Мухачёв Аркадий Васильевич

Аркадий Васильевич Мухачёв (1910 йылдың 14 авгусы, Ҡыҫынды, Өфө губернаһы1958 йылдың 21 декабре, Ҡыҫынды, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкының батальон старшинаһы, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.

Биографияһы

Мухачёв Аркадий Васильевич 1910 йылдың 14 авгусында Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Ҡыҫынды ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2]. Урыҫ.

1944 йылдан КПСС ағзаһы. Һуғышҡа тиклем ете класты тамамлай һәм колхозда эшләй. Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһында — 1941 йылдан. Фронтта — 1942 йылдың июленән.

172-се гвардия уҡсылар полкы взводы командиры ярҙамсыһы (57-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 8--се гвардия армияһы) гвардия старшинаһы Мухачёв А. В. 1944 йылдың 10—13 майында, Овидиополь (Украина) ҡалаһынан төньяҡтараҡ дошманға ҡаршы һөжүм ваҡытында һәм немецтарҙың күп һанлы контрһөжүмен кире ҡаҡҡанда, автоматтан атып 26 гитлеровсыны ҡырып һала. 1944 йылдың 22 майында III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[3].

Тәьминәт взводы командиры гвардия старшинаһы Мухачёв А. В. 1944 йылдың 1 авгусында Магнушев ҡалаһы янында, дошман уты аҫтында штурмлау (рус.)баш. төркөмөн, ҡорал һәм аҙыҡ-түлекте Висла йылғаһының һул яҡ ярына сығырыуға өлгәшә. 1944 йылдың 26 сентябрендә II дәрәжә Дан орденына лайыҡ була[3].

Уҡсылар батальоны старшинаһы гвардия старшинаһы Мухачёв А. В. 1945 йылдың 3 февралендә Гёритц (Германия) тораҡ пункты янында ҡаты яраланған уҡсылар взводы командирын алмаштыра һәм шәхси өлгөһө менән яугирҙәрҙе һөжүмгә күтәрә. Яра алыуына ҡарамаҫтан, яу яланын ташлап китмәй, пулемёттан 10-дан ашыу дошман һалдатын юҡ итә. 1945 йылдың 24 мартында I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[3].

1946 йылда Аркадий Васильевич Мухачёв демобилизациялана (рус.)баш. һәм тыуған ауылына ҡайта. Ҡыҫынды ауыл советы рәйесе булып эшләй. 1958 йылдың 21 декабрендә вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • I дәрәжә Дан ордены (№ 1745)[4][5][6].
  • II дәрәжә Дан ордены (№ 5443)[7][6].
  • III дәрәжә Дан ордены (№ 44791)[8][6].
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[9] [6]
  • «1947-45 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[10][6]
  • СССР миҙалдары[6].

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Дан орденының тулы кавалеры Аркадий Васильевич Мухачёвтың исеме Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль (рус.)баш. районы Архангел ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[11][12].

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Архангел районы
  2. 1 2 А. Р. Вәлиуллин. Мухачёв Аркадий Васильевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026.
  3. 1 2 3 Олег Кожухарь. Мухачёв Аркадий Васильевич. Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026. (рус.)
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 24 марта 1945 г. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2026) (рус.)
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 24 марта 1945 г. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2026)
  6. 1 2 3 4 5 6 Мухачёв Аркадий Васильевич. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026. (рус.)
  7. Приказ Военного совета 8 гвардейской армии № 364/н от 26 сентября 1944 г. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2026) (рус.)
  8. Приказ командира 57 гвардейской стрелковой дивизии № 056/н от 20 мая 1944 г. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2026) (рус.)
  9. Приказ командира 172 гвардейского стрелкового полка № 028/н от 26 ноября 1943 г. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2026) (рус.)
  10. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 9 мая 1945 г. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2026) (рус.)
  11. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026. (рус.)
  12. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2026. (рус.)

Әҙәбиәт