Үҙәнбаева Тәнзилә Хәмит ҡыҙы

Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Үҙәнбаева (рус. Танзиля Хамитовна Узянбаева; 1953 йылдың 2 ғинуары, Смаҡ, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2004), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022)[1].

Биографияһы

1953 йылдың 2 ғинуарында БАССР-ҙың Мәләүез районы Смаҡ ауылында тыуған.

6 йәшендә ата-әсәһе менән Түләк ауылына күсеп килә. 1960—1970 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһының 2-се мәктәбендә[2] белем ала. Художество үҙешмәкәрлегендә ҡатнаша, Мәләүез мәҙәниәт һарайының вокал һәм бейеү түңәрәктәренә йөрөй.

1971—1975 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының яңғыҙ йыр бүлегендә уҡый. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. 1971 йылда «Йыр беҙгә йәшәргә һәм төҙөргә ярҙам итә» совет һәм халыҡ йырҙарын башҡарыу башҡарыусылар конкурсында I дәрәжә диплом яулай.

1973 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика йәш йырсылар конкурсында лауреат исемен яулай.

1975—1980 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегендә уҡып, уны шулай уҡ ҡыҙыл дипломға тамамлай.

1980 йылдан 2006 йылға тиклем Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада солисы, 1981 йылдан 2006 йылға тиклем «Йәдкәр» фольклор ансамблендә (2000 йылдан уның етәксеһе) эшләй[1][3].

Ҡараҡалпаҡ АССР-ында (1976) үткән БАССР әҙәбиәте һәм мәҙәниәте көндәрендә, Сыуаш АССР-ында (1981), Мәскәүҙә (1987) — БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. 1985 йылда «Йәдкәр» ансамбле составында Мәскәү ҡалаһында үткән XII Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнаша һәм диплом менән бүләкләнә.

Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә (Германия, Греция, Һиндостан, Франция, Япония һәм башҡа илдәр) гастролдәрҙә була.

2023 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсының 70 йәшлек юбилейына һәм оҙаҡ тәнәфестән һуң сәхнәгә ҡайтыуына арналған концерт үтә[1][4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

1987—1991 йылдарҙа Өфө ҡала Советы депутаты була[5].

Педагогик эшмәкәрлеге

2006 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта, 2009 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында вокал сәнғәте кафедраһы доценты вазифаһында эшләй[1].

Уның класын тамамлаусылар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларында эшләй.

Репертуары

«Баяс», «Зөлхизә», «Ирәмәл», «Сәлимәкәй», «Таштуғай», «Дошман ҡырҙы Салауат», «Бөҙрә тал», «Ғәфифә», «Тирмә», «Туғанай», «Дала» һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙарын, «Башҡорт иле», «Уралға мәҙхиә», «Ҡурайға мәҙхиә» ҡобайырҙарын һәм «Ураҙа мөнәжәте», «Уҡыйыҡ намаҙ, уҡыйыҡ Ҡөрьән», «Нәсихәт мөнәжәте» мөнәжәттәрен башҡара.

Репертуарында Х. Ф. Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев, Т. Ш. Кәримов, Р. Ә. Мортазин, К. Ю. Рәхимов, Р. Х. Сәхәүетдинова, Р. М. Хәсәнов һәм башҡаларҙың йырҙары һәм романстары, татар композиторҙары Ә. З. Монасипов, С. Ғ. Садиҡова, Р. М. Яхин йырҙары бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Ғаиләһе

Тәнзилә Үҙәнбаева — Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шәғәле Шаҡман вариҫы. Апаһы — Флүрә Үҙәнбаева, йырҙар авторы, башҡарыусы[6]. Ҡустыһы — Юлай, композитор, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Заслуженная артистка России, народная артистка Башкортостана Танзиля Узянбаева отмечает юбилей. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
  2. Хәҙерге 1-се гимназия.
  3. Э. М. Давыдова. Үҙәнбаева Тәнзилә Хәмит ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. В Уфе поздравили с юбилеем народную артистку Башкортостана Танзилю Узянбаеву. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
  5. Узянбаева Танзиля Хамитовна. ufaart.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
  6. «Автограф» — Автор и исполнитель песен Флюра Узянбаева (башҡ.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә