Таҡмаҡ

Таҡмаҡ (рус. такмак; татар. такмакcыу. такмак) — башҡорт, татар һәм сыуаш музыкаль-шиғри фольклор жанры[1].

Тарихы

Таҡмаҡ өлгөләрен тәүге тапҡыр XIX быуат аҙағында С. Г. Рыбаков яҙып ала һәм «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары һәм уларҙың көнкүреше тураһында очерк» китабында тасуирлай. Фонографҡа тәүге яҙмаларҙы 1929—1931 йылдарҙа И. В. Салтыков яҙҙыра. Таҡмаҡтар тураһында тәүге тапҡыр «Башкорт халк йырдары» китабында баҫылып сыға[2].

Таҡмаҡты дауалау йолалары ваҡытында, йыр ҡушымталары булараҡ, эпостарҙаҠара юрға») һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙә («Дүрт дуҫ»), бейегәндә ҡулланғандар.

Һуҡма инструменттар, халыҡ музыка ҡоралдары (дөңгөр, дөмбөрҙәк, шаҡылдаҡ), көнкүреш әйберҙәре (ҡалаҡ, уҡлау, биҙрә, батмус) оҙатыуында башҡарыла.

Жанрҙың характеристикаһы

Таҡмаҡ көйләп һөйләү стилендә башҡарыла. Таҡмаҡтың шиғри төҙөлөшө: 8—7 ижектән торған ике юллыҡтарға бүленгән дүрт юллыҡтар, һирәгерәк — өс юллыҡтар.

Таҡмаҡтар маҡтауға («Ҡарабай»), мыҫҡыллауға («Сонайым»), бейеүгә саҡырыуға («Бейер ул») ҡорола; йола йәки уйын хәрәкәттәре менән бәйле — мәҫәлән, туйҙа — («Йыуаса», «Сыбыртҡылау») һәм әйлән-бәйлән уйындарында башҡарыла («Ай, дубыр-дубая», «Аҡ стакан», «Косилка, молотилка», «Сума өйрәк, сума ҡаҙ», «Шәл бәйләнем» һ.б.).

Иҫкәрмәләр

  1. А. М. Хакимьянова. Башкирские народные такмаки. cyberleninka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ғинуар 2026.
  2. Л. К. Сальманова. Башкорт халк йырдары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Әҙәбиәт

  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 2 се кит. Өфө, 1977. (баш.)
  • Баимов Б. С. Башкирские народные такмаки. Уфа, 2001.
  • Нигмедзянов М. Н. Татарская народная музыка. Казань, 2003.
  • Абдуллин А. Х. Татарская народная песня: тематика, жанры и некоторые особенности народного исполнительства Текст.: автореф. дис. канд. искусствоведения /А. X. Абдуллин. — Л., 1971.-24 с.
  • Файзи Д. Х. Халык җәүhәрләре. Татар халкының хәзерге заман музыка фольклоры. Казан, 1971. (тат.)

Категориялар