Шәл бәйләнем (йыр)

«Шәл бәйләнем» — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Башҡа йырҙар менән бер рәттән 2020 йылда «башҡорт халыҡ йыры» патентына эйә була[2][3].

Тарихы

Шәл бәйләнем
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәлем түңәрәк түгел дә
Шәлем түңәрәк түгел.

Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.

Осоп барып күрер инем,
Осоп барып күрер инем,
Йәнем күбәләк түгел дә,
Йәнем күбәләк түгел.

Ҡара бәрәс тиреһе лә
Ҡара бәрәс тиреһе лә,
Ҡама булыр тиһеңме лә
Ҡама булыр тиһеңме?

Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәлем түңәрәк түгел дә
Шәлем түңәрәк түгел.

Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.

«Башҡорт халыҡ йыры»

Тәүләп Солтан Ғәбәши тарафынан яҙып алына һәм уның «Башҡорт халҡ йырҙары» (Өфө, 1935) тигән йыйынтығында баҫылып сыға. Йырҙың бер нисә төрлө варианты бар, уларҙы Х. Ф. Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев, Л. Н. Лебединский, Р. С. Сөләймәнов яҙып алған.

Тасуирламаһы

«Шәл бәйләнем» йыры түңәрәккә баҫып уйын ойошторғанда киң ҡулланыла, ул таҡмаҡ жанрына ҡарай. Көйө — өс тактлы структуралы. Лады — мажор пентатоника. Ҡушымтаһы йырҙы айырыуса бейеү көйөнә тартым итә.

Башҡарыусылары

«Шәл бәйләнем» йырының Т. Х. Үҙәнбаева, Башҡортостан Республикаһының Хор капеллаһы башҡарыуындағы яҙмалары бар. Эшкәртмәләрен тауыш һәм фортепиано өсөн — Заһир Исмәғилев, хорға a cappella башҡарыу өсөн Х. Әхмәтов, А.Кушниренко, Л. Лебединский, Рафиҡ Сәлмәнов, А. Г. Тихомиров әҙерләгән. Йырҙың көйө М. М. Вәлиев менән Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында ҡулланылған.

Сығанаҡтар

[1] 2019 йылдың 24 октябрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә