Рубин Исак Аронович

Рубин Исак Аронович (1929 йылдың 10 ғинуары, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Музыкант. Урман белгесе. Хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Биографияһы

Исак Аронович Рубин 1929 йылдың 10 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуа. Музыка мәктәбе уҡыусыһы булараҡ, 1943 йылда Севастополь зенит артиллерия команда училищеһының музыкаль взводы тәрбиәләнеүсеһе итеп алына. Унда 1944 йылдың сентябренә тиклем хеҙмәт итә.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Өфө музыка училищеһын, шулай уҡ Башҡортостан ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультетын тамамлай.

1948—1953 йылдарҙа урман хужалығы инженеры булып эшләй. Бер үк ваҡытта 1-се Өфө балалар музыка мәктәбендә уҡыта.

1953—1992 йылдарҙа «Башлеспром» Башҡортостан урман сәнәғәте производство берекмәһендә төрлө вазифаларҙа эшләй.

1971 йылда Башҡорт АССР-ы урман хужалығы фәнни-техник йәмғиәтенең ғилми секретары итеп һайлана.

1992—2010 йылдарҙа Республика балалар экологик-биологик үҙәгендә эшләй.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025)
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы (2025)
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл» миҙалы
• «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1983)[2]
• «9-сы биш йыллыҡ ударнигы» (1976), «11-се биш йыллыҡ ударнигы» (1986) билдәләре[2]
• Рәсәйҙең урман байлығын һаҡлаған өсөн билдәһе
• Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1999)[2].

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә