Аҙау (Архангел районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҙау
Административ-территориаль берәмек Оҙондар ауыл Советы (Архангел районы)
Дәүләт
Уникальный номер ГАР c04e3962-d4ca-4062-8564-2b73da69ce14
Почта индексы 453030
Халыҡ һаны
Код КЛАДР 0200300004800

Аҙау (рус. Азово) — Башҡортостан Республикаһының Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 526 кеше булған[2]. Почта индексы — 453030, ОКАТО коды — 80203850002.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
488526461

1906 йылда — 406, 1920—563, 1939—721, 1959—739, 1989—572, 2002—488, 2010—461 кеше йәшәгән.

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса милләттең күпселек өлөшөн башҡорттар тәшкил итә (97 процент)[3]

Дөйөм халыҡ һаны[2]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
488 526 +38 +7,79

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 36 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Равтау): 2 км

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дауахана урамы (рус. Больничный (улица))
  • Тимер юл урамы (рус. Железнодорожная (улица))
  • Инйәр урамы (рус. Инзерская (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Партизан урамы (рус. Партизанская (улица))
  • Сик урамы (рус. Пограничная (улица))
  • Совет урамы (рус. Советская (улица))[5]


Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҙау Әйтмәмбәттән аҙ ғына ҙурыраҡ була. V рәүиз ваҡытында унда 15 йортта 94 кеше, X рәүиздә 200 кеше һәм 36 йорт булған. 1896 йылда 64 йортта 353 кеше йәшәгән.

Эшләп килгән мәсет эргәһендә мәктәп — башланғыс конфессия мәктәбе асыла.

Ауылдың исеме антропоним Аҙауҙан алынған. 1816 йылғы ревизия тәүге төпләнеүсенең 60 йәшлек улы Йосоп Аҙауовты күрһәтә. Уның балалары Хисаметдин (1803 йыл), Хөсәйен (1791 йыл) һәм Искәндәр (1788 йыл).

152 кеше 95 ат, 40 һыйыр, 55 һарыҡ, 35 кәзә тотҡан. Иген сәселмәгән тиерлек: 1843 йылда бөтә ауылға 56 бот ужым һәм 128 бот яҙғы иген сәселә. 30 умартаһы һәм 8 солоғо булған[6].

Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеофильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы (1936), хор дирижёры. 1961—1991 йылдарҙа Башҡортостан Музыка йәмғиәте балалар хорының художество етәксеһе, 1985—1991 йылдарҙа йәмғиәт идараһының рәйес урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1975)[7].
  • Шакир Ғәлин — шағир.
  • Зифа Хөснулла ҡыҙы Фәйзуллина (Винокурова) — Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы, Башҡортостандың халыҡ артисы[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]