Түбәнге Саксония

Түбәнге Саксония (нем. NiedersachsenГермания федераль штаты. Административ үҙәге — Һанновер ҡалаһы. Был штат Төньяҡ диңгеҙ менән йыуыла.

undefined
undefined

Тарихы

Штат 1946 йылда Пруссияның Һанновер провинцияһына, Ольденбург, Брауншвейг, Шаумбург-Липпе кеүек, немец ерҙәре ҡушылғас барлыҡҡа килә.

География

Түбәнге Саксония ҙурлығы буйынса Бавариянан ҡалышып Германияла икенсе урында тора. Төньяғы Төньяҡ диңгеҙе менән сиктәш, көньяҡ-көнсығышы Гарц тауҙары менән сикләнгән. Түбәнге Саксонияның ҙур өлөшө тигеҙлектә урынлашҡан. Түбәнге Саксонияның Люнебург далаһы (рус. Люнебургская пустошь нем. Lüneburger Heide) тигән билдәле өлөшө Һарц тауҙары һәм Төньяҡ диңгеҙе араһында урынлашҡан.

Ауыл хужалығы

Балсыҡлы-ҡомло ер булғанлыҡтан ауыл хужалығы яҡшы үҫешкән. Бөртөклө культураларҙан башҡа рапс (әүернә сәскәһе), шәкәр сөгөлдөрө, салат, кәбеҫтә, кишер, спаржа (себен ҡыуағы үләне) һәм йәшел кәбеҫтәҫтә үҫтерелә. Түбәнге Саксонияның төньяғында, игенселек һәммалсылыҡтан башҡа емеш үҫтереү ҙур роль уйнай.

Иҡтисат

  • Йән башына бурысы 6 018 € (2002)
  • Дөйөм бурысы: 48 миллиард € (2002)

Түбәнге Саксонияның иҡдисады ауыл хужалығына бәйле, шулайҙа автомобильдәр төҙөү үҫешкән, мәҫәлән Фольксваген (VW) Вольфсбург ҡалаһында.

Категориялар