Айытмәмбәт
Ауыл | |||
Айытмәмбәт | |||
---|---|---|---|
Айытмәмбәт | |||
54°29′05″ с. ш. 57°03′17″ в. д.HGЯO | |||
Ил | Рәсәй Федерацияһы | ||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Архангел районы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | |||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 453030 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 203 850 003 | ||
ОКТМО коды | 80 603 450 111 | ||
|
Айытмәмбәт (рус. Айтмембетово) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл, Оҙондар ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 310 кеше[2] . Почта индексы — 453030[3], ОКАТО коды — 80203850003[4].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[5] | 2009[5] | 2010[6] |
411 | ↗419 | ↘310 |
1906 йылда — 311 кеше, 1920—315, 1939—165, 1959—358, 1989—273, 2002—411, 2010—310 кеше йәшәгән[7].
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 93 %) тәшкил итә[5]
Дөйөм халыҡ һаны[8],[2] (кеше) | |||||||
Халыҡ һаны | 2002—2010 халыҡ үҙгәреше | ||||||
Иҫәп алыу йылы | 1989 | 2002 | 2010 | кеше | % | ||
Бөтәһе | 273 | 411 | 310 | -101 | -24,57 | ||
Ир-егеттәр | 138 | 194 | 163 | -31 | -15,97 | ||
Ҡатын-ҡыҙҙар | 135 | 217 | 147 | -70 | -32,25 |
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алыҫлыҡ[9]
- Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 31 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Оҙондар): ?? км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Равтау): 7 км
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Айытмәмбәт ауылы Инйәр йылғаһы янында урынлашҡан. Ауылға нигеҙ һалыусы билдәле түгел. Улдары тураһында ла мәғлүмәт табып булмай.
Айытмәмбәт ауылында 1795 йылда 65 кеше һәм 9 ихата була. 1859 йылдың X ревизияһына 28 ихатала 176 кеше йәшәгән. 1897 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 271 кеше һәм 59 ихата теркәлгән, 1920 йылғы беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу буйынса 315 кеше һәм 63 ихата теркәлә.
Кешеләр араһында мәжүси ышаныуҙарға бәйле һәм балаларҙы насар ҡараштан һаҡлаусы һирәк исемдәр (Алама — насар, Үлмәҫбикә — үлмәй торған) осраған.
XIX быуаттың 30-сы йылдар аҙағы — 40-сы йылдар башында ауыл халҡы ярым күсмә малсы булған, ләкин килемле хужалыҡ алып барыу өсөн мал етерлек кимәлдә булмай: 92 кешегә (16 йорт) 50 ат, 30 һыйыр, 60 һарыҡ, 44 кәзә тура килә. Игенселек тә үҫешмәгән — ни бары 24 бот ужым һәм 96 бот яҙғы иген 1843 йылда сәселгән.
Ошо сәбәптәр арҡаһында халыҡ умартасылыҡ (40 умарта һәм 15 солоҡ), ылаусылыҡ (Архангел заводына баҡыр рудаһы ташығандар), күрше урман сәнәғәтселәренә һалабаш ебетеү һәм уны пристангә ботон 1,5 һәм 2 тингә ташыу менән шөғөлләнгән[10].
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ассы урамы (рус. Ассы (улица))
- Бейе урамы (рус. Бие (улица))
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[11]
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Япаров Ғарифулла Хәбибулла улы (1.07.1957), ғалим-агроном, политолог, юрист, юғары мәктәп уҡыутыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры (2013), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһы академигы (2013). Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы (2012), Рәсәй юристары Ассоцициаһы (2012), Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзы (2019) ағзаһы, «Архангель яҡташтары» йәмғиәт ойошмаһының идара рәйесе.
Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ 2,0 2,1 Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Архангельский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень — Уфа: Башкортостанстат, 2012 — 98 с., табл.
- ↑ Архангел районы почта индекстары 2013 йылдың 21 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ ОК 19-95. Административ-төбәк бүленеше объекттарының Бөтәрәсәй классификаторы. (үҙгәрештәр менән)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
- ↑ Населенные пункты Республики Башкортостан (по данным Всероссийской переписи населения 2002 года). Статистический сборник./Башкортостанстат. — Уфа,2006. — 145 с.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 116. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Айытмәмбәт ауылы
- ↑ [1](недоступная ссылка)