Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы

Фәрит Хәйбулла улы Бикбулатов (рус. Бикбулатов Фарит Хайбуллович1936 йылдың 8 авгусы, Мәҡсүт, Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР, Йылайыр районы, Башҡорт АССР-ы2016 йылдың 25 ноябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — йырсы. 1968—1989 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре (диктор, мөхәррир, музыкаль тапшырыуҙар бүлегенең өлкән мөхәррире). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).

Биографияһы

1936 йылдың 8 авгусында Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районыны) Мәҡсүт ауылында тыуған.

Атаһы Хәйбулла Бикбулатов Ленинградта уҡып ҡайтып, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында судья булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.

Өлкән ағаһы Шәһит (1925—2001) тә һуғышта ҡатнаша. Артабан фән юлынан китә, иҡтисад фәндәре докторы (1991), профессор.

Юлдыбай ауылында ете класты тамамлағандан һуң, район комсомол комитеты юлламаһы менән киномеханик булып эшләй.

Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһының 1-се һөнәри-техник училищеһына уҡырға инә. Бында йәмәғәт эштәрендә, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡала профсоюздар ойошмаһы хорында йырлай.

Училищены тамамлағас, Өфө моторҙар эшләү заводында үҙаллы хеҙмәтен башлай. Калинин исемендәге мәҙәниәт йортоноң хор һәм драма түңәрәктәренә йөрөй. Агитбригада составында концерттарҙа ҡатнаша. Завод коллективы Бикбулатовҡа Өфө сәнғәт училищеһына инергә тәҡдим итә.

Өфө сәнғәт училищеһында Аэлита Чемборисова класында уҡый, щул ваҡытта уҡ төрлө конкурстарҙа сығыш яһай башлай.

1967 йылда Польша Халыҡ Республикаһында үткән Хеҙмәт резервтары фестивалендә ҡатнаша. Һөнәри белем биреү коллективтары араһында Башҡортостандың баш ҡалаһы исеменән сығыш яһай. Башҡорт фольклоры әҫәрҙәрен башҡара. Йәш йырсы Фәрит Бикбулатов тураһында күп сит ил гәзиттәре яҙып сыға. 1968 йылда Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында эшләй башлай. Сәнғәт училищеһын тамалағандан һуң (1969), 21 йыл буйына диктор, һуңынан мөхәррир, йыр бүлеге өлкән мөхәррире була. 1989—98 йылдарҙа — «Башҡортостан» ижад клубының директоры һәм солисы. «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивален ойоштороусыларҙың береһе.

1981 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында «Туған моңдар» тапшырыуын алып бара.

Фәрит Бикбулатов 2016 йылдың 25 ноябрендә Өфөлә вафат була[1][2].

Ижади эшмәкәрлеге

Фәрит Бикбулатов эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусы булып таныла. Милли сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уның башҡарыуында бик күп йырҙар — «Аҡҡош күле», «Уҙып барған ғүмер», «Гармунлы йәшлек» һәм башҡалар халыҡ яратып йырлаған йырҙарға әйләнә. Роза Сәхәүетдинова, Зәбих Мамалимов, Сара Садиҡованың лирик йырҙарын тәүгеләрҙән булып башҡара.

Репертуарында бик күп башҡорт халыҡ: «Зөлхизә», «Сәлимәкәй», «Сибай», «Урал», «Шәүрә», «Шафиҡ» һәм башҡа йырҙар бар. Йырсы йомшаҡ тембрлы үҙенсәлекле тауышҡа эйә.

Мәскәүҙә, Бүрәт, Татарстан, Яҡут (Саха) Республикаһында, Германияла үткән Әҙәбиәт һәм сәнғәт декадалары һәм көндәрендә ҡатнаша. СССР һәм Рәсәй буйынса гастролдәрҙә була.

Мауығыуҙары

  • Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы акварель техникаһында яҙылған 300-ҙән ашыу рәсем авторы. Уларҙың төп темаһы — Башҡортостан тәбиғәте.
  • Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (2002, 2010).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005)[3]
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1978)

Хәтер

  • 2024 йылда Өфө ҡалаһының Калинин районы урамдарының береһенә Фәрит Бикбулатов исеме бирелә[4].
  • Өфө ҡалаһының Ғафури урамындағы 13-сө йорт стенаһына Фәрит Бикбулатовҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[5].
  • 2021 йылдың июнендә Түңгәүер ырыуы йыйыны барышында Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортта уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыла[6].

Иҫкәрмәләр

  1. В Уфе ушел из жизни популярный певец Фарит Бикбулатов — видео. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2016, 26 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2016)
  2. Причины смерти Фарита Бикбулатова. Tizer42.ru — Ежедневный журнал о звездах. Официальный сайт 2019 йылдың 3 июль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2019)
  3. Официальный сайт Совета городского округа город Уфа республики Башкортостан — Список Почётных граждан Уфы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2016)
  4. Сергей Николаев. В Уфе появится несколько новых улиц. ИА «Башинформ» (24 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 октябрь 2025. (рус.)
  5. Памятная доска Ф.Х. Бикбулатову. 2ГИС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 октябрь 2025. (рус.)
  6. Түңгәүер ырыуы йыйынында Фәрит Бикбулатовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 21 июнь 2021 йыл (Тикшерелеү көнө: 21 июнь 2021)

Тема буйынса өҫтәмә