Ибраһимов Байрас Нәҙим улы
Байрас Нәҙим улы Ибраһимов (рус. Ибрагимов Байрас Надимович; 1953 йылдың 19 феврале, Иҫке Күрҙем, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй актёры, театр режиссёры. Башҡортостан Республикаһының (2003) һәм Татарстан Республикаһының (2008) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983); Дамир Сиразиев исемендәге премияға лауреаты.
Биографияһы
Ибраһимов Байрас Нәҙим улы 1953 йылдың 19 февралендә Башҡортостан АССР-ы Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында тыуған.
1979 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын Ф. Ҡ. Ҡасимова курсы буйынса тамамлай.
1979—1988 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театрында актёр булып эшләй.
1988—1989 йылдарҙа Мәскәүҙә А. В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтының Юғары режиссёр курстарында (А. Гончаров курсы) белем ала[1].
1989 йылдан төрлө башҡорт һәм татар театрҙарында баш режиссёр булып эшләй:
- 1989—1991 йылдарҙа — Сибай башҡорт дәүләт драма театры;
- 1991—1995 йылдарҙа — Өфө «Нур» татар дәүләт театры[2];
- 1995—1997 йылдарҙа — Сибай «Сулпан» балалар драма театры;
- 1997—2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Милли йәштәр театры (башҡорт труппаһы);
- 2004—2005 йылдарҙа — Әлмәт татар драма театры[3];
- 2007—2016 йылдарҙа — Туймазы татар дәүләт драма театры[4].
Төп ролдәре
- Дудар («Андро һәм Сандро», Г. Д. Хугаев; дебют, 1980),
- Рөстәм («Китмә, Рөстәм», К. М. Аҡбашев),
- Леонардо («Ҡанлы туй», Ф. Гарсия Лорка) һәм башҡалар[1].
Ҡуйылған спектаклдәре
- В. И. Беловтың «Яҡты һыу өҫтөндә» («Над светлой водой») пьесаһы буйынса «Аҡҡан һыуҙар кире ҡайтмай» (дебют, 1987);
- Ф. Әмирхандың «Тигеҙһеҙҙәр» (1990);
- А. Н. Арбузовтың «Минең меҫкен Маратым» (1995);
- М. Ғ. Мөсифуллиндың «Тиҫкәре ир, насар ҡатындар» (1996);
- М. А. Булгаковтың «Яртаҡыл Журден» (1998);
- Н. Ә. Ғәйебаевтың «Студенттар 3D» (2005);
- М. Кәримдең «Утты ташлама, Прометей» (2006);
- Т. Ғ. Миңнуллиндың «Йәшлек менән осрашыу» (2007);
- Ф. М. Бүләковтың «Ҡәһәрле мөхәббәт» (2009);
- Н. Асанбаетың «Рәйсә+Фәйзи» (2009);
- А. Молчановтың «Үлтереүсе» (2012) һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003);
- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008);
- Дамир Сиразиев исемендәге театр премияһы лауреаты (2012)[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ибрагимов Байрас Надимович. Башкирская энциклопедия: в 7 тт.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2026.
- ↑ Ибрагимов Б.Н. Уфа "Нур" татар дәүләт театры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 апрель 2026.
- ↑ Ибрагимов Байрас Надимович. Альметьевский драматический театр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2026.
- ↑ Основатель уфимского театра «Нур» отмечает 70-летие (рус.). 7 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ В ТГАТ им.Г.Камала вручили Театральные премии имени Дамира Сиразиева. Министерство культуры Республики Татарстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 апрель 2026.
Әҙәбиәт
- Ғәниева Т. Байрастың байрамдары //Ағиҙел. 2003. №3.