«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы
«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы | |
---|---|
Нигеҙләнгән | 9 июль 2022 |
Урынлашҡан | Башҡортостан, Бөрйән районы, Морат туғайы |
«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы (рус. Историко-культурный музейный комплекс «Шульган-Таш») — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендәге Морат туғайында урынлашҡан ғилми-тикшеренеү һәм ағартыу музейы. Комплекстың дөйөм майҙаны — 4 мең квадрат метр[1].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы 2022 йылдың 9 июлендә асыла. Асыу тантанаһында Радий Хәбиров, Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Константин Косачев, Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев һәм Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев ҡатнаша. Комплекс БМО иғлан иткән Рәсәйҙә тотороҡло үҫеш буйынса Халыҡ-ара төп фәндәр йылы башланыу сиктәрендә эшләй башлай[2].
Асыу тантанаһында:
Беҙ был музейҙы ентекле төҙөнөк, ата-бабаларыбыҙҙың тарихи-мәҙәни мираҫы һәр кем өсөн асыҡ булһын ине, тип теләнек. Шуныһы ла мөһим: бөгөн беҙ Халыҡ-ара төп фәндәр йылын асабыҙ һәм Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Монголияның алдынғы ғалимдарын саҡырҙыҡ. Шүлгәнташ мәмерйәһе үҙенсәлекле. Был кешелек цивилизацияһының барлыҡҡа килеүенең үҙәге, тип иҫәпләйбеҙ, сөнки ул башҡорттарҙың боронғо легендалары — «Урал батыр», «Аҡбуҙат» һәм башҡалар менән бәйле. Был республикабыҙҙың йөрәге һәм күңеле. Беҙ музейҙың фәнни үҙәккә әйләнеүен теләйбеҙ, унда ғалимдар килеп, йәше 17-нән алып 40 меңгә тиклемге ижад менән танышасаҡ. |
— тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Хәбиров[3].
Шүлгәнташ мәмерйәһенә алдағы йылдарҙа туристар ҙур зыян килтергән. Вандалдар уның стеналарына, һүрәттәрҙә яҙыу ҡалдырған, микроклимат яҡшы яҡҡа үҙгәрмәгән, үңәҙ барлыҡҡа килгән. Бында, Көнбайыш Европа мәмерйәләренән айырмалы рәүештә, дымлылыҡ юғары, ул буяуға зыян килтерә, һәм бының арҡаһында бик күп һүрәттәр юғалған.
Музей комплексы киләсәк быуындар өсөн ата-бабаларҙың уникаль мираҫын һаҡлау өсөн төҙөлгән.
«Шүлгәнташ» музей комплексы — ғилми-тикшеренеү һәм бер үк ваҡытта ағартыу музейы. Бында ғилми-тикшеренеү эштәре алып барырға мөмкин. Бинала мәмерйә территорияһынан археологик артефакттар һаҡлағысы, лаборатория, архив һәм китапхана урынлашҡан[4].
Музейҙың төп экспонаты — мәмерйә диуарына төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙең репродукциялар йыйынтығы. Уны махсус заказ буйынса француз ғалимдары әҙерләгән[5][6].
Йүнәлештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Музейҙа 7 тематик блок бар: «Таймлайн», «Медиазал», «Ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр», «Археология», «Тәбиғи-фәнни», «Һаҡлау», «Урал батыр эпосы».
- Таймлайн Ерҙең формалашыуының һәм биологик эволюцияның төп этаптары менән таныштыра. Хронологик шкалала таш быуаттың мөһим ҡаҙаныштары күрһәтелә. «Таймлайн» өҫкө палеолит осоро һәм Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәрҙең барлыҡҡа килеү дәүере менән тамамлана. Ғаләмдең барлыҡҡа килеүенән алып Көньяҡ Уралда хәҙерге заман кешеһенең барлыҡҡа килеүенә һәм урынлашыуына тиклем мәғлүмәттәр бирә.
- Медиазал. Шүлгәнташ мәмерйәһенең боронғо кеше асҡан ваҡыттан алып 1959 йылда ҡая һүрәттәрен асҡанға тиклемге тарихы тураһында анимацион фильмдар күрһәтелә.
- Ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр. Был блок ҡая сәнғәтенә бағышланған, унда ҡая семәрҙәренең күсермәләре бар. Һүрәттәр залының көнбайыш һәм көнсығыш паннолары; Ат панноһы һәм Хаос залы билдәләре (Францияла эшләнә). Шулай уҡ ҡая һүрәттәренең йәше һәм уларҙың мәмерйәлә урынлашыуы, боронғо буяуҙарҙың рецебы тураһында мәғлүмәттәр бар. 2018 йылдан мәмерйәнең үҙенсәлекле һүрәтле алыҫ залдары ҡая сәнғәтенең уникаль ҡомартҡыларын һаҡлау маҡсатында туристар өсөн ябыла, шуға күрә уларҙы музейҙа ғына күрергә мөмкин. Бынан тыш, 3D-картография технологияһы ярҙамында был һүрәттәрҙең барыһы ла «терелә», төҫтәр менән тула һәм ҡасандыр боронғо кеше ижад иткән формала күҙ алдына баҫа[7].
- Археология Был экспозицияла Билдәләр залы (зал Знаков) теүәл реконструкциялана. Уны 1984 йылда Ленинград археологтары Вячеслав Щелинский етәкселегендә башҡара. Витриналарҙа археологик ҡаҙылма моделдәре урынлаштырылған. Костюмдар ҡул көсө менән заманса техника ҡулланылмайынса эшләнә[8].
- Тәбиғи-фәнни зал кешеләрҙе мәмерйәнең органик донъяһы (үҫемлек өлгөләре, мәмерйә фаунаһы вәкилдәре), минералдар һәм тау тоҡомдары, шулай уҡ "Шүлгәнташ"ты өйрәнеү тарихы менән таныштыра. Экспозицияла — фотоһүрәттәр, ғалимдарҙың шәхси әйберҙәре, тикшереү ҡорамалдары, 60-сы йылдар башындағы Башҡорт дәүләт университеты экспедицияһының уникаль кадрҙары[9].
- Һаҡлау бүлеге тамашасыларҙы боронғо ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәргә һаҡсыл ҡарарға өйрәтә. Интерактив система ярҙамында хәҙерге заман кешеһенең мәмерйә микроклиматына зарарлы йоғонтоһо хаҡында белергә мөмкин[10].
- Урал батыр эпосы күргәҙмәһе башҡорт фольклорының төп эпосына арналған. Уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһе сағыу һәм мауыҡтырғыс анимацион фильмда сағылыш таба. Экспозиция шулай уҡ күренекле башҡорт фольклорсыһы М. А. Буранғоловтың эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй[11].
Етәкселек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Маликов Фәүзил Әлфир улы
Эш режимы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Комплекс тәүлек әйләнәһенә (тәнәфесһеҙ) иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем асыҡ. Дүшәмбе — ял көнө[14][15] .
«Шүлгәнташ» музей комплексына нисек килергә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Музей комплексы Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Бында тик шәхси автомобилдә генә йәки шәхси гид менән экскурсия йәки төркөмлө автобус экскурсияһы менән килергә мөмкин.
Комплекс Стәрлетамаҡтан Мәләүез аша — 240 саҡрым, Магнитогорскиҙан — 250 саҡрым, Ырымбурҙан 285 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостанда Шүлгәнташ мәмерйәһе янында музей асылды В Башкирии открыли музей у пещеры Шульган-Таш за 298 миллионов. Что там есть?
Социаль селтәрҙәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бәйләнештә[16]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Таң гәзите 8 июнь 2023 йыл Петр I имәне — Бөрйән ерендә
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы сайты[17]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ [1]
- ↑ В Башкирии открыли музейный комплекс «Шульган-Таш»
- ↑ В Башкирии открыли музей пещеры Шульган-Таш. В ней найдены наскальные рисунки эпохи палеолита
- ↑ [2]
- ↑ В Башкирии открыли музейный комплекс «Шульган-Таш»
- ↑ Музей бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы — Радий Хәбиров «Шүлгәнташ» хаҡында
- ↑ Фото: пресс-служба главы РБ
- ↑ Станислав Шахов
- ↑ © Историко-культурный музейный комплекс «Шульган-Таш» ВКонтакте
- ↑ © Фёдор Иванов
- ↑ Экспозиция музея «Шульган-Таш»
- ↑ Структура
- ↑ Шүлгән мәмерйәһендәге ике гидҡа һоҡланып ҡайттым"
- ↑ Режим работы
- ↑ График работы музея «Шульган-Таш»
- ↑ «Шульган-Таш»
- ↑ «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы сайты