Урал батыр (персонаж)
Урал батыр (рус. Урал-батыр, персонаж) — башҡорт фольклоры персонажы. «Урал батыр» эпосында ул Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең кесе улы (ҡарағыҙ: Тәү ата-баба), тәүге кеше (әжәлле) булараҡ һүрәтләнә. Әҫәрҙә өлкән ағаһы Шүлгәндең ҡапма-ҡаршыһы итеп бирелгән[1].
Образы һәм ҡылыҡһырламаһы
Эпостың башынан уҡ Урал батыр тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтелә. Уның тәртибе эпостың аҙағына тиклем үҙгәрмәй: ул ата-әсәһенең ҡушҡандарына һәр саҡ тоғро ҡала, ағаһын ҡанлы турһыҡҡа ҡағылмаҫҡа өндәй. Батырҙың изгелеге әҫәрҙә уның төрлө яҡшы эштәрендә күренә.
Эпоста Урал батырҙың тулы портреты юҡ, ул герой башҡарған эштәр аша һүрәтләнә. Ул түбәндәге һыҙаттарға эйә:
- Алпамыша көсө: Урал батыр ғәйәт ҙур көскә эйә, был хаҡта эпоста: «Егет тә егет икәнһең, / Батыралып икәнһең» тиелгән.
- Намыҫлылыҡ һәм кешелеклелек: Ул дан-шөрәткә ынтылмай, «Һис бер ҙурлыҡ кәрәкмәй» тигән ҡарашта тора.
- Идеалдарына тоғролоҡ: Батыр үҙ маҡсаттарын ошолай сағылдыра: «Яҡшынан бүтән уйым юҡ; / Үлемдән бүтән берәүҙән / Юллай торған дауым юҡ».
- Халыҡ ихтирамы: Ябай халыҡ уны юғары баһалай һәм ололай: «Атаң (Урал) беҙгә тәңреләй / Ярҙам итте, балаҡай».
- Эпостағы роле һәм батырлыҡтары
Урал батыр әҫәрҙә донъяны яралтыусы, мәҙәни герой һәм демиург (рус.)баш. ролендә сығыш яһай. Кешелекте һәм ерҙе ҡотҡарыу өсөн ул күп кенә батырлыҡтар ҡыла:
- Ҡатил һәм Ҡәһҡәһәнең батшалыҡтарын юҡ итә, Әзрәҡәне үлтерә.
- Яуыз көстәр яғына күскән ағаһы Шүлгән менән көрәшә.
- Дейеү һәм йыландарҙы үлтереп, ерҙе яуыз заттарҙан ҡотҡара.
- Яуыз заттарҙың кәүҙәләренән яңынан кешеләр төйәк иткән тауҙар яһай.
- Һыуҙарҙы таҙарта.
- Ҡатилдың мөгөҙҙәрен бөгөп, өҫкө тештәрен бәреп төшөрөп, тояҡтарын икегә ярып, уны хайуан ҡиәфәтенә килтерә.
Шулай уҡ Урал батыр Йәншишмәне (тере һыуҙы) таба. Ул был һыуҙы үҙе эсмәй, ә тирә-яғына һибә, һөҙөмтәлә Тәбиғәт терелеп, үлемһеҙ булыуға өлгәшә[2].
- Вафаты һәм нәҫеле
Шүлгәндең яуызлыҡтары арҡаһында Урал батыр үлә. Батырҙың һуңғы бөйөк батырлығы — кешелектең йәшәүе һәм Тәбиғәттең үлемһеҙлеге хаҡына үҙ ғүмерен биреүе (үлеүе) тураһындағы юлдарҙа сағыу яҡтыртыла. Ул эҙһеҙ юғалмай, ә Уралтауға әйләнә. Урал батырҙың балалары Иҙел, Нөгөш, Яйыҡ һәм уның ир туғаны Һаҡмар әҙәм затын дауам итәләр[1].
- Башҡа легендаларҙа
«Ай менән Урал тауҙарының барлыҡҡа килеүе» легендаһында Урал батыр артыҡ булған икенсе Ҡояшты юҡ итеп, Ай менән Урал тауҙарын барлыҡҡа килтерә[1].
Башҡорт мәҙәниәтендә
Урал батыр образы башҡорт халыҡ ижадының төп символдарының береһе булып тора. Ул батырлыҡ, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш һәм кешелеклелек идеалдарын сағылдыра. Эпос мотивтары әҙәбиәттә, театрҙа, һынлы сәнғәттә һәм музыка сәнғәтендә киң ҡулланыла[3].
«Урал батыр» эпосы 2023 йылда Кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән башҡорт эпосы[4][5].
2025 йылда Учалы ҡалаһында Урал батырға һәйкәл ҡуйылды. Һәйкәл Дан стелаһы эргәһендәге биләмәлә урынлашҡан. Скульптураның авторы — Фәнил Мөслимов. Һәйкәл композицияһында Урал батырҙың арыҫланға атланған мәле һүрәтләнгән. Монумент башҡорт халыҡ эпосының төп геройын кәүҙәләндерә һәм батырлыҡ, көс, ғәҙеллек символы булып тора[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Урал батыр (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2026.
- ↑ Котов В. Г. Мифологические пласты башкирского эпоса «Урал-батыр» // Проблемы востоковедения. — 2012. — № 4 (58). (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2026)
- ↑ Надршина Ф. Эпос «Урал-батыр». Бельские просторы (29 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2026.
- ↑ Eleventh session of the 2003 (ингл.). Explore UNESCO. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2026.
- ↑ В 2023 году эпос был включен в список нематериального культурного наследия ЮНЕСКО. Сноб. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2026.
- ↑ Таңсулпан Байтимерова. Урал батырға һәйкәл ҡуйылды. Башҡортостан (22 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2026.
Әҙәбиәт
- Урал батыр. Башҡорт халыҡ ҡобайыры=Урал-батыр. Башкирский народный эпос=Ural‑batur. Bashkort Folk Epic. Өфө, 2005.