Шүлгәнташ
Шүлгәнташ мәмерйәһе (рус. Капова пещера, Бельская, Шульга́н-Таш)[2][3][4][5] — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районындағы карст мәмерйәһе. Шул уҡ исемдәге Шүлгән-Таш ҡурсаулығында Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Мәмерйә палеолит дәүерендәге тарихҡа тиклемге кешеләрҙең ҡая һүрәттәре менән билдәле.[10] 2014 йылда үткәүелдәрҙең дөйөм оҙонлоғо 2640 м, иҙән майҙаны 20200 м2, күләме 105 мең м3, тәрәнлеге 30 м тәшкил иткән.[2] 2019 йылда ғалимдар дүртенсе ҡатты тапҡан, унда күп һанлы сталактиттар бар, уларҙың ҡайһы берҙәренә 100 мең йылдан ашыу йәшәй. Ҙур минераль ҡатламдарҙан береһе мәмерйә иҙәненән 3 м бейеклектә күтәрелә һәм киңлеге 8 м[6].
2025 йылдың 12 июлендә Шүлгән-Таш мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты тип танылды[7][8].
Атамаһы
«Капова» исеменең килеп сығышы тураһында ике теория бар. Беренсеһе — эсендә даими тамып тороусы тауыштан, икенсеһе — «капище» (рус.)баш. (ғибәҙәтхана) һүҙенән, сөнки мәмерйәнең тарихҡа тиклемге осорҙа ғибәҙәтхана булараҡ файҙаланылыуы тураһында дәлилдәр бар (шуның өсөн ҡаяға һүрәттәр ҙә эшләнгән). Тарихи дәүерҙә (урта быуаттарҙа) мәжүси ғибәҙәтхана булараҡ ҡулланылған, был хаҡта башҡорт риүәйәттәре һәм археологик ҡаҙыу эштәре дәлилләй[9].
"Шүлгән-таш" атамаһы башҡорт теленән килеп сыҡҡан. "Таш" - таш тигәнде аңлата, ә Шүлгән — мәмерйә ингән ерҙән Ағиҙел йылғаһына ҡойған йылға. Шуның кеүек үк, боронғо башҡорт диалектында «һыу үлгән, юҡҡа сыҡҡан» тигәнде аңлата, дөрөҫөрәге, «һыу ташта үлгән» йәки «һыу таш аҫтына киткән» мәғәнәһендә. Бынан тыш, Шүлгән — башҡорт халҡының боронғо «Урал батыр» ҡобайыры персонажы, уның төп геройы Урал батырҙың ағаһы[10].
Географияһы
Мәмерйә иркен тармаҡлы, оҙонлоғо яҡынса 3 км, вертикаль амплитудаһы 165 м[1] (һыу аҫты сифон ҡыуышлыҡтарын иҫәпкә алып), ҙур камералар, галереялар, ер аҫты күлдәре һәм йылғаһы булған өс ҡатлы спелеологик система. Мәмерйәлә өс гипсометрик кимәл (ҡат) бар, уларҙан аҫҡы өлөшөн мәмерйәне барлыҡҡа килтергән Ер аҫты Шүлгән йылғаһы аға[11]. Мәмерйә яҡынса 140 м бейеклектәге карст массивында химоген[12] эзбизташтарҙа барлыҡҡа килгән. Мәмерйәнең тирә яғында уға параллель рәүештә, яҡынса өс саҡрым оҙонлоҡтағы тәрән Шүлгән карст каньоны үтә, ул ҙур карст соҡорҙары һәм күлдәре булған ҡоро үҙәнгә ҡушыла.
Шүлгәнташ мәмерйәһенә яҡынлашҡас, уң яҡ ҡая битендә «Мамонт ҡаяһы»н күренә. Ҡаяға был исем ҡояш байығанда күләгәһе томшоғон ергә төшөргән мамонтҡа оҡшаған өсөн бирелгән.
Мәмерйәгә инеү урыны Һарыҡусҡан тауының көньяҡ битләүендә урынлашҡан һәм яҡынса 30 метр бейеклектәге ҙур арка булып тора. Мәмерйәгә ингән урындан һул яҡта күл урынлашҡан, күлдән Шүлгән йылғаһы ағып сыға. Күлдең диаметры яҡынса 3 метр, тәрәнлеге 85 метр (асылда ул күл түгел, ә йылға ағышының вертикаль киҫелеше). Күлдәге һыу эсергә яраҡһыҙ, әммә дауа өсөн мунсаларҙа өсөн ҡулланыла[13].
2014 йылда тәбиғи ҡомартҡы Шүлгән-Таш ҡурсаулығына үҙгәртеп ҡорола.
Флора һәм фауна
Мәмерйәнең уҫемләктр һәм хайуандар донъяһы яҡшы өйрәнеләгән[14].
Бактериялар
Рәсәй Фәндәр академияһының Санкт-Петербург экологик хәүефһеҙлек ғилми-тикшеренеү үҙәгенең микология һәм микробиология лабораторияһы ғалимдары тикшеренеүҙәре менән мәмерйәлә бактерияларҙың күп һанлы физиологик төркөмдәре табыла: көкөрттө окисландырыусы, сульфатты редукциялаусы, нитрификациялаусы, тимерҙе окисландырыусы һәм марганецты окисландырыусы.
Бәшмәктәр
Һуңғы ун йылда мәмерйәлә бәшмәктәр буйынса күп тикшеренеүҙәр үткәрелә һәм споралар барлыҡҡа килтереүсе 3 бүлеккә һәм 13 ырыуға ҡараған 38 төр микромицет айырып күрһәтелә.
Мүктәр
Мүк япмаһы мәмерйәгә инеү урынында тупланған. Bryopsida (Anomodon viticulosus (Hedw.) Hook. et Tayl., Neckera besseri (Lob.) Jur., Tortella tortuosa (Hedw.) Limpr., Campylophyllum halleri (Hedw.) Fleisch., Schistidium apocarpum (Hedw.) B. S. G., Timmia bavarica Hessl., Platygyrium repens (Brid.) B. S. G.) и Marchantiopsida (Plagiochila porelloides (Nees) Lindenb.) төрөнә ҡараған мүктәр булыуы асыҡланған.
Умыртҡаһыҙҙар
Селәүсендәр: нематодалар (nematoda тибы) һәм ямғыр селәүсендәре (Oligochaeta класы). Ҡоротҡостар мәмерйәгә ер өҫтөндәге ярыҡтар аша эләгә тип фаразлана. Шулай уҡ ике ҡабырсаҡлы моллюскылар (Bivalvia класы), остракодтар йәки ҡабырсаҡлылар (Ostracoda аҫкласы), гарпактицидтарҙың ишкәк аяҡлы рактары (Harpacticoida отряды) һәм аяҡ ҡойроҡлолар (Collembola отряды) табылған.
Үрмәксе һымаҡтарҙың ике отряды табылған: Acariformes (акариформ талпандар) һәм Parasitiformes (паразитиморф талпандар).
Ҡаты ҡанатлыларҙың йәки ҡуңыҙҙарҙың өс ғаиләһе (Coleoptera отряды) табылған: Carabidae, Leiodidae (catopidae), Staphylinidae (6 төр). Ике ҡанатлыларҙың ике ғаиләһе (diptera отряды) табылған: Sciaridae һәм mycetophilidae (3 төр).
Умыртҡалылар
Мәмерйәлә табылған ер-һыу хайуандары араһында тәлмәрйендәр һәм тритондар (рус.)баш. бар. Улар мәмерйәгә ташҡын ваҡытында ингән тип фаразлана. Мәмерйә инеү урыны янында әрмәнделәр табылған.
Балыҡтар араһында ҡыҙыл балыҡ,бәрҙе һәм майма кеүек балыҡтар бар. Былар ғәҙәти йылға балыҡтарынан бер ниндәй ҙә айырылмай һәм, моғайын, Ағиҙел йылғаһынан Зәңгәр күл аша ер аҫты йылғаһынан күсеп килгәндер.
