Сираева Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тикшерелгән мәҡәлә
Эш урыны
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы
Тыуған көнө 5 ғинуар 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (90 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Башҡортостандың халыҡ артисы Халыҡтар дуҫлығы ордены Салауат Юлаев ордены
Һөнәр төрө театральная актриса
Тыуған урыны

Сираева Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы (5 ғинуар 1934 йыл) — театр актёры. 1987 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Татарстан Республикаһының (2001) халыҡ артисы. Салауат Юлаев (2019) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2024) ордендары кавалеры. Нуриман районының һәм Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2021).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы Сираева 1934 йылдың 5 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Иҫке Исай ауылында тыуған.

1952 йылда Өфө дәүләт театр-художество училищеһын (Х. Бухарский курсы) тамамлай.

Училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, шунан 1960—1963 йылдарҙа — Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы, 1964 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, 1989 йылдан — Өфө йәш тамашасылар театрында, 1993 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театрында хеҙмәт һала.

Сәүиә Сираева — комик һәм үткер характерлы ролдәр актёры.

Режиссер булараҡ, 1999 йылда «Нур» театрында Сәйфи Ҡудаштың «Урман әкиәте» спектаклен сәхнәгә ҡуя.

«Ай ҡыҙы» телевизион фильмында (2001-02; «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы) Мәрйәм ролен башҡара.

1987 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

2019 йылда Сәүиә Сираева Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә[1].

2021 йылдың апрелендә сәхнә оҫтаһына «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелә[2].

2024 йылдың февралендә «Нур» театрында үткән юбилей кисәһендә Сәүиә Сираеваға Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының Почёт грамотаһы тапшырылды[3].

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыһан («Башмағым»), Сабира («Ҡыҙ урлау» — «Похищение девушки», Мостай Кәрим), Сәимә (Аманулла, «Йөнлө мөғжизә») , Гөлниса («Рәйсә», Нәжиб Асанбаев; дебют, 1960, Салауат башҡорт дәүләт драма театры), Гөлирә («Аманатҡа хыянат», Фәрит Боғҙанов), Тайфа («Өс аршын ер», Аяз Гиләжев), Разия («Яңғыҙ ҡатын», Туфан Миңнуллин), Сихырсы (Н. М. Ғиматдинованың шул уҡ исемле әҫәре буйынса), Сәйҙә («Үлтер мине, күгәрсенем!», Г. Несин).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2024)
  • Салауат Юлаев ордены (2019)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2000)
  • Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының Почёт грамотаһы (2024)
  • Нуриман районының почётлы гражданы.
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2021).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Г. Иҡсанова. Театр тураһында һәм уның тураһында ғына түгел: очерктар, интервью, рец. Өфө, 2006

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]