Киселёва Антонина Николаевна

Антонина Николаевна Киселёва (1924 йылдың 24 июле, Раевка2025 йылдың 15 декабре, Өфө) — йөҙйәшәр, шәфҡәт туташы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре һәм тимер юл эшсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, санинструктор, гвардия өлкән сержанты. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025)[1].

Биографияһы

Киселёва Антонина Николаевна (ҡыҙ фамилияһы Морина) 1924 йылдың 24 июлендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Раевка ауылында тыуған[2].

1942 йылдың авгусында шәфҡәт туташтары әҙерләү буйынса алты айлыҡ курс тамамлай, артабан колхозда уңыш йыйыуҙа ҡатнаша. Ошо йылдың декабрендә Әлшәй район хәрби комиссариатынан саҡырыу ала[3] һәм республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән 200 шәфҡәт туташы менән фронтҡа оҙатыла. 76-сы гвардия уҡсылар дивизияһының 237-се гвардия уҡсылар полкы составында Сталинград алышында ҡатнаша[4], бында ул 30-ҙан артыҡ яралыны яу яланынан алып сыға. Сталинград өсөн һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты «Батырлыҡ өсөн»[3][5] һәм «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалдарына лайыҡ була[6].

undefined

Артабан Белоруссия биләмәләренән дошманды ҡыуыуҙа, Польшаны һәм уның баш ҡалаһы Варшаваны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша, «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[5]. Һуғышты бер тапҡыр ҙа яраланмай үтеп сыға[2], Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай.

Ире Александр Николаевич Киселёв менән фронта, ул хеҙмәт иткән медсанбатта танышалар, һуғыштан һуң өйләнешәләр, никахтарын Калуга ҡалаһында теркәйҙәр. Аҙаҡ Кубань яҡтарында, Псковта һәм Ҡаҙағстанда йәшәйҙәр, Башҡортостандың Шаҡша ҡасабаһына 1962 йылда ҡайтып төпләнәләр, өс ул үҫтерәләр[5].

Антонина Николаевна Шаҡшалағы 12-се һәм 13-се дауаханаларҙа эшләй[4]. Артабан ул Черниковка станцияһына сигналсы булып урынлаша һәм унда 33 йыл хеҙмәт һала[5].

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[7].

Йөҙйәшәр-ветеран 2025 йылдың 15 декабрендә Өфөлә вафат була[8].

Иҫкәрмәләр

  1. Кисилёва Антонина Николаевна
  2. 1 2 Сороковые-Роковые. Судьба хранила медсестричку… Газета «Вечерняя Уфа», № 101(12749) от 27 мая 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2024)
  3. 1 2 Награда Антонины Мориной. Poisk.re — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны
  4. 1 2 В Уфе поздравили 100-летнего ветерана Антонину Киселеву. ИА «Башинформ», 24 июля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2024)
  5. 1 2 3 4 Самое дорогое спасибо. Медсестра Антонина Киселёва вынесла с поля боя сотни раненых солдат. «Куйбышевский железнодорожник», Выпуск № 16 от 05.05.2023 г. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2024)
  6. Награда Антонины Мориной. Poisk.re — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны
  7. О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Киселевой А.Н.
  8. Альфия Аглиуллина. В Уфе ушла из жизни 101-летняя ветеран войны Антонина Киселева. ИА «Башинформ» (15 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 декабрь 2025. (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә