Зарипов Нур Талип улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Зарипов Нур Талип улы
Тыуған көнө 15 июнь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ кантоны[1], Көҙән ауыл
Вафат көнө 6 сентябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (72 йәш)
Вафат урыны Өфө
Ил Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Ғилми даирәһе әҙәбиәт ғилеме и фольклористика[d]
Эшләгән урыны
Альма-матер К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты
Ғилми дәрәжәһе филология фәндәре кандидаты
Награда һәм премиялары
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985
Салауат Юлаев исемендәге премия

Зарипов Нур Талип улы (15 июнь 1925 йыл — 6 сентябрь 1997 йыл) — башҡорт фольклорсыһы, әҙәбиәт ғалимы, филология фәндәре кандидаты. 1951 йылдан — КПСС, 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нур (Нурмөхәмәт) Талип улы Зарипов 1925 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[1] Көҙән ауылында тыуған.

1943 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас хәрби училищеға алына. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1945 йылда фронттан яраланып ҡайтҡас, Көҙән ауыл советында секретарь булып эшләй.

1947—1951 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай (Мәскәү, 1962).

1951 йылдан Ғафури районының Үтәк мәктәбе директоры.

1956 йылдан БАССР Мәғариф министрлығы инспекторы.

1962—1963 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитетының мәҙәниәт бүлеге инструкторы.

1957—1959 һәм 1964—1997 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй (1967—1969 йылдарҙа бүлек мөдире).

1997 йылдың 6 сентябрендә Өфөлә вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нур Зариповтың илми эшмәкәрлеге башҡорт әҙәбиәте тарихын, фольклор жанрҙарын (әкиәттәрҙе, эпос тарихын) һәм башҡорт һүҙ сәнғәте ҡомартҡыларын өйрәнеүгә арналған. Ул башҡорт сәсәндәренең эшмәкәрлеген, әкиәттәрҙең поэтикаһын өйрәнеү буйынса айырыуса һөҙөмтәле эшләне. Һуңғы йылдарҙа «Иҙеүкәй менән Мораҙым» ҡобайырын баҫтырып сығарыуға күп көс һалды.

Ғалим — башҡорт халыҡ ижады буйынса башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан күп томлы баҫманы төҙөүселәрҙең береһе, уның баш мөхәррире.

Әҙәбиәт ғилемендә лә әүҙем эшләне. «Тәүге гвардеецтарҙың береһе», «Имай Насыри тормошо һәм ижады», «На пути духовного единства», «Әҙәбиәттең гражданлыҡ пафосы» китаптарының авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тәүге гвардеецтарҙың береһе. — Өфө, 1968;
  • Имай Насыри тормошо һәм ижады. — Өфө, 1983;
  • Әҙәбиәттең гражданлыҡ пафосы. — Өфө, 1978;
  • На пути духовного единства. — Уфа, 1974;
  • Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы. Очерктар. — Өфө, 1967 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982).
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987).
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • С. Галин. Тел асҡысы халыҡта. — Өфө: «Китап», 1999/ — 54-се бит.
  • Ә. Сөләймәнов. Алдан барыусы ине. // Ағиҙел, 2000, № 6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]