Минһажетдинов Әсхәт Асҡар улы

Минһажетдинов Әсхәт Асҡар улы (рус. Мингазетдинов Асхат Аскарович; 1924 йылдың 5 декабре, Бөгөлмә ҡалаһы, Татар АССР-ы[d]) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Өлкән лейтенант[1]. Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Медицина фәндәре кандидаты, доцент. СССР һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Әсхәт Асҡар улы Минһажетдинов 1924 йылдың 5 декабрендә[2] Татар АССР-ының Бөгөлмә ҡалаһында тыуа.

17 йәшендә, 1941 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Мәскәү хәрби-инженер училищеһына курсант итеп алына. 1942 йылдың яҙында дошман Мәскәүгә яҡынлашҡас, курсанттар һәм уҡытыусылар барыһы Көнбайыш фронтҡа ебәрелә. Әсхәт Минһажетдинов Мәскәүҙең Мәскәү йылғаһы районының халыҡ ополчениеһы дивизияһына 17-се уҡсылар дивизияһына разведка взводына эләгә.

Алыштарҙа Көнбайыш, Брянск һәм 2-се Белоруссия фронттарын үтә, Курск алышында ҡатнаша. 1944 йылдың яҙында дүртенсе — иң ауыр яраһын ала һәм уның өсөн һуғыш тамамлана. Еңеү көнөн Мәскәү эргәһендәге госпиталдә ҡаршылай.

Госпиталдән һуң Өфөгә килә һәм Өфө медицина училищеһына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Эшләп тә йөрөй, бер үк ваҡытта Башҡортостан медицина институтының киске бүлегендә белем дә ала (1968)[3].

Башҡорт АССР-ының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, 1979—1987 йылдарҙа медицина институтында эшләй, фәнни-тикшеренеү секторы етәксеһе була[4]. Медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай (1977)[3], доцент исемен ала.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[5].

Фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге

Фән менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба — ул 70-тән ашыу фәнни эш авторы. Шулай уҡ ижад менән дә шөғөлләнә — «Белые страницы моей семьи. Воспоминания» (2003), «Жертвы сталинских репрессий. Эпизоды войны глазами разведчика» (2004), "Раздумья прихожанина мечети «Ихлас» (2007), «Милостью царицы Екатерины II» һәм башҡа китаптар яҙа. Һүрәт төшөрөү менән дә мауыға[3].

Инаныуҙары

Бер ваҡытта ла ислам ғөрөф-ғәҙәттәренә хыянат итмәй: 2001 йылда «Ихлас» мәсете асылғас, даими рәүештә мәсеткә йөрөй, мәсет советы ағзаһы[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
Генерал Шайморатов ордены (2024)[3];
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)[6];
• «Белоруссияны азат иткән өсөн» миҙалы;
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены;
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1986)[7];
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[8];
• СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1959)[3];
• юбилей миҙалдары;
• юғары категориялы табип.

Иҫкәрмәләр

  1. Сводная информация. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
  2. тыуыу тураһында таныҡлыҡ буйынса — 3 апрелдәВетеран войны и репрессий вновь стал долгожителем в Башкирии. Mkset (5.12. 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2024.
  3. 1 2 3 4 5 6 Раиля ГАЛЕЕВА. И дольше века длится жизнь. Ватандаш (29 ғинуар 2025).
  4. В Уфе столетний юбилей отметил ветеран ВОВ Асхат Мингазетдинов. АиФ. Уфа (6 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
  5. О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Мингазетдинову А.А. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
  6. Мингазетдинов Асхат Медаль «За отвагу». Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
  7. Мингазетдинов Асхат Аскарович Орден Отечественной войны I степени. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.
  8. Учетно-послужная картотека. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә