Уҡбалыҡ
Таралыуы
Ҡылыҡһырлама
Башҡорттар был балыҡты сөгә, осломорон тип тә йөрөтә.
Был балыҡтарҙың тәңкәһеҙ. Оҙонса кәүҙәләре 5 буй рәт ромб һөйәк пластиналары бар: бер рәт арҡанан, икешәр рәт ян-яҡтан һәм ҡорһаҡтан үтә.
Баштарының алғы өлөшөндә оҙон томшоҡ — рострум һуҙылған. Ауыҙҙары томшоғоның аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан. Ауыҙы аҫтында суҡлы мыйыҡсалары бар.
Шул томшоҡтары менән мәрсендәр аҙыҡ эҙләп һыу төбөндә ҡаҙына, унда йәшеренгән һәр төрлө умыртҡаһыҙ хайуандарҙы табып ашай.
Уҡбалыҡтың оҙонлоғо 125 см-ға, ауырлығы 16 кг-ға етергә мөмкин. Ғәҙәттә, Башҡортостанда иң ҙуры 35—45 см, ауырлығы 1 кг самаһы булғандары осрай.
Арҡаһының төҫө ҡуйы һоро, һорғолт көрән, ҡорһағы аҡ төҫтә. Мороно осло. Ауыҙы аҫҡы, ҙур түгел, суҡлы мыйыҡсалары бар. Ҡойроҡ йөҙгөсө симметрик түгел.
Бөтә мәрсендәрҙең дә ите бик юғары сифатлы һәм улар ныҡ ҡиммәтле ҡара төҫтәге ыуылдырыҡ бирә.
Ҡылсыҡһыҙ ите тәмле булғанға был балыҡ балыҡсылар тарафынан күпләп ҡырылған, шуға ла уны аулау ҡәтғи рәүештә тыйыла.
Йәшәү рәүеше
Мәрсендәрҙең сөсө һыуҙа йәшәй торған төрө. Күберәк һыу төбөндәге хайуандар менән туҡлана.
Көҙгөлөккә (сентәбрҙа) йылғаның тәрән урындарына, соҡорҙарға йыйылып яталар. Ҡышты шулай, туҡланмайынса хәрәкәтһеҙ тиерлек ятыуҙа үткәрәләр.
Ғүмер оҙонлоҡтары 22-30 йыл тирәһе.
Төп сикләүсе сәбәптәр — йылғаларҙың ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтары менән бысраныуы; йылғаларҙың һайығыуы, браконьерҙар.
Үрсеүе
Енси яҡтан ата балыҡтар 3—7, инә балыҡтар — 5—12 йәштә өлгөрә. 2—3 йылға 1 тапҡыр апр.—июндә ыуылдырыҡ сәсә.
Ыуылдырығын 7—15 м тәрәнлектә ваҡ ҡырсынташ-ҡомдан торған грунттың көслө ағымлы участкаларында һала.
Үрсеме — 100 мең ыуылдырыҡ. 22 йылға тиклем йәшәй.
Туҡланыуы
Уҡбалыҡ бөжәк, ҡарышлауыҡ, ҡорттар, ҡусҡарҙар, балыҡ ыуылдырығы, моллюскылар, һөлөктәр, һирәкләп һыу үҫемлектәре (башлыса йәйгеһен) менән туҡлана.
Башҡортостан Республикаһында Ағиҙел йылғаһының түбәнге һәм урта ағымдарында (Мәләүез ҡалаһына тиклем) һәм уның ҡушылдыҡтарында (Дим Ағиҙел, Эҫем, Өршәк йылғалары) йәшәй.
Статусы
Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
Әҙәбиәт
- Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.
- Галеева А. Х. Красная книга // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8 .
- Баянов М. Г. Редкие виды животных // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8 .
Һылтанмалар
- Рыбы занесенные в красную книгу Башкирии 2017 йылдың 15 май көнөндә архивланған.
- Башҡорт энциклопедияһы 2016 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.
- Стерлядь
- Красная Книга Российской Федерации 2017 йылдың 3 август көнөндә архивланған.