Ағиҙел (йылға)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ағиҙел
Ишембайҙа Ағиҙел аша күпер
Ишембайҙа Ағиҙел аша күпер
Характеристика
Оҙонлоғо 1430 км
Бассейн 142 000 км²
Һыу сығымы 950 м³/с (тамағында)
Һыу ағымы
Инеше Ирәмәл, Көньяҡ Урал
 · Координаталар 54°32′20″ с. ш. 59°02′58″ в. д.HGЯO
Тамағы Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы
 · Координаталар 54°32′20″ с. ш. 59°02′59″ в. д.HGЯO
 · Координаталар 55°53′14″ с. ш. 53°36′14″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Кама → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
РДҺР 10010200112111100016731
Ағиҙел (йылға) (Рәсәй)
Точка
Точка
Ағиҙел Викимилектә

Ағиҙел ((тыңлау) ; шулай уҡ Иҙел[1]; рус. Белая) — Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы[2]. Каманың һул һәм иң ҙур ҡушылдығы[3]. Оҙонлоғо — 1430 километр, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 142 000 км²[4][5].

Тарихы һәм этимологияһы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта быуаттарҙа Волга йылғаһы Иҙел тип аталған, әммә ул хәҙерге Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары ҡушылған урында (Өфө ҡалаһы янында) башланған.

Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә йылға Иҙел тип тә йөрөтөлә. «Урал батыр» ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар.

Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән аты башҡортсанан туры күсермә: 1627 йылда сыҡҡан "Ҙур һыҙма китабы"нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел «Белая Воложка» тип атала[6].

Ағиҙел йылғаһы Бөрйән районы Ишдәүләт ауылы эргәһендә

Ағиҙел — аҡ йылға (аҡ һәм боронғо төрки иҙел — һыу, йылға). Шулай итеп, Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғаларының атамаһы уларҙың ҡитғалар буйынса билдәләнешенә бәйле булыуы ихтимал: Ағиҙел көньяҡтан аға, ө Ҡариҙел — төньяҡтан[7][8].

Көньяҡ Уралдың бейеклеге буйынса икенсе урында торған, Белорет районынан төньяҡ-көнсығышта урынлашҡан Ирәмәл тауынан көнсығыштараҡ, Әүәләк тауы итәгендә, Учалы районының Яңы Хөсәйен ауылы эргәһендә баш ала. Үрендә һаҙамыҡлы үҙәндәрҙән үтә, Тирлән ҡасабаһынан түбәндәрәк ҡырҡа тарая, иңкеүҙәре текәрә. Белорет, Бөрйән ерҙәренән Урал тауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы Нөгөштөң түбәнге ағымында, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға, иркен туғайҙарҙа ағымында боролмалар, бөгөлдәр яһап, тармаҡланып та киткеләй. Күп урында уң яҡ яры ҡалҡыуыраҡ.

Ағиҙел бассейны
Инженер Николай Белелюбский проекты буйынса Өфөлә Aғиҙел аша беренсе тимер күпер асыу, 1888 йылдың 8 сентябре.
Ағиҙелдең инешендәге таҡтаташ

Йылға, нигеҙҙә, ҡар һыуҙары менән тулылана. Бөрө ҡалаһы эргәһендә уртаса йыллыҡ исрафланыуы 858 м³/с, таамғында — 950 м³/с. Ғәҙәттә, ноябрҙең икенсе яртыһында туңа, боҙ апрель урталарында китә.

Йыллыҡ ағымының 60 проценты тирәһе яҙғы ташҡын осорона (яҡынса 75 көн) тура килә. ташҡын яҡынса 10 апрелдә башланып, 23 июлдә тамамлана. был ваҡытта һыуҙың тоноҡлоғо литрына 900 миллиграмға етә (башҡа ваҡытта — 50 мг/л).

Иң ҙур ҡушылдыҡтары:

Йылға тамағынан Өфөгә тиклем суднолар даими, Мәләүез пристаненә хәтлем өҙөклөк менән йөрөй.

Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Ағиҙел буйлатып торлаҡ ҡороп, түлләп, ишәйеп, ҡотайып донъя көтә. Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.

Флора

Ағиҙел ярҙарында дала үҫемлектәре үҫә, урыны менән урмандар осрай. Урта ағымында ярҙарын тирәк, тал, гөлйемеш ағастары ҡаплаған. Ҡара бөрлөгән күп.

Фауна

Алабуға, сабаҡ, суртан, ажау, аҡ сабаҡ, йәйен, шамбы, шырт балыҡ, ҡорбан, густера, уҡбалыҡ, ташбаш, зөгәй, бәрҙе (үрендә), ағасаҡ, опто, бәрҙе, ҡыҙыл балыҡ (ҡалмаған тиерлек), аҡ сабаҡ, ҡылыс балыҡ, борош, йоҡа сабаҡ, ҡыҙылғанат, сәгер балыҡ, ротан, көмөш табан, үгеҙбалыҡ.

