Лангенхаген

Лангенхаген (нем. Langenhagen) — Германияла, Түбәнге Саксония ерендәге ҡала.

Ганновер районы составына инә. Халҡы 52 583 кеше тәшкил итә (2010 йылдың 31 декабренә)[9] 71,99 км² майҙанды биләй. Рәсми коды — 2 03 41 010.

Ҡала 6 ҡала районына бүленгән.

Тарихы

undefined

Лангенхагендың тәүге тапҡыр документаль телгә алыныуы Нинхаген (нем. Nienhagen) атамаһы аҫтында 1312 йылдың 15 февралендә билдәләнә.

1862 йылда ҡалала аҡылға зәғиф кешеләр өсөн психиатрия дауаханаһына нигеҙ һалына, унда 1866 йылдан 1868 йылға тиклем Нобель премияһы лауреаты Роберт Кох эшләй. Бөгөн уның тураһында Лангенхагенда мәктәп һәм урам атамалары хәтерләтә.

Клиниканың иң билдәле клиенты булып сериялы үлтереүсе Фриц Харман тора.

XX быуат башында Лангенхаген иҡтисади әһәмиәт яғынан мөһим транспорт үҙәгенә әүерелә. Тимер юлы вокзалы һәм Урта герман каналына пристань төҙөлә.

Икенсе бөтә донъя һуғышы аҙағында Лангенхаген утҡа тотолоу арҡаһында тулыһынса тиерлек емерелгән.

Ҡалала Зильбер Зее (нем.Silbersee, һүҙмә - һүҙ- көмөш күл), федераль A2 автобаны төҙөлөшөндә барлыҡҡа килә (нем. Bundesautobahn 2, ҡыҫҡаса ВАВ № 2). Күлдең атамаһын, версияларҙың береһе буйынса, Люфтваффе летчиктары бирә, улар Берлин эргәһендә осош яһағанда уның буйынса йүнәлеш тотҡандар.

Халҡы

Йыл Халыҡ
1990 46 840
1995 48 500
2000 49 334
2005 50 516
2010 52 583
2011 53 003

Туғандаш ҡалалар

Башҡалар

Лангенхагенда Ганновер-Лангенхаген (HAJ) халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан..

Фотоһүәрттәр

Һылтанмалар

Категориялар