Садиҡов Әмирхан Әҙеһәм улы

Садиҡов Әмирхан Әҙеһәм улы (1927 йылдың 14 феврале, Сыуалкип ауылы) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Матрос-минёр. Старшина. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1]. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Әмирхан Әҙеһәм улы Садиҡов 1927 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Сыуалкип ауылында тыуа.

17 йәшендә, 1944 йылдың октябрендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. СССР Хәрби-Диңгеҙ флотының Тымыҡ океан флотында матрос-минёр булып хеҙмәт итә. 1945 йылда япон милитаристарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша.

Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң торпедасы булып хеҙмәт итә.

Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, 1952 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Ағиҙел йылға пароходсылығында эшләй.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы (2025)[3];
• II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985);
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы.

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә