Урал батыр
Урал батыр | |
---|---|
![]() Урал батыр дейеү менән һуғыша | |
Жанр | башҡорт эпосы (ҡобайыр) |
Автор | халыҡ ижады |
Төп нөхсә теле | башҡорт |
Тәүге тапҡыр нәшер ителгән |
Ағиҙел (1968, № 8) |
![]() |
«Урал батыр» — эпос, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған[1][2][3].
«Урал батыр»ҙың ҡайһы бер мотивтары һәм образдары башҡорт халҡының башҡа эпостарында («Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡыңыр буға», «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу»), ә «Аҡбуҙат» һәм «Бабсаҡ менән Күсәк» «Урал батыр» эпосының сюжет һыҙатын дауам итеп, башҡорт ҡарһүҙенең берҙәм циклын булдыра.
Эпос 4 576 шиғри һәм 19 проза юлынан тора. Композиция йәһәтенән 3 өлөшкә бүленә.
Тарихы
Эпосты сәсәндәр быуындан-быуынға бер-береһенә телдән-телгә тапшыра. Фольклорсы һәм сәсән Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» эпосын 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районынд мәшһүр сәсәндәр: Иҙрис ауылынан Ғәбит Арғынбаев (1856—1921) һәм 2-се Этҡол ауылынан Хәмит Әлмөхәмәтовтан[4] (1861—1923) яҙып ала.
Филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Рәшит Шәкүр был турала бына нимә ти: «19 йәшлек Мөхәмәтша ҡурайсы, 7000 юллыҡ эпосты яттан белеүсе сәсән Ғәбит Арғынбаев менән 1907—1908 йылғы иҫәп алыуҙа осраҡлы ғына таныша. Әммә ошо осрашыу уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай, уның үҫмер саҡтағы халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуы профессиональ ҡыҙыҡһыныуға әүерелә. Күп йылдар дауамында үҙенең остазы менән бәйләнеш өҙөлмәй. „1910 — 1912 йылдарҙа мин Ғәбит сәсән менән Ырымбурҙа ун көн икешәр тапҡыр аралаштым. 1918 йылда унда 15 көн, ә 1920 йылда 4 ай йәшәнем“, — тип яҙа ул. Икенсе сәсән — Хәмит Әлмөхәмәтов тураһында бик аҙ билдәле: бәлки Буранғоловтың уның тураһындағы иҫтәлектәре беҙгә килеп етмәгәндер».
«Урал батыр» ҡобайырының тағы бер төрөн 1956 йылда Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында йәшәгән Исмәғил Рәхмәтуллиндан (сығышы менән Учалы районының Иманғол ауылынан) тел һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисов яҙып алып, шул уҡ йылда баҫтырып сығара. Этиологик миф тип билдәләнгән версияһы 1984 йылда Ейәнсура районының Ғәббәс ауылында йәшәгән Шәмсиә Сәфәрғәлинана яҙып алына[5].
1968 йылда «Урал батыр» эпосы ҡыҫҡартылып, башҡорт телендә "Ағиҙел" журналында баҫылып сыға[6]. 1972 йылда беренсе тапҡыр башҡорт телендә тулыһынса «Башҡорт халыҡ ижады» серияһының беренсе томында донъя күрә[7].
1975 йылда ҡыҫҡартылған варианты «Бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһы» серияһының «Героический эпос народов СССР» тупланмаһының беренсе томында донъя күрә (Ә. Х. Хәкимов, И. С. Кычаков, А. С. Мирбадалева тәржемәһе)[8], а также — в серии «Эпос народов СССР» (пер. А. Х. Хакимов, Н. В. Кидайш-Покровская, А. С. Мирбадалева). В 1977 году был опубликован полный академический текст эпоса на русском и башкирском языках[9].
«Урал батыр» эпосының тәрән үҙенсәлеге тураһында беренсе тапҡыр үҙ хеҙмәттәрендә А. А. Петросян яҙып сыға. Ул тикшеренеүселәрҙән беренселәрҙән булып башҡорт эпосының шумер-аккад «Гилгәмеш эпосы» менән уртаҡлығын күрә, әммә ике әҫәрҙең идея-художество концепцияһында ҙур айырма булыуы тураһында һығымта яһай «Главный мотив эпоса „Урал-батыр“ — человек сильнее всех сущих, добро неистребимо. Вавилонский эпос опирается на другую идею — все от воли богов». Философ Д. Ж. Валеев эпостың әһәмиәтен «башҡорттарҙың йәмғиәт аңы тарихын һәм йәмғиәт фекерен өйрәнеү буйынса сығанаҡ» булараҡ күрә[10].
Эпостың рус теленә бер нисә тәржемәһе бар — юллап та, шиғри юлға һалынғаны ла. Уны прозаға яҙыусы Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы, шиғри юлға һалып Ғ. Ғ. Шафиков руссаға тәржемә итә[11].
2003 йылда «Урал батыр» инглиз теленә тәржемә ителә (С. Г. Шафиҡов)[12]. Өфөлә өс телдә: башҡортса төп нөхсәлә, русса Ғ. Шафиҡов, ингизсы С. Шафиҡов тәржемәһендә бүләк баҫма нәшер ителә. 2006 йылда эпос Германияның филология докторы Алия Тайсина тәржемәһендә немец телендә сыға[13].
2007 йылда беренсе тапҡыр «Урал батыр» эпосының төп нөсхәһе баҫыла[14]. Уға тиклемгеләре барыһы ла төп нөсхәнән айырыла. Бының сәбәбе совет осоронда халыҡ ижады ҡомартҡыларын боҙоу, башҡорт ғалимдарын (М. Буранғолов ике тапҡыр репрессиялана) эҙәрлекләү менән аңлатыла. Партия Үҙәк комитетының Башҡортостан партия ойошмаһы буйынса ҡарарҙары ҡайһы бер фольклор ҡомартҡыларын таратыуҙы тыя. Шуға ҡарамаҫтан, «Урал батыр» йәшәй.
Эпостың латин шрифтында машинкала баҫылған, бер нисә урында ҡулдан төҙәтелгән төп нөсхәһе Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Фәнни архивында һаҡлана[15]. Ҡулъяҙма варианты һаҡланмаған. 2015 йылда төп нөсхәнең факсмиле варианты китап итеп баҫтырыла[16]
«Урал батыр» эпосы күп тикшерелһә лә, уны археология, этнография, лингвофольклористика күҙлегенән тикшереүҙәр дауам итә.
Йөкмәткеһе
«Урал батыр» эпосы өс өлөштән, туғыҙ бүлектән тора. Бөтә донъяны һыу баҫыу осоронан алып кешеләрҙең йәшәйешен һүрәтләгән иң ҙур ҡобайыр. Тәү кешеләр — Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тасуирлап, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙөндә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен бәйән итә. Башҡорттарҙың төйәге булған Уралтауҙың хасил булыуын һөйләй.
Эпостың сюжеты ифрат ҡатмарлы һәм Урал батырҙың аждаһа, дейеү, йыландар образдары аша кәүҙәләндерелгән яуыз тәбиғәт көстәре менән кешеләр бәхете өсөн көрәш алып барыуы тураһында тасуирлауға ҡоролған. Риүәйәт персонжадары — батырҙар һәм ябай ер кешеләре, аллалар (ҡоштар аллаһы — Самрау), тәбиғәттең яуыз көстәре, мифик йәндәр. Бында геройҙарҙың өс быуын яҙмышы (Йәнбирҙе ҡарт һәм Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың балалары — Урал һәм Шүлгән, ейәндәре — Яйыҡ, Иҙел, Нөгөш, Һаҡмар) һүрәтләнә, шуға күрә уҡ эпос та өс өлөштән тора.
Беренсе өлөшөндә Яҙмыш ҡушыуы буйынса ташландыҡ ерҙә көн күргән Йәнбирҙе ҡарт һәм Йәнбикә ҡарсыҡ тураһында бәйән ителә. Улар ҡыр йәнлектәренә һунар итә. Ошо йәштәге ирле-ҡатндан ике ул тыуа — Шүлгән һәм Урал, был үҙе лә төрки-монгол эпосының традицион мотивы булып тора. Йәнбирҙе балаларына кешеләрҙе, хайуандарҙы һәм ерҙәге бөтә тереклекте юҡ иткән Үлемдең йәшәү сере булыуын аса. Урал батыр ҡотҡарған Һомай аҡҡоштан (Самрау ҡыҙы) улар Йәншишмә тураһында белеп ҡала. Йәнбирҙе уландарына ошо йәншишмәне табырға һәм Үлемде юҡ итергә кәңәш бирә. Беренсе өлөш нәҡ йәш батырҙарҙың үлемһеҙлек шишмәһен эҙләргә китеүе менән тамамлана[1].
Риүәйәттең икенсе өлөшөндә икенсе быуын вәкилдәре — Шүлгән һәм Урал — эшмәкәрлеге тураһында бәйән ителә Был өлөштә Урал батырҙың батырлыҡтары һәм дошман яғына ҡасып сыҡҡан ағаһы Шүлгәндең яуызлыҡтары тураһында бик ентекле һүрәтләнә. Был өлөш дейеүҙәрҙең һәм аждаһаларҙың еңелеүе, батыр ҡулынан юҡ ителгән дошмандар кәүҙәләренән диңгеҙ упҡынында хасил булған тауҙарҙың (Урал тауҙары) барлыҡҡа килеүе, тәбиғәттең үлемһеҙлеге өсөн көрәштә Урал батырҙың һәләк булыуы менән тамамлана[17].
Поэманың өсөнсө өлөшө Урал батыр улдарының батырлыҡтарына, кешеләрҙең, хайуандарҙың, ҡоштарҙың Уралды төйәк итеүенә арнала[18].
Башҡа телдәргә тәржемәләре
«Урал батыр» эпосы төрлө йылдарҙа урыҫ, инглиз, немец, венгр, төрөк, фин, абхаз, әзербайжан[19], ҡырғыҙ[20] телдәренә тәржемә ителеп баҫтырылған.
2016 йылдың декабрендә «Урал батыр» эпосы Өфөләге 20-се мәктәпте (хәҙер Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы) тамамлаған, 1992 йылдан ғаиләһе менән Иерусалимда йәшәгән Рауил Садыҡов тәржемәһендә Израилдә йәһүд телендә (ивритта) донъя күрә[21][22].
2018 йылдың мартында «Урал-батыр» эпосы яҡут телендә донъя күрә. «Ураал Баатыр» тип аталған китап Саха (Яҡутстан) Республикаһының Дәүләт Йыйылышы (Ил Тумэн) башланғысы буйынса «Халыҡтарҙың эпик ҡомартҡылары» проекты сиктәрендә 1000 дана тираж менән баҫылып сыға[23].
2018 йылдың майында Ҡытайҙың Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү буйынса үҙәге директоры Ши Хуншэн етәкселегендә делегация Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Урал батыр» эпосын ҡытай телендә сығарыу мәсьәләһе буйынса фекер алыша[24].
Эпос — сит ил ғалимдары күҙлегенән
- Венгр ғалимы Йожеф Торма: «Һеҙ — башҡорт халҡы, бик бәхетле халыҡ, сөнки һеҙҙең милли эпосығыҙ „Урал батыр“ бар».
- Ҡырғыҙстан ғалимы, филология фәндәре докторы, С. Айытматов исемендәге Тел һәм әҙәбиәт институты профессоры Ибраим Абдулвәлиев: «Башҡорттарҙың героик „Урал батыр“ эпосы менән беренсе тапҡыр 2015 йылда таныштым. Ул миңә шунда уҡ оҡшаны, һәм уны тәржемәләргә хәл иттем. Асылда, мин фольклор телен тәржемәләнем, был — боронғо тел, унда неологизмдар юҡ. Фольклор бит сюжеты менән генә түгел, теле менән дә һаҡлана»[20].
Салауат Ғәлләмовтың «Урал батыр» эпосына ҡарашы
«Урал батыр» эпосы үҙендә бихисап серҙәр һаҡлай. Уны төрлө күҙлектән сығып тикшергән тарихсы ғалим, лингвист, донъя фәнендә башҡорт фәлсәфәһенә нигеҙ һалыусы Салауат Ғәлләмов эпостағы белем-мәғлүмәттәрҙе математиктар һәм астрономдар ҙа үҙ эшендә ҡуллана ала, тип раҫлай. Ул «Урал батыр» эпосын Арҡайым архитектураһына яраштырып һәм сармат алтын боландары тураһындағы мәғлүмәттәрҙән сығып, бронза дәүерендәге башҡорт йондоҙнамәһе циклын тулыһынса тергеҙә һәм боронғо башҡорттар астрономияһының һинд-герман фәнен булдырыу тарихындағы мөһим әһәмиәтен бар донъяға таныта[25].
«Урал батыр»ҙың йөкмәткеһен астрономия күҙлегенән ҡарағанда, ул боронғо календарҙы кәүҙәләндерә икәне ап-асыҡ төҫмөрләнә, — ти Салауат Ғәлләмов. — Унда ерҙең Төньяҡ ярымшарының йондоҙнамә циклын тәшкил иткән һәм төнөн күктә күҙәтеү мөмкин булған барлыҡ йондоҙлоҡтар көҙгөләге кеүек сағыла. Улар бер йыл эсендә күктә нисек хәрәкәт итә, мифта шул эҙмә-эҙлелектә бирелә. Был боронғо башҡорт астрономдарының күктәге йондоҙҙарҙы яҡшы белеүен һәм йондоҙнамә календары буйынса йәшәүен дә раҫлай. Боронғо башҡорттар үҙҙәренең «Урал батыр» календарына эйә булып, төнгө күкте күҙәтеп, Арҡайым цивилизацияһын барлыҡҡа килтергән. Бындай милли календарь тағы ла ер эшкәртеүсе ҡайһы бер мәҙәни халыҡтарҙа — гректар, индустар, ирандар, римдар, ҡытайҙар, япондар һәм Америка ҡитғаһында йәшәүсе майя индеецтарында ғына бар, һәм улар ҙа үҙҙәренең ошо календары буйынса сәсеү өсөн уңайлы ваҡытты билдәләгән, һауа торошоноң үҙгәреүен белгән".
«Урал батыр» эпосында архетиптар һәм символдар
Урал тураһында эпос дөйөм аңһыҙлыҡтың архетиптарына, символдарына бик бай: күрәҙәсе дейеүҙәр, үтә аҡыллы күрәҙәсе ҡарт дейеү; әүлиә бала Урал; батырҙың мәшһүр юлдашы — йыһан аты Аҡбуҙат, Уралдың киләсәктә ярҙамсыһы; күктәге ете дейеү — Етегән йондоҙлоғо; ҙур асҡыстың хужаһы булған дейеү; мөғжизәле таяҡ; тере шишмә — тере һыу; ҡоштар батшаһы, Ҡояш менән Айҙың ире, шул уҡ ваҡытта Һомай, Айһылыуҙың атаһы — Самрау.
«Урал батыр» эпосында төп персонаждарҙың береhе аҡҡош-ҡыҙ Һомай — ҡоштар һәм ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы, шулай уҡ Урал батырҙың өс ҡатынының береһе, башҡорт халҡын тыуҙырған инәһе (Һомай инә); тоғролоҡ, матурлыҡ символы. Ул бер аҡҡошҡа, бер сибәр ҡыҙға әйләнә. Уның әхирәттәре — башҡа аҡҡоштар ҙа ошондай уҡ hәләткә эйә була.
Был ике ҡыҙ (Һомай, Айһылыу) — Аниманың ғәжәйеп символдары. Һомайҙың үҙенә батша ҡыҙҙарына ғына хас булған кейәү эҙләү ысулы дөрөҫ итеп күрһәтелгән: ул йомаҡ-табышмаҡтар ҡоя, егеттәрҙе тоғролоҡта, ғәҙеллектә һынай. Шулай уҡ Урал менән Һомайҙың космик ғаиләһе, дүрт яҡлылыҡ символы бөтә эпос буйынса теҙелеп бара: дүрт улы (Һаҡмар ҙа үҙен Уралдың улы тип һанай). Кешенең сифаттарын күрһәтеүсе — һөйләшә белеүсе, аҡыл өйрәтергә һәләтле үгеҙ, арыҫлан, эт, ыласын, төрлө ҡоштар; күп ҡалыплы Зәрҡүм символы, таштың үҙгәреү символдары, Бөтә донъяны Һыу баҫыу, Үлем символы; тәртипкә һалыу символдары — һандар таң ҡалдыра.[26]
Сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр
- Композитор Азамат Хәсәншиндың «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы мотивтары буйынса ижад ителгән «Легенда о Саошианте» исемле проекты Рәсәй сәхнәһендә ҙур уңыш яулай. Пролог Санкт-Петербургтың иң абруйлы театр майҙансыҡтарының береһендә — В. Ф. Комиссаржевский исемендәге Академия драма театры сәхнәһендә ҡуйыла[27]. 2017 йылда балет Өфө сәхнәһенә сығарыла[28].
- 2007 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Урал батыр» эпосы сәхнәләштерелә.
- 2014 йылда, тәүге сәхнәләштереүҙән 30 йыл үткәндән һуң, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ла «Урал батыр» эпосын ҡабат сәхнәгә сығара (реж. И. Әлмөхәмәтов)[29].
- 2018 йылдың 13 ноябрендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Урал батыр» спектакленең премьераһы була (ҡуйыусы режиссеры — Андрей Борисов)[30].
Эпосҡа ҡағылышлы башҡа саралар
- 2025 йылдың 8 июнендә республикала беренсе тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде[31].
- 2020 йылдың ғинуарында ЮНЕСКО-ның «Донъя халыҡтары эпостары» проекты сиктәрендә Өфөлә унынсы тапҡыр башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын Рәсәй Федерацияһы һәм донъя халыҡтары телдәрендә яттан һөйләүселәр конкурсы уҙа[32][33][34][35][36].
- 2019 йылдың 24 майында Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа «Башҡорт халҡының „Урал батыр“ эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияуҙғарыла[37].
- «Урал батыр» буйынса балалар комиксы һәм анимация фильмы төшөрөлә. 2018 йылда был проект Башҡортостан Башлығы грантына алйыҡ була[38].
- Башҡортостандың «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә «Урал батыр» эпосы буйынса ете туҡталҡалы, 28 саҡрымлыҡ яңы туристик маршрут булдырыла. Һуҡмаҡ тирәләй Урал батырҙың һәм эпостың башҡа геройҙарының ағас һындары ҡуйыласаҡ[39].
- 2014 йылда «Пегас» йондоҙлоғоның бер йондоҙона «Урал батыр» исеме бирелә[40].
Шулай уҡ уҡығыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Нәҙершина Ф. А. Урал батыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Круглый стол журнала «Бельские просторы»: Реальность мифа. К 100-летию открытия эпоса «Урал-батыр» . Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 декабрь 2010. Архивировано 30 март 2018 года.
- ↑ Вахитов Р. Цивилизация Быка на Урале // Ватандаш. — 2013. — № 10. — ISSN 1683-3554. Архивировано 11 декабрь 2014 года.
- ↑ «Башкирский эпос „Урал-батыр“ пережил века» — Газета «Баймакский вестник», 2013, 27 июня (рус.)
- ↑ Шакурова Ш. Р. Текстология башкирского эпоса «Урал-батыр». (Проблема базового научного текста). Диссертация на соискание ученой степени кандидата фиолологических наук. Москва, 1998.
- ↑ Журнал «Агидель» (1968, № 8)
- ↑ Башкирское народное творчество. Уфа, 1972. Т. 1.
- ↑ Героический эпос народов СССР. М., 1975. Т. 1 (Библиотека всемирной литературы)
- ↑ Башкирский народный эпос. М.: Наука, 1977
- ↑ Котов В. Г. Башкирский эпос «Урал-батыр». Историко-мифологические основы. — Уфа: Гилем, 2006. — С. 27. — 408 с. — ISBN 5-7501-0695-0.
- ↑ Урал-батыр. Уфа, 1976, 1981, 1986 (новая редакция в кн.: Башкирское народное творчество. Уфа, 1987. Т. 1).
- ↑ Башкирский эпос — подарок англичанам от Сагита Шафикова . Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 декабрь 2008. Архивировано из оригинала 23 сентябрь 2015 года.
- ↑ Ural-Batir: Das baschkirische Volksepos in der Übersetzung von Alia Taissina mit Illustrationen von Rais Khalilov. Taschenbuch: 108 Seiten, Auflage: 1, Sprache: Deutsch, ISBN 3-939165-02-6, ISBN 978-3-939165-02-6
- ↑ Шакурова Ш. Р. Башкирский народный эпос «Урал-Батыр». Архивный первоисточник и его текстологический анализ. Уфа: Гилем, 2007.
- ↑ Ф.5. Оп. 12. Ед. хр. 233. 144 л
- ↑ Увидело свет факсимильное издание архивного текста башкирского эпоса «Урал-батыр». До настоящего времени полная версия исходного текста эпоса «Урал-батыр» — величайшего духовного наследия башкирского народа — не была издана отдельной книгой.
- ↑ Мавлетов В. С. Духовная история башкирского народа. Мифологическое мировоззрение. — Уфа: Вагант, 2011. — 148 с. — ISBN 978-5-9635-0331-7.
- ↑ Сагитов М. М. Урал-батыр (пер. Шафикова Г. Г.). Башкирский народный эпос. Уфа: Башкнижиздат, 1977, С. 5—15.
