Башҡорт халыҡ ижады (китап серияһы)

Башҡорт халыҡ ижады (рус. Башкирское народное творчество (книжная серия)) — башҡорт халҡының фольклор мираҫын сағылдырған күп томлыҡ академик баҫма. Унда ауыҙ-тел ижадының төрлө жанрҙарына ҡараған фольклор әҫәрҙәренең системалаштырылған һәм фәнни яҡтан әҙерләнгән текстары тупланған.

Тарихы

«Башҡорт халыҡ ижады»ның тәүге өс томлыҡ баҫмаһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фольклористары тарафынан әҙерләнеп, 1954—1959 йылдарҙа башҡорт телендә донъя күрә. Беренсе томда халыҡ хикәйәттәре (эпостар), ҡобайырҙар, бәйеттәр, йырҙар, мәҡәлдәр һәм ауыҙ-тел ижадының башҡа жанрҙары баҫылһа, икенсе томға халыҡ әкиәттәре һәм көләмәстәр, өсөнсө томға совет дәүере фольклоры әҫәрҙәре индерелә.

Артабан, 1972—1985 йылдарҙа, Башҡорт китап нәшриәтендә баҫып сығарылған 18 китаптан торған яңы баҫма әҙерләнә; СССР-ҙың Фәндәр Академияһы Башҡорт филиалының тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 1972—1975 йылдарҙа был серия өҫтөндә ғилми эш менән Ә. И. Харисов етәкселек итә, ә 1975—1985 йылдарҙа — Ғ. Б. Хөсәйенов һәм К. Мәргән.

«Эпос» дөйөм жанр тамғаланышы аҫтында тәүге өс китапта эпик әҫәрҙәр («Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән Һыуһылыу» һәм башҡалар) тәҡдим ителә. «Әкиәттәр» үҙ эсенә 5 китап һыйҙыра: хайуандар тураһында һәм тылсымлы — героик, батырҙар, социаль-көнкүреш, сатирик әкиәттәр. «Йыр» жанры өс китапта күрһәтелә: эпик һәм лиро-эпик, йола таҡмаҡтары, йырҙар һәм көйҙәр. Ҡалған жанрҙар айырым китаптарға индерелә — «Бәйеттәр», «Риүәйәттәр, легендалар», «Йомаҡтар», «Мәҡәлдәр, әйтемдәр», «Анекдоттар». Хәҙерге ваҡыттағы фольклор ике китапта сығарыла: «Бәйеттәр, йырҙар, такмаҡтар», «Әкиәттәр, риүәйәттәр, телдән хикәйәләр, сәсәндәр ижады».

Баҫманы әҙерләүҙә һәм төҙөүҙә ҙур өлөш индергән ғалимдар 1987 йылғы Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булдылар: Әхнәф Харисов, Нур Зарипов, Лев Бараг, Фәнүзә Нәҙершина, Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов. 1977 йылда премияға кандидат итеп Марат Минһажетдинов та күрһәтелә.

1987 йылдан алып 2010 йылға тиклем урыҫ теленә тәржемәләнгән «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығы нәшер ителә. Барыһы «Китап» нәшриәте 12 том сығарҙы. Һәр том түбәндәге айырым жанрҙарҙан тора: «Эпос», «Риүәйәттәр һәм легендалар», «Батырҙар тураһында әкиәттәр», «Тылсымлы әкиәттәр һәм хайуандар тураһында әкиәттәр», «Көнкүреш әкиәттәре», «Шаян әкиәттәр һәм анекдоттар», «Мәҡәлдәр, әйтемдәр, ырымдар һәм йомаҡтар», «Йырҙар (Октябргә тиклемге осор)», «Совет осоро йырҙары», «Тарихи эпос», «Бәйеттәр», «Йола фольклоры»[1].

1995 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө фәнни үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Ә. М. Сөләймәновтың ғилми етәкселегендә яңы йыйынтыҡ баҫтырыла башлай — «Башҡорт халыҡ ижады» (үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр менән). Хәҙер башҡорт телендә 13 том баҫтырылды, бөтәһе 36 том баҫтырып сығарырға планлаштырыла[2].

Библиография

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирское народное творчество. Энциклопедии: Фольклор народов Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026.
  2. Отдел фольклористики. Институт истории, языка и литературы Уфимского федерального исследовательского центра Российской академии наук,. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2026.

Әҙәбиәт

  • Зарипов Н. Т. Научный свод башкирского фольклора //Башкирский фольклор. Исследования последних лет. — Уфа, 1986.