Ороним

Оро́ним (грек. ὄρος «тау» + ὄνομα «исем, атама») — ер өҫтөндәге теләһә ниндәй объекттың үҙ атамаһы: ҡабарынҡы (тау, тау теҙмәһе, ҡалҡыулыҡ) һәм батынҡы (үҙән, тарлауыҡ, уйһыулыҡ, каньон, соҡор), йәғни теләһә ниндәй орографик объект; топоним класына ҡарай[1]. Йыш ҡына әҙәбиәттә «ороним» терминының йөкмәткеһе яңылыш тау һәм һырт атамалары менән генә сикләнә. Оронимдар йыйылмаһы оронимия тип атала, миҫалдар: Белоруссия оронимияһы, Ҡырым оронимияһы.

Оронимдарҙың килеп сығышын, үҫешен топонимиканың оронимика бүлексәһе өйрәнә.

Оронимдарға миҫалдар: Эльбрус, Кавказ тауҙары, Ямантау, Янғантау, Баҙал һ.б.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Категориялар