Ниһайәт, ярғанаттарҙың алты төрө булыуы билдәле: Брандт ярғанаты (Myotis brandtii), мыйыҡлы ярғанат (Myotis mystacinus), ябай ярғанат (Myotis daubentonii), Наттерер ярғанаты (Myotis nattereri), көрән оҙон ҡолаҡлы ярғанат (Plecotus auritus) һәм төньяҡ ярғанаттары (Epsoniicu).
Ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр
Мәмерйәнең һәр ҡатында үҙенә дымлылыҡ режимы һәм һауа әйләнеше меңәр йылдар буйы, миҙгелгә ҡарамай, тәүлек әйләнәһенә температура үҙгәрмәй, даими тора. Шуға мәмерйәлә боронғо һүрәттәр һаҡланған да инде. Шүлгәнташ мәмерйәһе палеолит дәүерендәге тәүтормош кешеһенә хас һуңғы солютрей мәҙәниәтенән урта мадлен мәҙәниәте ваҡыты менән тамғаланған петроглифтар, йәғни ҡаялағы һүрәттәре менән билдәле[15].
Һүрәттәр 1959 йылда ҡурсаулыҡтың зоологы А. В. Рюмин тарафынан табылған[16][17] Боронғо һынлы һүрәт сәнғәтен (живописте) өйрәнеүҙә СССР Фәндәр Академияһының Археология институты ҙур роль уйнаған (бигерәк тә, Бадер Отто Николаевич[18] һәм Щелинский, Вячеслав Евгеньевич). Улар 50 һүрәтте асыҡлаған. Һуңынан һүрәттәрҙе Бөтөн Рәсәй геология институты өйрәнә һәм Рус география йәмғиәтенән Ю. С. Ляхницкий 173 һүрәт йәки уларҙың реликтын — сағыу таптарын таба.
Мәмерйә диуарында мамонттар, йылҡы (ат) һәм башҡа йәнлек һүрәттәре, антропоморф фигуралар төшөрөлгән. Ағас күмере төшөрөлгән һирәк һүрәттәр ҙә осрай. Ғалимдар мәмерйәлә хайуан һүрәттәрен генә түгел, үрге һәм урта ярустарҙа бәләкәй өй (хижина), өсмөйөш, баҫҡыс, ҡыя һыҙыҡ һүрәттәрен таба. Был һүрәттәр 30-40 мең йыл элек, планетала кроманьонецтар йәшәгән дәүерҙә, Һуңғы палеолит осоронда төшөрөлгән. Шүлгәнташтың түбәнге ярусында һуңғараҡ, боҙлоҡ периоды аҙағында, яһалған һүрәттәр табылған. Уларҙың дәүмәле 44-тән 112 сантиметрға тиклем.
Һүрәттәр сифаты төрлө дәрәжәлә ине — күпмелер өлөшө кальцит һарҡындыһы аҫтында ҡалған, ҡайһылары мәмерйәгә ҡурсаулыҡ статусы бирелмәҫ элек килгән вандал-туристарҙың автографтары менән ҡапланған, өсөнсөләре стена буйлап ағып торған шыйыҡлыҡ тарафынан йыуылған. Һүрәттәрҙе консервациялау мәсьәләһе хәл ителеү өҫтөндә. Һынлы сәнғәт һүрәттәренең (живопистең) яҡшы торошон һаҡлау маҡсатында, 2004 йылдан башлап мәмерйәгә ингән урында экскурсанттарға һүрәттәрҙең натураль дәүмәлендәге күсермәләре тәҡдим ителә. Мәмерйә торошон яҡшыртыу Андоранан килгән реставратор Эудаль Гийаме кәңәштәренә таянып атҡарылды[19]
2012 йылдың февраленән башлап, мәмерйәләге һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында, һүрәт төшөрөлгән залдар ябылғанлыҡтан һәм уларҙы ирекле ҡарау тыйылғанлыҡтан, фотографтар Александр Марушин һәм Григорий Сухаревҡа, ғилми хеҙмәткәр Ольга Червяцоваға теләгән һәр кемгә мәмерйәгә интерактив инеү мөмкинлеген бирерлек виртуаль фототур ойоштороу заданиеһы бирелә. 2012 йылдың июленән башлап ҡурсаулыҡ территорияһында «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тигән интерактив музей эшләй.
