Коновалов Владимир Петрович


Коновалов Владимир Петрович (1937 — 1 август 2017 йыл) — совет тимер юл транспорты хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһының халыҡ депутаты (1990—1993). Ленин (1986) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) ордендары. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1996).

Биографияһы

Владимир Коновалов 1937 йылда Куйбышев өлкәһенең Петровка ауылында тыуған. Профессиональ-техник училищела уҡыуын тамамлағас хеҙмәт юлын Дим депоһында башлай. 1957 йылда машинист ярҙамсыһы булып күсә, ә 1965 йылдан электровоз машинисы булып. 35 йылдан ашыу йөк һәм пассажирҙар тимер юл составы менән идара итә[1].

Коновалов һәр ваҡыт инициативалылығы һәм эшһөйәрлеге менән айырылып тора, үҙен техник яҡтан грамоталы машинист итеп күрһәтә. Ул электровоздарҙың тәүлек йөрөшөн 1000 километрға тиклем арттырыу тәҡдимен индерә. Депола тәүгеләрҙән булып баш ҡала тимер юлсыларыны тәҡдимн хуплай һәм юғары ауырлыҡтағы һәм оҙонлоҡтағы поездарҙы йөрөтә башлай. Үҙ оҫталығын даими күтәрә, алдынғы ысулдар индерә, тимер юлда хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бүлә. Йәш белгестәрҙең әүҙем остазы булып тора.

Бер нисә тапҡыр социалистик ярыштарҙа еңеүсе була. 1974 йылда «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Коновалов йәмәғәт эшендә лә үҙен әүҙем ҡатнаша. Поездар хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса йәмәғәт инспекторҙары төркөмөнөң өлкән инспекторы була. Бер нисә тапҡыр СССР-ҙың юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнә. СССР тимер юлдар селтәрендә «Иң яҡшы машинист» тип таныла, портреты СССР ВДНХ-ның Почет таҡтаһына ҡуйыла. 1987 йылда «Миллион километр аварияһыҙ эшләү» билдәһе менән бүләкләнә[2].

Владимир Коновалов бер нисә тапҡыр төрлө кимәлдәге советтарға депутаты, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһының халыҡ депутаты итеп һайлана.

Лайыҡлы ялға сыҡҡандан һуң да район йәштәрен һәм йәш тимер юлсыларҙы тәрбиәләү буйынса ҙур эш алып бара.

1996 йылдың июнендә Владимир Петрович Коноваловҡа «Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелә[3].

2017 йылдың 1 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә