Шматов Василий Кузьмич
Шматов Василий Кузьмич (1926 йылдың 1 апреле, Пашково[d], Псков өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Василий Кузьмич Шматов 1926 йылдың 1 апрелендә Калинин өлкәһенең (хәҙер Псков өлкәһе) Пашково ауылында тыуа.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец оккупацияһында йәшәй. Һуғыш йылдарындағы һуңғы саҡырылышта Ҡыҙыл Армия сафына алына. Кольский ярымутрауында хеҙмәт итә.
1950 йылда Өфөгә килә һәм Нефть заводында эшләй. Операторҙан алып ҡоролма начальнигына тиклем хеҙмәт юлын үтә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бер үк ваҡытта Эшсе йәштәр мәктәбен һәм Нефть техникумын тамамлай. Завод профсоюзының әүҙем ағзаһы, уйлап табыусы була. Уның рационализаторлыҡ тәҡдимдәрен завод етәкселеге көндәлек ҡулланылышҡа индерә.
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығы» (2025)[2];
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы;
- юбилей миҙалдары.
Иҫкәрмәләр
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Шматову В. К. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
- ↑ Макар Волин. Слава и почет. ufaved.info - городская электронная газета (6 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
Һылтанмалар
- Шматов Василий Кузьмич. Официальный сайт совета ГО г.Уфа (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
- Тепло наших сердец. В канун 9 Мая нефтяники чествуют ветеранов и тружеников тыла. Сетевое издание "Медиакорсеть" (7 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
- Нефтяники поздравили ветеранов. Уфа-КП (8 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.