- ↑ «Урал батыр» башҡорт эпосы әзербайжан теленә тәржемә ителгән. — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2014, 20 ноябрь
- ↑ 1 2 Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы — ҡырғыҙ телендә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 25 октябрь (Тикшерелеү көнө: 25 октябрь 2019)
- ↑ Израилдә иврит телендә «Урал батыр» китабы донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 23 декабрь (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2016)
- ↑ В Израиле опубликован эпос «Урал батыр» на иврите. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 22 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2016)
- ↑ «Урал-батыр» эпосы яҡут телендә донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 26 март (Тикшерелеү көнө: 30 март 2018)
- ↑ Өфөлә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын ҡытай телендә сығарыу мәсьәләһен өйрәнделәр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 8 май (Тикшерелеү көнө: 10 май 2018)
- ↑ «Урал батыр»ға — 4000 йыл
- ↑ З. Р. Назарова. Архетипы и символы в эпосе «Урал батыр»/Ватандаш, сентябрь, 2001 / Соотечественник / Compatriot 2018 йылдың 30 март көнөндә архивланған.. www.vatandash.ru
- ↑ «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса проект Рәсәй сәхнәһенә сыҡты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 28 декабрь (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2016)
- ↑ В Уфе состоялась премьера проекта «Легенда о Саошианте» по мотивам эпоса «Урал-батыр»). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 2 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2025)
- ↑ Урал батыр. По мотивам национального эпоса башкирского народа 2020 йылдың 29 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ По башкирскому народному эпосу УРАЛ БАТЫР 2020 йылдың 29 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ 8 июня в Башкирии впервые отмечается День эпоса «Урал-батыр». ИА «Башинформ», 8 июня 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2025)
- ↑ Өфөлә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020 йыл, 29 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2020)
- ↑ «Урал батыр» эпосына арналған фестивалдә ҡатнашыусылар 42 телдә сығыш яһаны. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 6 декабрь (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2018)
- ↑ В Уфе состоялся международный конкурс чтецов эпоса «Урал-батыр». «Bash.news» сайты, 29 ноября 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2018)
- ↑ Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы байрамы уҙҙы. // «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 13 февраль (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2017)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 25 ноябрь
- ↑ Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын тикшереүселәр Өфөгә йыйылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 24 май (Тикшерелеү көнө: 24 май 2019)
- ↑ «Урал Батыр» эпосы буйынса балалар комиксы һәм анимация фильмы төшөрөлә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 29 декабрь (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2019)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 16 октябрь
- ↑ В небе появилась звезда по имени Урал-батыр
Әҙәбиәт
- Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. Беренсе китап. Башҡортостан китап нәшриәте. Өфө — 1972
- Нәҙершина Ф. А. Урал батыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8..
- «Башкирский эпос „Урал-батыр“ пережил века» — «Баймакский вестник», 2013, 27 июнь (рус.)
- Салауат Ғәлләмов. «Урал батыр»ға — 4000 йыл.
- Закирьян Аминев. Эпос «Урал батыр» как источник изучения доисламского мировоззрения башкир.
- 2015 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Баш ҡалала «Урал батыр» эпосының архив тексының баҫмаһы донъя күрҙе
Һылтанмалар
- Урал батыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. Нәҙершина Ф. А.]
- Урал батыр ҡобайыры (башҡортса)
- Урал Батыр латин әлифбаһында 2019 йылдың 6 март көнөндә архивланған.
- Урал батыр ҡобайырына аңлатма (урыҫса) 2006 йылдың 28 июнь көнөндә архивланған.
- Сайт «Урал-батыр» (урыҫса) 2018 йылдың 25 ноябрь көнөндә архивланған.
- Айҙар Хөсәйенов тарафынан сәсмә әҫәргә әйләндерелгән Урал батыр ҡобайыры (урыҫса) 2016 йылдың 13 март көнөндә архивланған.
- Атангулов У. Ш. Памятник народной педагогики // Ватандаш. — 2000. — № 9. — ISSN 1683-3554.
- Ямаева Л. А. «Урал-батыр» — эпос кушанской эпохи // Ватандаш. — 2015. — № 9. — С. 31—44. — ISSN 1683-3554.
Сығанаҡтар
- Фәнирә Ғайсина. Байыҡ Айҙар сәсән һәм «Урал батыр» эпосы — Йүрүҙән, 2022, 14-се һан, 8 апрель
- «Урал батыр»ға — 4000 йыл
Видеояҙмалар
- YouTube сайтында Видео Урал батыр и всемирный потоп
- «Орнамент» Родина сэсэна. Хамит Альмухаметов д. Второе Иткулово Баймакского р-на РБ. 2013 г.
- YouTube сайтында Видео Возрождение эпоса «Урал-Батыр» в театре кукол