2017 йылдың ноябрендә мәмерйәлә кальцит һәм хәҙерге «ҡая сәнғәте» ҡатламы аҫтында донъяла иң боронғо дөйә һүрәте табыла[20]. Һүрәттәрҙең яҡынса йәше беҙҙең эраға тиклем 14 500—40 000 йыл араһында тип иҫәпләнә. Табыш хәҙерге Башҡортостан территорияһында дөйәләрҙең быға тиклем уйланғандан да иртәрәк барлыҡҡа килгәнен иҫбатлай. Был палеолит һүрәттәре шулай уҡ Европала дөйәләрҙең берҙән-бер һүрәте тип иҫәпләнә[21].
2025 йылдың 12 июлендә Шүлгән-Таш мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты тип иғлан ителде[8].
Ер аҫтындағы йылға һәм күл
Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Уның сыҡҡан урыны төньяҡҡа ҡарай 12 саҡрымға арыраҡ. Мәмерйәнән 2 саҡрым аралыҡта ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм, ҡеүәтле шишмә булып, Шүлгәнташҡа ингән ерҙә, урғып, ер өҫтөнә сыға, диаметры 3 метрлыҡ күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан сыҡҡас, 150—170 метр арауыҡтан гөрләп ағып, Шүлгән Ағиҙелгә ҡушыла. Шүлгән йылғаһы ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай.
Шүлгәнташ эйәһе тураһында легендалар
2009 йылдың 30 майынан 6 июненә саҡлы Бөрйән районына РФА Өфө Фәнни Үҙәге фольклорсыларының ғилми экспедицияһы ойошторолдо. Ғалимдар Хөсәйенова Г. Р., Юлдыбаева Г. В. хәҙерге, замана, кешеләренән Шүлгәнташ һәм уның менән бәйле легендаларҙы яҙып алғандар Барыһы 11 ауылда халыҡ менән осрашты улар. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡының традицион жанрҙары һаман да тере булыуы асыҡланды. Легендалар һәм риүәйәттәр бүлеге бигерәк тә бай булыуы дәлилләнде. Шулар араһында «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлығына индерелмәгәндәре, ташҡа баҫылмағандары ла осрай.
Ғәҙелгәрәй ауылынан Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы Шүлгәнташ мәмерйәһенең атамаһы менән бәйле ҡыҙыҡлы легендалар һөйләне. Икенсе информант таш өйҙөң (мәмерйә) эйәһе бар, тип белдерҙе. «Һирәк осраҡта уны йә кеше күләгәһе, йә ат күләгәһе итеп күрергә була икән».
Мәмерйә эйәһе тураһында тағы бер легендә яҙып алынды: «Һуңғы ваҡытта таң атҡанда Аҡбуҙатҡа атланған Таш өй эйәһен йыш ҡына күргеләйҙәр, тип һөйләйҙәр. Ул нимәгәлер ҡәнәғәтһеҙлек белдерә». «Мәмерйә эйәһен мәмерйә эсендә күреп була. Әгәр башты юғары күтәрһәгеҙ, мәмерйә түбәһенән һеҙгә ике күҙ ҡарай. Был — таш өй эйәһенең күҙҙәре».
Таш өй эйәһе тураһында тағы ла бер легенда бар: "Күп кеше элегерәк мәмерйәнең эйәһе бар, ул таш өйөнән сығып йөрөй, тип һөйләйҙәр ине. Әсәйем бына нимә һөйләгәйне: «Беҙ өсәү инек. Мәмерйә тирәһендә йөрөй инек, арығайныҡ, Шүлгәнкүл янында ял итергә ултырҙыҡ. Саҡ ултырҙыҡ, шул мәлдә мәмерйәнән атҡа атланған аҡ һаҡаллы ҡарт күренде. Ул һәйбәт кейенгән: башында аҡ сәллә, өҫтөндә — кәзәкей, ялтырап торған итекле. Аттың өҙәңгеһе, йүгәне көмөштән. Ҡарт, беҙҙе күргәс, мәмерйәгә кире инеп юғалды. Беҙ доға уҡыныҡ, хәйер(милостыню) ҡалдырҙыҡ та ҡайтырға сыҡтыҡ. Беребеҙ ҙә ул ҡартты башҡа күрмәнек»[22].
