Сикйылға

Сикйылға (рус. Чик-Елга) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 65 кеше[2]. Почта индексы — 453032, ОКАТО коды — 80203813010.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
716563
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, күпселек милләттәр — урыҫтар (66 %), башҡорттар (27 %).[3]

Дөйөм халыҡ һаны[2]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
71 65 -6 -8,45

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 20 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Максим Горький): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 27 км

Тарихы

1891 йылда Асҡын менән Сикйылға йылғалары буйлап урынлашҡан Яңы Михайловка ауылы барлыҡҡа килә. 1920 йылда ул ҡасабаға әүерелә һәм Сикйылға (Михайловка) тип атала. Ҡасаба эргәһендә Сикйылға утары ла билдәле. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу уларҙың халҡын менән бергә иҫәпкә алған — 21 йортта 115 кеше. Игенселектән тыш, халыҡ урман кәсептәре, оҫталыҡ, ылаусылыҡ менән шөғөлләнгән[5].

Урамдары

  • Тау урамы (рус. Горная (улица))
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица))
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
  • Баллы урам (рус. Медовая (улица))
  • Йәйғорло урам (рус. Радужная (улица))
  • Таң урамы (рус. Рассветная (улица))
  • Шишмә урамы (рус. Родниковая (улица))
  • Ҡояшлы урам (рус. Солнечная (улица))[6]

Видеофильмдар

  • 04 августа 2021 — 12:40 ГТРК «Башкортостан» Боронғо Скандинавия дәүеренә ҡайтыу[7]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Сикйылға торамаһы: быуаттар төпкөлөнән алып беҙҙең көндәргә тиклем[8]

Иҫкәрмәләр

  1. https://web.archive.org/web/20131020083342/http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/Численность+населения+по+населенным+пунктам+Республики+Башкортостан.pdf
  2. 1 2 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. 1 2 3 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 120. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
  7. https://gtrk.tv/heberzer/233726-borongo-skandinaviya-dueren-kaytyu(недоступная ссылка)
  8. Родовое поселение Чик-Елга: из глубины веков до наших дней

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә