Саксония

Саксо́ния (нем. Sachsen, үр.-луж. Sakska), рәсми: Саксония ирекле дәүләте (нем. Freistaat Sachsen, үр.-луж. Swobodny stat Sakska) — Германия федераль штаты. Административ үҙәге — Дрезден.

Башҡортостан менән бәйләнештәре

Быйыл беҙ Саксония менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең 25 йыллығын билдәләйбеҙ. 1992 йылда беҙҙең хөкүмәттәр Берлектәге белдереүгә ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем Саксония һәм Башҡортостан тауарҙарының алмаш күргәҙмә-презентациялары уҙғарыла торғайны. Предприятиеларыбыҙ Лейпциг йәрминкәһендә әүҙем ҡатнашты, республикабыҙҙа иһә Саксония фирмалары эшләне. Башҡортостанда әһәмиәтле инвестиция проекттары тормошҡа ашырылды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа осрашыуҙар ныҡ һирәгәйҙе. Беҙ һеҙҙең килеүегеҙҙе элекке әүҙем бәйләнештәрҙе һәм хеҙмәттәшлекте тергеҙеүгә ынтылыш булараҡ баһалайбыҙ. Германия менән бәйләнештәрҙе киңәйтеү беҙҙең өсөн мөһим. Берлектәге эш өсөн мөмкинлектәр бик ҙур.[3]
Хәмитов Рөстәм Зәки улы, Өфө, 08 июнь, 2017

Фән

УниверситеттарЛейпцигта, Фрайбергта, Дрезденда һәм Хемницта бар.

Бастай күпере, Саксония ирекле дәүләте

Иҫкәрмәләр

  1. Aktuelle Einwohnerzahlen nach Gemeinden 2013 2013 йылдың 31 декабренә ҡарата халыҡ һаны (2011 йылдың 9 майҙа уҙғарылған йәниҫәп күрһәткестәренә таянып)
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. Рөстәм Хәмитов Саксония Ландтагы делегацияһы менән осрашты

Һылтанмалар

Категориялар