Өфө «Нур» татар дәүләт театры
Өфө «Нур» татар дәүләт театры (рус. Уфимский государственный татарский театр «Нур») — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә эшләүсе татар профессиональ театры. Адресы: СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 36-сы йорт.
Тарихы
1912 йылда «Сәйәр» Ҡазан татар театр труппаһының элекке актрисаһы Сәхибъямал Ғиззәтуллина-Волжская (1892—1974) Өфөлә «Нур» татар театр труппаһын ойоштора[2]. Татар сәхнәһенең генә түгел, бөтә төрки донъяһының беренсе актрисаһы 19 йәшлек Сәхибъямал был яңы театр труппаһының режиссеры ла, беренсе профессиональ артисы ла була. Театр репертуарына билдәле татар драматургтары (М. Фәйзи, Ғ. Камал, Ф. Әмирхан, С. Рәмиев, Ғ. Ҡоләхмәтов) әҫәрҙәре, шулай уҡ рус һәм сит ил классиктары пьесалары (А. Островский, Ж. Б. Мольер, И. Гете, Шиллер, О. Деннери) инә. Труппа Урал, Волга буйы, Урта Азия, Төньяҡ Кавказ, Ҡырым һәм Көнбайыш Себер буйлап гастролдәрҙә була. 1918 йылда, граждандар һуғышының ауыр шарттарында труппа тарҡала[2].
1989 йылда Өфөлә фекерҙәштәр төркөмө тарафынан «Нур» студия-театры ойошторола, ул ҡаланың беренсе татар театр труппаһы хөрмәтенә шундай исем ала. Яңы коллективты директор Мәжит Мөҙәрисов һәм режиссёр Әбелхәйер Сәфиуллин етәкләй. Студия артистары Ғәлиәскәр Камал, Мирхәйҙәр Фәйзи һәм Кәрим Тинчурин драматургияһына мөрәжәғәт итә. Студия-театрының ижадын ҡалала театр асыуҙы яҡлаған татар йәмәғәтселеге ихлас хуплай.
Коллективтың ике йыл уңышлы эшләүенән һуң Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1991 йылдың 29 авгусындағы «Өфө "Hyp" татар дәүләт театры»н асыу тураһындағы Ҡарарына ярашлы «Нур» студияһы дәүләт театры статусын ала.
Ҡаҙаныштары
- 2019 йылдың 9—13 ғинуарында театрҙың Ҡазандағы гастролдәре ҙур уңыш менән үтә. Бөтә донъя татар конгрессы коллективҡа самауыр бүләк итһә, актёрҙар Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираева, Башҡортос тандың халыҡ артисы Рәсимә Ғәйфуллина һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиевҡа «Татар халҡы алдында ҙур хеҙмәттәре өсөн» миҙалын тапшырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Лияна Хәйретдинова, Миңленур Сәйетова-Ғиззәтуллина һәм Айрат Фәтиховҡа Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды[3].
- 1998 йылда Ҡазанда Кәрим Тинчурин исемендәге театр фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» өсөн призы Резида Фәхруллинаға бирелә. 2001 йылда Өфөлә III Республика балалар спектаклдәре фестивалендә Салауат Нурисламовҡа «Иң яҡшы ирҙәр роле» призы бирелә.
- 1997 йылда Стәрлетамаҡта үткән «Театр яҙы-97» фестивалендә «Иң яҡшы актёр дуэты» призын Башҡортостандың халыҡ артистары Сәүиә Сираева менән Дәриға Фәйзуллина ала.
- 1996 йылда Ҡазанда Кәрим Тинчурин исемендәге театр фестивалендә «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призына Мөнирә Сәйетова лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Главным режиссёром Уфимского татарского театра «Нур» стал Азат Зиганшин. ИА «Башинформ», 1 сентября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2020)
- ↑ 1 2 Уфимский государственный татарский театр «Нур». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июль 2025.
- ↑ Актёров Уфимского татарского театра «Нур» в Казани наградили медалями и самоваром. ИА «Башинформ», 15 января 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2019)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. «Нур», Өфө дәүләт татар театры; (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2025)
- Министерство культуры Республики Башкортостан. Официальный сайт. Подведомственные организации: ГБУКиИ Уфимский государственный татарский театр «Нур»; (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2025)
- Уфимский государственный татарский театр «Нур». Официальный сайт. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2025)
- Аралбаева Л. В Уфе Татарский театр «Нур» отмечает 25-летний юбилей. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 9 декабрь.[1]
- ↑ В Уфе Татарский театр «Нур» отмечает 25-летний юбилей. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 9 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2016)