Бранденбург

Бра́нденбург (нем. Brandenburg, т.-луж. Bramborska, үр.-луж. Braniborska) — Германия федераль штаты. Баш ҡалаһы — Потсдам.

undefined

География

Ауыл хужалығы

Бранденбург ере ҡарағай урманы, күлдәр, һаҙлыҡлы урындарға бай. Ярлы, ҡомло тупраҡлы Бранденбург ерендә картуф һәм арыш уҫтерелә. Уңдырышлы тупраҡлы Уккермарк һәм Одербрухс ерендә бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө һәм тәмәке үҫтерелә. Берлин тирәләй һәм Шпреевальд урманында еләк-емеш үҫтереү һәм малсылыҡ үҫеш алған.

Иҡтисад

  • Йән башына бурыс 6.360 € (2002)
  • Дөйөм бурыс 16,5 миллиард €(2002)

Түбәнге Лужицала һоро күмер руднигы (Зенфтенберг янында) һәм текстиль фабрикаһы (Губен, Форст, Котбус) урынлашҡан. Аграр сектор иҡтисадтың төп өлөшөн алып тора. Урман күп булғанлыҡтан урман хужалығы иҡтисадта ҙур өлөш алып тора. Машиналар төҙөү, электороника, оптика, аҙыҡ һәм химия сәнәғәте үҫешкән.

  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. Absatz 1 (3) // Конституция земли Бранденбург — 1992.

Категориялар