Федин Герман Сергеевич

Федин Герман Сергеевич (1925 йылдың 11 ғинуары, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Осоусы[1]. Өлкән лейтенант[2]. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025)[3].

Биографияһы

Герман Сергеевич Федин 1925 йылдың 11 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа[3].

Хәрби хеҙмәте

1944 йылдың 5 ғинуарында БАССР-ҙың Өфө ҡалаһы Молотов районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[4]. Кенигсберг эргәһендә һуғыша. Хәрби хеҙмәтен 1959 йылдың 26 ғинкарында тамамлай[3].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө моторҙар эшләү заводында башлай[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнаша. Уҡыусылар алдында «Ҡаһарманлыҡ» дәрестәрендә сығыш яһай. Ветерандар ойошмалары эшмәкәрлегендә ҡатнаша.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025)
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» миҙалы (2025)[6]
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1954)[7]
• «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1954)[8]

Тема буйынса өҫтәмә