Үҙәнбаев Юлай Хәмит улы
Юлай Хәмит улы Үҙәнбаев (рус. Юлай Хамитович Узянбаев; 1967 йылдың 3 апреле, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы — Рәсәй композиторы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Биографияһы
1967 йылдың 3 апрҽлендә Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Түләк ауылында күп балалы ғаиләлә 6-сы бала булып тыуған. Бәләкәй сағынан уҡ гармунда уйнарға ярата. Тәнзилә апаһы, талант ятып ҡалмаһын тип, Өфөгә алып килә. Өфө сәнғәт институты ҡарамағында Урта махсус музыкаль мәктәбенә (хәҙер Урта махсус музыка колледжы) баян класы буйынса уҡырға урынлаштыра.
Артабан Юлай Үҙәнбаев Өфө сәнғәт училищеһын, шунан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай.
Хеҙмәт юлы
Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» фольклор төркөмөндә концертмейстер булып башлай. Тиҫтә йылдарға һуҙылған ижади эшмәкәрлеге дауамында үҙен грамоталы, һөнәри әҙерлекле, һәләтле композитор һәм музыкант итеп таныта.
Баймаҡ ҡалаһындағы сәнғәт мәктәбе музыка уҡытыусыһынан алып Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире дәрәжәһенә тиклем үрләй.
Ижади эшмәкәрлеге осоронда ул, Башҡортостандың һәм Татарстандың танылған йырсылары Флүрә Килдейәрова, Фәрит Бикбулатов, Нәзифә Ҡадирова, Салауат Фәтхетдинов, Ғәбделфәт Сафин, Айҙар Ғәлимов, Азамат Тимеров һәм башҡалар репертуарына ингән бик күп ҡабатланмаҫ һәм иҫтәлекле музыкаль әҫәрҙәр яҙа.
Композитор булараҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы драмтеатрҙарында, шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театрында, «Нур» татар дәүләт театрында Мәжит Ғафури, Мөхәмәтша Буранғолов, Мостай Кәрим, Нәжиб Асанбаев, Зәйнәб Биишева, Флорид Бүләков һәм башҡалар әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған 50-нән артыҡ спектакленә көй яҙа.
Тамашасы уның «Аҡ болоттар», «Устарыма һал һин йөрәгеңде», «Йылғалар төнөн һөйләшә», «Бейеү» кеүек йөрәк түрендәге, моңло йырҙарын ярата һәм юғары баһалай, уның йырҙары Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡ араһында киң тарала һәм уңыш ҡаҙана. Улар тәьҫирлелек тәрәнлеге, үҙенсәлекле моңо һәм йөкмәткеһе менән айырыла. Композитор үҙенең музыкаль ижадында халыҡ йыры һәм музыкаһы сығанаҡтарын файҙалана.
Юлай Үҙәнбаевтың 7 аудио һәм видеокассетаһы һәм «Исемеңде hалдым йырҙарға» йырҙар йыйынтығы донъя күрә.
Ул бер нисә тапҡыр «Йыл композиторы» исеменә лайыҡ була. Башҡортостан Республикаһының музыкаль сәнғәтенә һәм мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн 1999 йылда композитор ижады Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы менән баһалана.
Үҙәнбаев Юлай Хәмит улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
2008 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрында Әнғәм Атнабаевтың өсөнсө тапҡыр яңыртып ҡуйылған «Балаҡайҙарым» спектаклен музыкаль яҡтан биҙәй. 2017 йылда Әнғәм Атнабаевтың «Нур» театрында күрһәтелгән «Ул ҡайтты» спектакленә Юлай Үҙәнбаев көй яҙа.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- — Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (1999);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Ғаиләһе
Юлай Үҙәнбаев — Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шәғәле Шаҡман вариҫы. Апалары — Флүрә Үҙәнбаева, йырҙар авторы, башҡарыусы[1], Тәнзилә Рәсәй йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2004), Салауат Юлаев ордены кавалеры[2]. Ҡатыны — Рәмилә. Бҽр ул һәм бҽр ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Сығанаҡтар
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
- Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Узянбаев Юлай Хамитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2022)
- Композитор Юлай Үҙәнбаев тураһында «Автограф» тапшырыуы(недоступная ссылка)
- Урта махсус музыкаль мәктәп, (1972 йылдың 1 сентябрендә Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендә асыла) — һөнәри профилле музыкаль уҡыу йорто 2021 йылдың 25 май көнөндә архивланған.
- Мәләүез районының билдәле кешеләре 2020 йылдың 7 май көнөндә архивланған.
- Әнғәм Атнабаевтың 2017 йылда «Нур» театрында күрһәтелгән «Ул ҡайтты» спектакленә Юлай Үҙәнбаев көй яҙҙы
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Автограф» — Автор и исполнитель песен Флюра Узянбаева (башҡ.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2026.
- ↑ Заслуженная артистка России, народная артистка Башкортостана Танзиля Узянбаева отмечает юбилей. Культурный мир Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2026.