Ҡыҫынды
Ҡыҫынды | |
Административ-территориаль берәмек | Ҡыҙыл Еҙем ауыл Советы (Архангель районы), Стәрлетамаҡ өйәҙе и Архангел районы |
---|---|
Дәүләт | |
Уникальный номер ГАР | 23db5c19-6a62-48ca-9b91-795c3e083c9a |
Почта индексы | 453033 |
Халыҡ һаны | |
Код КЛАДР | 0200300005900 |
Ҡыҫынды (рус. Кысынды) — Башҡортостан Республикаһының Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 394 кеше[2]. Почта индексы — 453033, ОКАТО коды — 80203825006.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар93 % тәшкил итә[3]. 1906 йылда — 300; 1920—456; 1939—586; 1959—424; 1989—342; 2002—365; 2010—304 кеше йәшәгән[4].
Дөйөм халыҡ һаны[2] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
365 | 394 | +29 | +7,95 |
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 12 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ҡыҙыл Еҙем): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 16 км
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
- Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[5]
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Еҙем йылғаһының уң ҡушылдығы Ҡыҫынды йылғаһы буйындағы утар XVIII быуаттың 70-се йылдарында шул уҡ исемле ауылға әүерелә (Ҡыҫынты — башҡортса һүҙе — русса теснина). Ауылға Йәрембәт, Муллаҡай ауылы кешеләре нигеҙ һалған.
1795 йылда Ҡыҫынды ауылы 70 кеше йәшәгән 14 ихатанан тора. 1816 йылда бында 103 кеше һәм 15 ихата булған, X рәүиз буйынса 35 ихатала 170 кеше йәшәй. ХХ быуат аҙағында 52 йортта 268 кеше була.
Мәсет янында башланғыс дини мәктәп эшләгән.
Халҡы — малсылар. 144 кешегә 160 ат, 125 һыйыр, 90 һарыҡ, 80 кәзә тура килгән. 1843 йылда 96 бот ужым һәм 136 бот яҙғы иген сәселгән. Умартасылыҡ күршеләргә ҡарағанда яҡшыраҡ торошта булған: 60 умарта һәм 40 солоҡ[6].
Мәсет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡыҫынды ауылы мәсете тарихы[7]
Матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Видеофильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Архангел районы, Кыҫынды мәктәбе. 19 октябрь 2019 йылYouTube сайтында Видео
- Ҡыҫынды ауылының юбилейы. (август 2009)[9]
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мухачёв Аркадий Васильевич (14.08.1910—21.12.1958), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ 2,0 2,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
- ↑ Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 118. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ҡыҫынды ауылы мәсете тарихы
- ↑ [1]
- ↑ Ҡыҫынды ауылының юбилейы. (август 2009).
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡыҫынды // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 август 2019)
- Кысынды на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2019)
- Деревня Кысынды, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2019)