Әүхәтов Ҡаһим Әүхәт улы

Ҡаһим Әүхәт улы Әүхәтов (рус. Кахим Аухатович Аухатов1932 йылдың 2 ғинуары, Иҫке Күрҙем, Башҡорт АССР-ы2014 йылдың, Иҫке Күрҙем, Башҡортостан Республикаhы) — совет шағиры. Әнғәм Атнабаев исемендәге премия лауреаты (2003).

Биографияһы

1932 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Иҫке Күрҙем ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы) тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Ҡаһим [1] 2015 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған. Күрҙем ауылында ете йыллыҡ мәктәптә уҡый. Уҡытыусылары бәләкәй сағында уҡ уның әҙәбиәткә, белемгә ынтылышын күрәләр. Өсөнсө класта ярты йыл уҡығас уға (атаһы фронтта вафат була) уҡыуҙы ташларға тура килә.

1952—1955 йылдарҙа ГДР-ҙа Бранденбург ҡалаһында хеҙмәт итә. Армияла хеҙмәт иткән осорҙа шағирҙың әсәһе вафат була, ә һеңлеһе Ҡаҙаҡ ССР-ына (хәҙерге Ҡаҙағстан Республикаһы) йәшәргә китә. 1958 йылдың мартында Ҡаһим Әүхәт улы комсомол путевкаһы буйынса Ҡаҙаҡ ССР-ының Караганда ҡалаһына, Караганда өсөн металлургия комбинаты төҙөлөшөнә ебәрелә. Шунда ул үҙенең буласаҡ ҡатыны, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы, Аҙау ауылы ҡыҙы Зәкирә Ғәбиҙулла ҡыҙы Әбдрәхимованы (1928—1998) осрата. 1959 йылдың көҙөндә йәштәр өйләнешә һәм шағирҙың тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Шағир ауылында клуб мөдире булып эшләй. 1962 йылда йәш ғаилә яңынан Ҡаҙағстанға китә, унда дәүләттән фатир ала. Ләкин тыуған яғы тарта һәм ғаилә тыуған ауылына тағы кире ҡайта.

Ҡаҙаҡ ССР-ынан ҡайтҡандан һуң, Ҡаһим Әүхәт улы Иҫке Күрҙем ауыл Советы секретары булып эшләй. 1966 йылда шағир беренсе тапҡыр шиғырҙарын «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенә ебәрә. 1970 йылда шағир ялан бригадиры вазифаһына тәғәйенләнә. 1973 йылдың яҙында Ҡаһим Әүхәт улы Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев (ауылдашы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры) менән осраша. Әнғәм Ҡасим улы уға үҙенең шиғырҙар китабы өҫтөндә эш башларға кәңәш итә.

Уның шиғырҙары республика гәзит һәм журналдарында («Ағиҙел», «Йәш көстәр», «Ҡыҙыл таң») баҫылып сыға. 1980 йылда уның «Баҫыу йыры» исемле тәүге шиғырҙар китабы баҫылып сыға. Рецензенты билдәле әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәнов, ә редакторы башҡорт шағиры, әҙәбиәтсе Рауил Сәхиулла улы Шаммасов була.

1983 йылда «Ауылым үрҙәре» исемле икенсе китабы донъя күрә, ә 1984 йылда шағир «Ҡыҙыл таң» гәзите премияһы лауреаты була.

2003 йылдың февралендә Әүхәтов Ҡаһим Әүхәт улына Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районының мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Әнғәм Атнабаев исемендәге премия бирелә[1]. Шағир Яңауыл әҙәби берекмәһе «Замандаш»[2] һәмТәтешле районының «Аҡ шишмә» шағирҙар берләшмәһендә ағза була.

Ҡаһим Әүхәт улы 2014 йылдың 14 октябрендә вафат була. Ул үҙенең тыуған ауылы — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Иҫке Күрҙемдә ерләнгән.

Китаптары

Башҡорт телендә:

  • Баҫыу йыры, Өфө, 1980;
  • Ауылым үрҙәре, Өфө, 1984;
  • Тормош майҙанында, Өфө, 1993;
  • Шиғырҙар, Өфө, 1993;

Татар телендә:

  • Кырларым — тугайларым. Хикәяләр, шигырьләр, Ү.Тәтешле, 2005;
  • Җирем Җыры, Өфө, 2008;
  • Табынымда җирем жылысы, Ү.Тәтешле;

Ғаиләһе

  • Атаһы — Әүхәт Ғәбсалиҡов (1903—1942), крәҫтиән. 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм шул уҡ йылда һәләк була.
  • Әсәһе — Нуриәсмә Ситдыҡ ҡыҙы (1903—1955), крәҫтиән. Ире фронтҡа киткәндән һуң, бер үҙе биш бала тәрбиәләй.
  • Һеңлеһе Рәйсә (1940 йылғы), ҡалған туғандары аслыҡтан вафат була.

Әҙәбиәт