Туймазы татар дәүләт драма театры

Туймазы татар дәүләт драма театры (рус. Туймазинский татарский государственный драматический театр) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы ҡалаһында эшләүсе татар дәүләт профессиональ театры[1].

Тарихы

Театр Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1990 йылдың 6 апрелендәге 78-се Ҡарары менән ойошторола. Уға Суворов урамы, 6 адресы буйынса урынлашҡан «Агрокомплекс» бинаһында өс бүлмә бирелә.

Театрҙың беренсе баш режиссеры — И. С. Гәрәев (1990—1992). Труппаның тәүге составына Р. Я. Гәрәева, Р. Ш. Ключарева, Д. Ҡотдосов, Г. Х. Латипова, Т. Д. Нәҙершин, М. Е. Сидорова, Л. Н. Сөләймәнова, А. Х. Солтанов[2].

1991 йылдың 2 декабрендә театр үҙенең тәүге ижад миҙгелен асыла: «Родина» мәҙәниәт йорто сәхнәһендә йәш коллектив татар-башҡорт драматургияһы классигы Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҡ ҡалпаҡ» спектаклен күрһәтә[1][2].

1992 йылдың июнендә республиканың Мәҙәниәт министрлығы элек Туймазы геофизик ҡорамалдар һәм аппаратура заводыныҡы булған «Космос» клубы бинаһын театрға һатып ала. Коллектив үҙ көсө менән уны заман талаптарына яуап биргән театр учреждениеһына әйләндерә. 2007 йылда бинаға капиталь ремонт үткәрелә. Әлеге ваҡытта драма театры бинаһы — ҡалала иң матурҙарҙың береһе, уның тамаша залы 200 кешегә иҫәпләнгән[1].

Сәхнә эшмәкәрлеге

Башта труппала башлыса үҙешмәкәр артистар була. Һуңыраҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтында театр өсөн махсус рәүештә актерҙарҙың ике төркөмө әҙерләнә. 19931994 йылдарҙағы театр миҙгелендә труппаны тап ошо юғары уҡыу йортоноң махсус курсын тамамлаусылар тулыландыра: А. Ф. Вәлиева, Д. Ф. һәм Р. Р. Вәхитовтар, А. Х. Ғайсаров, Г. Д. Ғибатова, Ф. Ф. Ғәбиҙуллин, Д. Р. Мәжитов, Д. М. Нуриханов, И. А. Мөхәмәтйәнов, Г. Ф. Хәбибуллина, Г. Р. Йосопова һәм башҡалар[2].

Театрҙың ижади составында 18 артист, шуларҙың икеһе — Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, тағы икеһе бер үк ваҡытта Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының атҡаҙанған артисы, дүрте — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы[1].

Гастролдәр картаһы киң һәм төрлө. Туймазы театры — күп кенә ижади форум-фестивалдәрҙә ҡатнашыусы, уларҙың дипломанты һәм лауреаты[1].

Үҙенең эш башлағанынан алып театр 150-нән ашыу спектакль сәхнәләштерә. Улар араһында милли татар һәм башҡорт драматургияһы менән бер рәттән рус һәм халыҡ-ара классикаһы, хәҙерге заман авторҙарының әҫәрҙәре байтаҡ[1]. Мәҫәлән, төрлө йылдарҙа репертуарға татар драматургтарының түбәндәге пьесалары: Туфан Миңнуллиндың «Беҙ ауылдан», Аяз Ғиләжевтың «Ерҙең өс аршины», Р. Шәриповтың Сихырсы «Колдунья» (Н. М. Ғиматдинованың шул исемеңдәге повесы буйынса), Гәрәй Рәхимдең «Кәзә һәм һарыҡ» (Ғабдулла Туҡай әкиәте буйынса), Фәнис Яруллиндың «Ҡараҡтың бүрке яна»; башҡорт драматургтарының: Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә», Лек Вәлиевтың «Әй ҙә килен!», Наил Ғәйетбайҙың «Беренсе мөхәббәт онотолмай»; урыҫ драматургтарының: А. П. Чеховтың «Дядя Ваня», Р. Х. Солнцевтың «Наш одуванчик», И. П. Токмакованың «Морозко», Б. Рацер менән В. Константиновтың «Как Емеля Барби полюбил», Эмиль Золяның «Наследники Рабурдена», Ф. Шиллерҙең «Коварство и любовь» (спектакль — Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале лауреаты; Мәскәү, 2000)[2].

2000 йылдар башынан театрҙың ижади эшмәкәрлеге төрлө художество алымдарын һәм сағылдырыу сараларын эҙләү менән айырылып тора. Репертуарында хәҙерге башҡорт һәм татар авторҙарының комедиялары өҫтөнлөк итә: «Ой-лә-лә!» (Сөләймән Латыпов), «Мөгөҙлө Мәүлихан» (Д. Х. Сәлихов), «Америка картуфы» (Ф. Ғәлиев), шул иҫәптән лирик комедиялар: «Ҡоҙағый» (Наил Ғәйетбай), музыкаль комедиялар: «Күктән төшкән бәхет» (Нәжиб Асанбаев) һәм башҡалар.

У. Шекспирҙың «Гамлет» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль (Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале дипломанты; Мәскәү, 2004) үҙенсәлекле режиссёр интерпретацияһы менән айырылып тора; Мөҙәрис Мөсифуллиндың «Төн бөтә тормош кеүек» мистик драмаһы трагедиялы, фәлсәфәүи яңғырашы тәрәнлеге менән үҙенсәлекле була; киҫкен драматизм, образдарҙың шиғрилеге менән Назым Хикмәттең «Бөтәһе лә онотҡан» (спектакль — Н. Хикмәттең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналарҙа ҡатнашыусы, Анкара, 2002;)

А. Дударевтың «Рядовыйҙар» спектакле (режиссёры Әхтәм Абушахманов) айырым актёрлыҡ эштәре оҫталығы менән билдәләнә. 2007—2016 йылдарҙа баш режиссёр булған Байрас Ибраһимов «Ташлама утты, Прометей!» (Мостай Кәрим), «Бейеүсе» (З. Хәким), «Һөйөү сәғәте һуҡҡанда» (Флорид Бүләков), Рәйсә + Фәйзи (Нәжиб Асанбаев) һәм башҡалар.

Театр репертуарында шулай уҡ балалар өсөн әҫәрҙәр: «Метелыч һәм Бантик» (И. һәм Я. Златопольскихтар), «Тылсымлы таяҡ» (М. Рыжкова), «Ялтыр уттарҙың сере» (А. Князьков һәм К. Черкасская), шулай уҡ Муса Йәлил, Әсхәт Мирзаһитов, Һәҙи Таҡташ, Ғабдулла Туҡай һәм башҡа әҙиптәр ижады тураһында әҙәби-нәфис программалар бар.

Хәҙерге репертуар

  • «Аҡ ҡалпаҡ» (М. Фәйзи пьесаһы буйынса);
  • «Ерҙең өс аршины» (Аяз Ғиләжев);
  • «Торна ҡауырһындары» (Дз. Киносита);
  • «Аршин мал алан» (Г. Хажибәков);
  • «Театр-татар-баҙар» (Илдар Юзеев);
  • «Дядя Ваня» (А. П. Чехов);
  • «Беҙҙең бәпембә» (Р. Солнцев);
  • «Тормош ағасы» (Фәнис Яруллин);
  • «Портфель» (Нәҡи Иҫәнбәт);
  • «Мөхәббәт өсмөйөшө» (Ф. Ғәлиев);
  • «Мөхәббәт өсмөйөшө» (Ғ. Ҡәйүмов);
  • «Һиндостан ҡыҙы» (Ғ. Ҡәйүмов);
  • «Минең йондоҙом» (Шамил Рәхмәтуллин);
  • «Үлтереүсе» (Шамил Рәхмәтуллин).

Ҡаҙаныштары

  • Кәрим Тинчурин исемендәге V Республика театр фестивале премияһы: «Ай тотолған төндә» спектакле, иң яҡшы режиссёр эше өсөн номинацияһы (Ҡазан, 1999);
  • Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале лауреаты: Ф. Шиллерҙең «Коварство и любовь» пьсаһы буйынса спектакль (Мәскәү, 2000).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 Туймазинский государственный татарский драматический театр. Гуманитарный просветительский проект «Культура. РФ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2025.
  2. 1 2 3 4 А. А. Балгазина. Туймазинский драматический театр татарский государственный. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2025.

Һылтанмалар


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.