Баҙал (һырт)
Баҙал | |
---|---|
урыҫ Базал | |
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 25 км |
Киңлеге | 5 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 878 м |
Урынлашыуы | |
53°12′ с. ш. 57°18′ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Баҙал — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөрйән районында Аҡбейек тауы (888 м) итәгенән Ағиҙел йылғаһы киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.
- Оҙонлоғо — 25 км;
- төньяҡ киңлеге— 4 км,
- үҙәк өлөшө —5 км,
- көньяҡ өлөшө —7 км;
- абсолют бейеклеге —878 м.
Һыртта 5 түбә айырылып тора (бейеклектәре 708, 868, 878, 473, 807 м).
Баҙал асимметриялы битләүҙәр менән билдәләнә:
- көнбайыш битләүҙәре — һөҙәк,
- уйһыулыҡтар һирәк; көнсығышы — текә,
- уйһыулыҡтар һәм соҡорҙар күп.
Урта рифейҙың егәлгә һәм әүжән свиталарының кварцитлы ҡомташтары, конгломераттары, эзбизташтары һәм доломиттарынан ғибәрәт. Карст үҫешкән.
Алағуян йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы) ҡушылдыҡтарының үрге ағымы ер аҫты аҡмаһы менән билдәләнә.
Ландшафтары серемтәле-карбонатлы һәм һоро урман тупраҡтарындағы имән, йүкә, ҡарағай урмандарынан тора.
Топонимия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Исеме, фаразланыуынса, боронғо төрки телендә «урман йыуаһы» тигәнде аңлата.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Был — Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |