Ҡыҙылъяр (Архангел районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙылъяр
Административ-территориаль берәмек Абҙан ауыл Советы (Архангел районы)
Дәүләт
Уникальный номер ГАР 280bb37e-ca7c-4c48-8f99-23d5300d73eb
Почта индексы 453034
Код КЛАДР 0200300000600

Ҡыҙылъяр (рус. Кызылярово) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 148 кеше[1]. Почта индексы — 453034, ОКАТО коды — 80203804003.

1906 йылда — 124 кеше; 1920—198; 1939—319; 1959—153; 1989—135; 2002—127; 2010 йылда — 127 кеше йәшәгән[2].

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 93 % тәшкил итә.

Дөйөм халыҡ һаны[1]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
127 148 +21 +16,54
  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 19 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 28 км

Инйәр йылғаһы Эҫемгә ҡойған ерҙә урынлашҡан Күрпәс-Табын улусының Көмәрле һәм Ҡыҙылъяр ауылдары Күлсәйет тип аталған. Күлсәйет, күрәһең, был ауылдарҙың иртәрәк атамаһы. Әгәр Көмәрле ауылы, Күлсәйет ауылы кеүек үк, XIX быуаттың 60-сы йылдарында барлыҡҡа килһә, Ҡыҙылъяр (Күлсәйет) быуат аҙағында хасил була.

1896 йылда Ҡыҙылъяр ауылы 107 кешеһе булған 21 йорттан торған[3][4].

  • Салауат исемендәге урам (рус. Им Салавата (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица))[5]