Троицкий (Архангел районы)

Троицкий (рус. Троицкое) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 71 кеше[2]. Почта индексы — 453037, ОКАТО коды — 80203828003.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
907163
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, күпселек милләттәр — урыҫтар (52 %), сыуаштар (39 %).[5]

Дөйөм халыҡ һаны[2]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
90 71 -19 -21,11

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 38 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Шакир): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 42 км

Тарихы

1894 йылда Вятка крәҫтиәндәре алпауыт Софроновтан 1850 дисәтинә ер һатып ала һәм ҡасабаға нигеҙ һалған. Һуңынан уны Троица тип атайҙар. XIX быуат башынан ауыл Троицк-Софроновский тип атала. Ауылға нигеҙ һалынған мәлдә 294 кешелә 44 йорт булған. Уларҙың 67 аты, 57 һыйыры, 67 һарыҡ һәм кәзәһе булған. 3 ғаилә атһыҙ була, 1 атлылар — 20 ғаилә. 32 крәҫтиән грамоталы булған. 1920 йылда 76 ихатала 451 кеше йәшәгән. Хәҙер бында белорустар һәм урыҫтар йәшәй[6].

Урамдары

  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))[7]

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә