Йәйен
Йәйен (лат. Silurus glanis, рус. сом обыкновенный) — йәйендәр ғәиләһенә (Siluridae) ҡараған киң ялпаҡ ауыҙлы, оҙон мыйыҡлы, сөсө һыуҙа йәшәгән шыма тәнле, тәңкәһеҙ эре йыртҡыс балыҡ; Башҡортостанда иң ҙур балыҡ.
Оҙонлоғо 5 м самаһы, ауырлығы 400 кг тирәһе (тарихи мәғлүмәттәр буйынса).
Хәҙерге ваҡытта 100 кг -дан артыҡ тартҡан вәкилдәре бик һирәк осрай. Әммә оҙонлоғо 2,5 м-ҙан ашыу һәм массаһы 150 кг тирәһе булған вәкилдәре рәсми рәүештә теркәлгән.
Аналь йөҙгөсө оҙон, ишһеҙ йөҙгөстәре ҡылсыҡһыҙ.
Тәне һорғолт-йәшел төҫмөрләнешле көрән төҫөндә, ҡорһағы аҡ. Тереклек иткән еренә ҡарап төҫө ҡараға яҡын төҫтән алып асыҡ һары төҫкә тиклем үҙгәрә ала.Һирәкләп булһа ла араларында альбиностар ҙа осрай.
Ареалы
Төньяк Боҙло океан бассейнынан башҡа Европала һәм Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге йылғаларҙа, күлдәрҙә, Арал диңгеҙе бассейнында тереклек итә.
Үрсеүе
Яҙғыһын яр ситттәрендә һыу үҫемлектәре араһында ыуылдырыҡ сәсәләр. Инә балыҡ оя яһап шуның эсенә ыуылдырыҡ һала. Ыуылдырыҡтарҙы ата балыҡ һаҡлай. Енси етлегеү ғүмерҙәренең бишенсе йәшендә башлана.
Йәшәү рәүеше
Үҫештәренең башында йәйен ваҡ ҡыҫала һымаҡтар, селбәрәләр, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Үҫешә биргәс аҙыҡтарына тере балыҡ, моллюскылар, һыу ҡоштары һәм һыуҙа тереклек иткән башҡа хайуандар менән туҡлана.
Бик әүҙем төнгө йыртҡыс. Көндөҙ коряжник һыу аҫты соҡорҙарында һәм башҡа уйһыу урындарҙа ята.
Боҙ китер алдынан бәләкәй төркөмдәргә йыйылып (5-10 тирәһе) һыу аҫты соҡорҙарында йыйылалар. Ҡышҡыһын әүҙемлектәре булмай һәм бөтөнләй тиерлек туҡланмайҙар.
Ҡылыҡһырлама
Әҙәбиәт
- Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сабанеев Л. П. Жизнь и ловля пресноводных рыб
- ↑ Үтә ҙур йәйен бер ҡатынға ташланған. Ҡатынға врачка мөрәжәғәт итергә тура килгән. 15.08.2010, Новости 24, Контуев М.
Һылтанмалар
- Позвоночные животные России: обыкновенный (европейский) сом 2020 йылдың 13 июль көнөндә архивланған.
- Все подробности о соме, образе жизни и ловли сома
- Сом, рецепты 2012 йылдың 20 октябрь көнөндә архивланған.