(тамағынан км; оҙонлоғо 100 километрҙан оҙон булған йылғалар күрһәтелгән)

Хужалыҡта ҡулланылышы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урман ағыҙыу баркалары ҡалдыҡтары

Башҡортостандың мөһим һыу магистрале. Табындан (656 км) алып суднолар йөрөй ала. Өфөнән суднолар даими йөрөй. Туристик рейстар ойошторолған Мәскәү — Өфө һыу юлының бер өлөшө булып тора.

Өс һыу узелынан торған каскад төҙөү планлаштырыла: 2003 йылда беренсе Йомағужа һыуһаҡлағысы төҙөлә, 2005 йылда Йомағужа ГЭС-ының һуңғы агрегаты сафҡа индерелә. Ошо һыуһаҡлағыс төҙөлөшө арҡаһында йылға һуңғы йылдарҙа ныҡ һайыға.

Йылға һыуы баҡсаға һибеү өсөн ҡулланыла, һирәк кенә эсәр һыу итеп тә файҙаланыла. Сәнәғәт производстволары («Газпром нефтехим Салауат» һ.б.) өсөн ҡулланыу сикләнгән, предприятиелар һыу ҡулланыуҙың йомоҡ циклына күсә.

Яҡын арала ағышын үҙгәртеп Илеш районының Груздевка ауылынан Татарстандың Аҡтаныш районы Әзәкүл ауылына тиклем 23 километрлы участканы тәрәнәйтеү планлаштырыла. Был эре инфраструктура проекты 25 миллион һумға финансланған да инде. Маҡсаты — «йылға-диңгеҙ» класлы суднолар менән Төркиә һәм Иранға иген оҙатыу мөмкинлеген булдырыу[9][10][11]

Күперҙәр

Йылға аша бик күп күпер һалынған, уларҙың иң ҙурҙары булып Өфөләге дүрт автомобиль һәм бер тимер юлы күпере тора.

Административ сиктәре

Ағиҙел йылғаһы:

Ҡалалар

Ағиҙел ярында Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.

Йылғаны рәссамдар А. Э. Тюлькин «На родине Нестерова», «Труниловка», «Ледоход» һ.б.[12], Б. Ф. Домашников «Утро на Белой», «На реке Белой» картиналарында һүрәтләгән.

Шағирҙар А. Филиппов, С. Кулибай шиғырҙарында һәм ДДТ «Агидель (Белая река)» йырында данлай.

Облака проходят бело-белые,

Но белей, чем эти облака,

Агидель, или по-русски Белая, —

Светлая, как девушка река.

Белая река, капли о былом, ах, река-рука, поведи крылом.

ДДТ төркөмө йыры.
Революцияға тиклемге открыткаларҙа

Ағиҙел йылғаһының үре — һыу туризмы өсөн популяр урын.

йылға бик оҙон булғанлыҡтан, уның буйында бик күп иҫтәлекле урындар бар: Белорет һәм Ҡағының тимер эшләү заводтары, үрге ағымында бик күп мәмерйәләр, шул иҫәптән Шүлгәнташ, Стәрлетамаҡтың элекке тоҙ пристане һәм Табын ҡәлғәһе.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйҙең дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, Кама бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — тамағынан алып Ар ташы һыу үлсәү посына тиклем, йылғаның ярҙамсы бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама.

Дәүләт һыу реестрында коды — 10010200112111100016731[4].

  1. «В башкирском фольклоре и в разговорной речи Иҙел»

    — Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. — 256 с. — С. 23.

  2. Башҡорт АССР-ының топонимдәр һүҙлеге, 18-19-сы бб.
  3. Кама, приток Волги
  4. 1 2 «Белая» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  5. Н.И. Алексеевский, М.М. Антонова. Белая. — статья из научно-популярной энциклопедии «Вода России». Дата обращения: 3 апрель 2017.
  6. Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. — 256 с. — С. 23.
  7. Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь. — М: АСТ. 2001
  8. Уфа, река // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Башкирия изменит русло Белой для экспорта зерна в Турцию и Иран. РБК. Дата обращения: 18 май 2019. Архивировано 18 май 2019 года.
  10. Башкирия планирует поставлять зерно через реку Белую в Иран, Турцию и Прибалтику. www.bashinform.ru (17 май 2019). Дата обращения: 18 май 2019. Архивировано 18 май 2019 года.
  11. Башкирия планирует поставлять зерно в Иран, Турцию и Прибалтику по реке Белой. Bash.News (17 май 2019). Дата обращения: 18 май 2019. Архивировано 18 май 2019 года.
  12. Художник Тюлькин Александр Эрастович — Художник Тюлькин Александр Эрастович — жизнь и творчество. Архивировано из оригинала 17 ноябрь 2016 года.