Галерея
Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) йәшәгән кешеләрҙең буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы күрһәтелгән һәм һаҡланған берҙән-бер мәмерйә. Тәүтормош кешеләренең һүрәттәр галереяһы беренсе ҡаттың ике ҡоро стенаһында һәм икенсе ҡаттың ҙур залында табылған. Һүрәттәр ҡыҙыл буяу, ҡыҙҙырылғаң майҙа иҙелгән охра менән яһалған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Соколов Ю. В. Перечень подземных полостей Республики Башкортостан длиннее 50м. Сайт Уфимского спелеоклуба им. В. Нассонова. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025. Архивировано 2 март 2012 года.
- ↑ Заповедник Шульган-Таш. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025.
- ↑ Уникальные геологические объекты России. www.geomem.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025. // «Всероссийский научно-исследовательский геологический институт им. А. П. Карпинского» по заказу Федерального агентства по недропользованию
- ↑ Государственный природный заповедник «Шульган-Таш» (недоступная ссылка — история). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025.
- ↑ Комитет Республики Башкортостан по делам ЮНЕСКО:: Новости. unescorb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025. Архивировано 22 декабрь 2015 года.
- ↑ Пещера Шульган-Таш (Капова). kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025.
- ↑ Башкирскую пещеру признали объектом Всемирного наследия ЮНЕСКО (16 июль 2025). 3 декабрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Пещеру Шульган-Таш в Башкирии признали объектом всемирного наследия ЮНЕСКО (12 июль 2025). 3 декабрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ В. И. Левин «Свидетели из Каповой пещеры» М.: «Детская литература» 222 с. 1982
- ↑ Пещера Шульганташ (Капова). https://www.rgo.ru/.+Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025.
- ↑ В. С. Житенёв. Капова пещера — многослойный памятник археологии: предварительное сообщение // Первобытные древности Евразии. К 60-летию Алексея Николаевича Сорокина, 2012. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025.
- ↑ Кузьмина Л. Ю. и др. Оценка санитарного микробиологического состояния водотоков Шульган-Таш // Известия Самарского н.ц. РАН : Журнал. — 2013. — Т. 15, № 3 (4). — С. 1330. — ISSN 1990-5378.
- ↑ Кудряшов И. К. Путеводитель по Каповой пещере Уфа, 1956
- ↑ Ольга Червяцова Флора и фауна пещеры Шульган-Таш. Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025.
- ↑ Жегалло В.И и др. Об ископаемых носорогах эласмотериях // Новости из Геологического музея им. В. И. Вернадского. — 2002. — № 9. — ISSN 1029-7812.
- ↑ А. Д. Столяр. Происхождение изобразительного искусства. — М.: Искусство, 1985. — С. 35.
- ↑ Э. П. Позднякова, А. В. Лоскутов, Н. Н. Скокова. Башкирский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / Под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 241.
- ↑ Бадер О. Н. Каповая пещера-La caverne Kapovaia: Палеолитическая живопись М., 1965.
- ↑ Башкирия: новые исследования «состарили» наскальные рисунки Каповой пещеры в два раза. Медиахолдинг «Уфа-пресс» (13 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025.
- ↑ «Башкортостан», ГТРК В пещере Шульган-Таш обнаружен верблюд возрастом более 16 тысяч лет! ГТРК «Башкортостан» (27 ноябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025.
- ↑ Аслямов, Анвар В пещере Шульган-Таш найдены наскальные рисунки верблюда эпохи палеолита. ГТРК «Башкортостан» (28 ноябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025.
- ↑ Легенды каповой пещеры. Туристический центр «Семья». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025.
Һылтанмалар
- Виртуальный тур по прилегающей к пещере территории. virtualrb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025.
- Котов В. Г. Каменная индустрия верхнего палеолита пещеры Шульган-Таш (Каповой). www.archeo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2025. // Записки Института истории материальной культуры РАН. — [СПб.: ИИМК РАН], 2021. — № 24. — С. 82—91. — ISSN 2310-6557.