — Уфа: Китап, 2002. — 254 с. Авторҙаш[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Р. З. Шәкүров. Камалов Азат Әхмәҙулла улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (1 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 апрель 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 4 Учёные Башкортостана: библиографический справочник // Камалов Азат Ахмадуллович (билдәһеҙ). — Уфа: Китап, 2005. — С. 312, 313. — 111 с. (Тикшерелеү көнө: 21 апрель 2026) (рус.)
- ↑ Камалов, Азат Ахмадуллович. Башкирская топонимия: Сравнительное и ареальное исследование: автореферат диссертации доктора филологических наук: 10.02.02 / Башкирский ун-т. - Уфа, 1997. - 61 с. Российская государственная библиотека. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Кто есть кто в башкирской науке: справочник. — Уфа: Гилем, 2004. — С. 145.