Иҫке Күрҙем

Иҫке Күрҙем (рус. Старый Курдым) — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1095 кеше[2]. Почта индексы — 452842, ОКАТО коды — 80250845000.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1095 528 567 48,2 51,8

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (97 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 25 км

Ауыл тарихы

Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә ауылға нигеҙ һала, 1859 йылда алып Күрҙем исеме менән иҫәпкә алынған. 1865 йылда Күрҙемшишмә булараҡ иҫәпкә алынған, 25 йортта 164 кеше йәшәгән.[4] 1920 йылда 124 ихата-хужалыҡта 641 башҡорт йәшәгән.[5]

Башҡорт энциклопедияһы, 2002 йылға торошло ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, ҡарттар йорто, мәҙәниәт йорто, китапхана, музей бар тип билдәләй.[4]

Билдәле шәхестәре

Урамдар

  1. Ә. Атнабаев урамы (А.Атнабаева улица)
  2. Көнсығыш урам (Восточная улица)
  3. Йылға буйы урамы (Заречная улица)
  4. Лагерь урамы (Лагерная улица)
  5. Механизаторҙар урамы (Механизаторов улица)
  6. Тыныслыҡ урамы (Мира улица)
  7. Йәштәр урамы (Молодежная улица)
  8. Нефтселәр урамы (Нефтяников улица)
  9. Партизандар урамы (Партизанская улица)
  10. Ҡояшлы урамы (Солнечная улица)
  11. Миҙәм урамы (Целинная улица)
  12. Үҙәк урам (Центральная улица)
  13. Мәктәп урамы (Школьная улица)[7]

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  4. 1 2 Иҫке Күрҙем // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.317
  6. Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йылдың 5 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2017)
  7. Старый Курдым (село) Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 29 по Республике Башкортостан

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә