Ҡыҙыл Еҙем
Ауыл | |||
Ҡыҙыл Еҙем | |||
---|---|---|---|
54°19′14″ с. ш. 56°36′50″ в. д.HGЯO | |||
Ил |
![]() |
||
Федерация субъекты | Башҡортостан | ||
Муниципаль район | Архангел районы | ||
Тарихы һәм географияһы | |||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6:00 | ||
Халҡы | |||
Халҡы | |||
Һанлы идентификаторҙар | |||
Почта индексы | 453033 | ||
Автомобиль коды | 02, 102 | ||
ОКАТО коды | 80 203 825 001 | ||
ОКТМО коды | 80 603 425 101 | ||
ГКГН номеры | 0525697 | ||
|
Ҡыҙыл Еҙем (рус. Красный Зилим) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 586 кеше[2]. Почта индексы — 453033, ОКАТО коды — 80203825001.
Халыҡ һаны
1906 йылда — 1328.; 1920 — 1862; 1939 — 1390; 1959 — 1061; 1989 — 580; 2002 — 556; 2010 — 534 кеше йәшәгән[3].
2002[4] | 2009[4] | 2010[5] |
---|---|---|
556 | ↗586 | ↘534 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһында өҫтөнлөк иткән милләт — урыҫтар (92 %)[6]
Дөйөм халыҡ һаны[2] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
556 | 586 | +30 | +5,40 |
Географик урыны
- Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 15 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 21 км
Урамдары
- Баҙар урамы (рус. Базарная (улица))
- Блюхер урамы (рус. Блюхера (улица))
- Дауахана урамы (рус. Больничный (улица))
- Йәшел урам (рус. Зеленая (улица))
- Крәҫтиән урамы (рус. Крестьянская (улица))
- Яңы урам (рус. Новая (улица))
- Яңы тыҡрыҡ (рус. Новый (переулок))
- 1 Май урамы (рус. Первомайская (улица))
- Төньяҡ урам (рус. Северная (улица))
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
- Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный (переулок)[7]
Тарихы
Еҙем йылғаһы буйындағы Еҙем ауылының барлыҡҡа килеүе Архангел заводына бәйле.
1795 йылда Еҙем ауылында 385 ир-ат һәм 437 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. XIX быуат уртаһында ауыл Урыҫ Еҙеме тип атала башлай. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, унда 458 ир-ат булған. Уларҙың һәр береһе өсөн 2,25 сутый ер тура килгән. 1896 йылда 645 ир-ат һәм 691 ҡатын-ҡыҙ йәшәй: улар араһында 80 — 90 йәштә — 8 кеше, 90-99 йәш — 3, 100—109 йәш — 1 кеше.
Сиркәү эргәһендә мәхәллә мәктәбе була. Еҙем ауылында кибеттәр, он тартыу тирмәне һәм мөгәзәй булған[8][9].
Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1929 йылдың 10 июлендәге ҡарары менән Еҙем ауылы Ҡыҙыл Еҙем тип үҙгәртелде.[10].
Матбуғатта
Видеофильмдар
- Башҡортостандың йырсы өләсәйҙәре. Архангел районы Еҙем ауылының «Рус биҙәктәре» фольклор ансамбле. 9 февраль 2021 йылYouTube сайтында Видео
- «Рус биҙәктәре» фольклор ансамбле[11]
Билдәле шәхестәре
- Усков Валерий Иванович (24.10.1958—10.2013), журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2001—2013 йылдарҙа Мишкә районының «Дружба» гәзите мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Мишкә районының почётлы гражданы (2014, үлгәндән һуң)[12].
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ 1 2 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
- ↑ 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel . www.asmo-rb.ru. Дата обращения: 30 апрель 2020. Архивировано 4 март 2016 года. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 119. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
- ↑ О переименовании Калмыковской волости, Бирского кантрна, и селения Зилим, Архангельской волости, Уфимского кантона, Башкирской АССР: волости — в Нуримановскую и селения — в Красный Зилим. // Собрание узаконений и распоряжений Рабоче-Крестьянского Правительства РСФСР. I отдел.. — 1929. — 30 июнь (№ 42).
- ↑ Русские Узоры. Полоса моя, полосонька
- ↑ Муниципальный район Мишкинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане. Усков Валерий Иванович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
Сығанаҡтар